Ҡуштирәк
Ауыл | |
Ҡуштирәк башҡ. Ҡуштирәк | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452663 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Ҡуштирәк (рус. Куштиряково) — Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районындағы ауыл. Ҡуштирәк ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 345 кеше булған[2]. Почта индексы — 452663, ОКАТО коды — 80207831001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡуштирәк ауылы Кама йылғаһы ҡушылдығы Ыҡ йылғаһы буйында район үҙәге Баҡалы ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа 40 километр һәм Туймазы тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа 85 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Археологик ҡаҙылмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Б. э. т. II меңйыллыҡта, бронза осоронда Урта Волга районынан Көньяҡ Уралға малсылыҡ йәки бура мәҙәниәте ҡәбиләләре күсеп инә. Уларҙың үҙенсәлекле ерләү йолаһынан — вафат булған ырыуҙаштарын ҡурған аҫтында ағас бураларҙа ерләүҙәренән бура мәҙәниәте исемен алған. Баҡалы районында ла улар ҡалдырған ҡәберлектәр һәм ауылдар билдәле. Ҡуштирәк ауылында көслө ямғырҙан һуң юл буйындағы бура мәҙәниәте осоро ҡәберендә өс балсыҡ көршәк һәм кеше һөйәктәре табыла. Унан алыҫ түгел икенсе ҡәберҙә 60 см тәрәнлектә башы менән төньяҡ-көнбайышҡа ҡаратылып, терһәктән бөгөлгән ҡулдары баш һөйәге янына һалынған, аяҡтары бөгөлгән һәм һул ҡабырғаһында ятҡан бала һөлдәһе табыла. Баш һөйәгенең һул яғында тешле биҙәкле төбө яҫы бәләкәй көршәк ятҡан була. Бындай ҡәберҙәр ауылдан алыҫ түгел, көнсығышҡа табан 400-500 метрҙа урынлашҡан. Был урында ярым ер өйө рәүешендәге бик ҙур торлаҡ тикшерелгән. Торамала күп һанда балсыҡ һауыт ҡалдыҡтары табылған. Ҡуштирәк ауылы уртаһындағы зыяратҡа күмелгән кешеләр үҙҙәренең эш һәм һунар ҡоралдарын бронза һәм һөйәктән эшләгән[4].
Ҡуштирәктә тағы ике ҡәбер тикшерелгән. Һөлдәләре, ҡулдары һәм аяҡтары һуҙылған килеш, салҡан, башы менән көнбайышҡа ҡаратып һалынған. Башын көнбайышҡа бороп б. э. т. мең йыллығы аҙағында Көньяҡ Урал буйына пәйҙә булған төрки күскенселәре үҙҙәренең мәрхүмдәрен шулай ерләгән. Б. э. II мең йыллығы башында улар мәрхүмдәрҙе әйберҙәре менән ерләүҙе тыйған мосолман динен ҡабул иткән. Тикшерелгән ҡәберҙәр Көньяҡ Урал халҡы араһында мосолман дине киң таралған осорға ҡарай[5].
Ауыл тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1921 һәм 1924 йылдар араһында Бәләбәй кантоны территорияһында Ҡуштирәк ауылына нигеҙ һалынған.
1925 йылда 73 хужалыҡ иҫәпләнгән[6].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡуштирәк ауылында башҡорттар, татарҙар йәшәй.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 529 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 483 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 416 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 422 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 345 | 159 | 186 | 46,1 | 53,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөгөнгө ауыл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡуштирәк ауылы – М. Г. Хәсәнов исемендәге Ауыл хужалығы етештереү кооперативының үҙәк усадьбаһы. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[7][8].
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөхәмәҙиева Гөлназ Мират ҡыҙы (1971), театр актёры. 1993 йылдан Өфө «Нур» татар дәүләт театрының әйҙәүсе актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2006)[9].
- Фәйзуллин Йәһүҙә Хөснөтдин улы (7.06.1927—12.07.2003), хеҙмәт алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «Почёт Билдәһе (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү].
Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Материалы поземельной переписи 1917 года по: д. Бакалы, Белебеевский уезд, Бакалинская волость; фонд , опись , дело 2022 йыл 27 ғинуар архивланған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
- Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил.(урыҫ.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡуштирәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- География Бакалинского района. Природа и население. Учебное пособие для 8 класса
- Улицы Куштиряково
- Куреш. Куштиряково
- Природа д. Куштиряково. Песня
- Куштиряково. Песня
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
- ↑ География Бакалинского района. Природа и население. Учебное пособие для 8 класса
- ↑ https://infourok.ru/uchebnoe-posobie-geografiya-bakalinskogo-rayona-1795021.html География Бакалинского района. Природа и население. Учебное пособие для 8 класса
- ↑ Ҡуштирәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- ↑ Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил.(урыҫ.)
- ↑ Уфимский государственный татарский театр «Нур». Офиициальный сайт.
- ↑ Улицы Куштиряково
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |