Эстәлеккә күсергә

Туҡтағол (Баҡалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Тактагулово
башҡ. Туҡтағол
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баҡалы районы

Ауыл биләмәһе

Туҡтағол ауыл Советы

Координаталар

55°13′25″ с. ш. 54°11′43″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1610

Халҡы

409[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452655

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 207 861 001

ОКТМО коды

80 607 461 101

ГКГН номеры

0520778

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Тактагулово (Рәсәй)
Тактагулово
Тактагулово
Туҡтағол (Баҡалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Тактагулово

Туҡтағол (рус. Тактагулово) — Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл. Туҡтағол ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 409 кеше[2]. Почта индексы — 452655, ОКАТО коды — 80207861001.

  • Район үҙәгенә тиклем (Баҡалы): 34 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 112 км

Туҡтағол ауылы Сөн ҡушылдығы Маты йылғаһы буйында район үҙәгенән көнсығышҡа 34 километрҙа һәм Туймазы тимер юл станцияһынан төньяҡҡа 112 километрҙа урынлашҡан[3].

Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә 1610 йылда Туҡтағол ауылына нигеҙ һалған.

1755 йылда керҙәшлек килешеүе менән яһаҡ татарҙары күсеп ултырған, һуңғараҡ улар типтәрҙәр ҡатламына күскән.

XIX быуаттың 1-се яртыһында шулай уҡ мишәрҙәр ҙә иҫәпкә алынған. 1795 йылда 313 кеше, 1865 йылда 161 хужалыҡта — 829 кеше йәшәгән.

Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище, һыу тирмәне булған.

1906 йылда Туҡтағол ауылында 2 мәсет, министрлыҡ мәктәбе, тимерлек, 2 һыҙыртҡыс, 3 һыу тирмәне, 4 бакалея кибете, запас иген һаҡлау мөгәзәйе булған[4].

Туҡтағол ауылында башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 1184
1920 йыл 26 август 1477
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 784
1959 йыл 15 ғинуар 629
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 483
2002 йыл 9 октябрь 459
2010 йыл 14 октябрь 409 202 207 49,4 50,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Әлеге ваҡытта Туҡтағол ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[5].

  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)
  • Яр буйы урамы (рус.  Набережная (улица)
  • Яр урамы — (рус.  Береговая (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школбная (улица)
[6]
Ер-һыу атамалары

Тауҙар: Йылғалар, күлдәр:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр, юл:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тарихи ҡомартҡылар:

1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
  • Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил.(урыҫ.)