Варфоломеев Василий Михайлович
Варфоломеев Василий Михайлович | |||||
Файл:Varfolomeev VasMih.jpg | |||||
Тыуған урыны |
Баҡалы районы, Карповка ауылы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР | ||||
---|---|---|---|---|---|
Хеҙмәт иткән урыны | |||||
Хеҙмәт итеү йылдары |
1941—1945 | ||||
Хәрби звание | |||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Варфоломеев Василий Михайлович (1 ғинуар 1923 — 11 сентябрь 1988) — совет яугире, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Дан орденының тулы кавалеры, II Украина фронты, 7-се гвардия армияһы, 190-сы армия запас уҡсылар полкының армия батальоны ротаһының 3-сө отделениеһының ПТР тоҫҡаусыһы, өлкән сержант.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Василий Михайлович Варфоломеев 1923 йылдың 1 ғинуарында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Карповка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Урыҫ. 1936 йылда башланғыс мәктәпте тамамлаған, колхозда эшләгән.
1942 йылдың 10 мартында Башҡорт АССР-ының Баҡалы район хәрби комиссариаты хәрби хеҙмәткә саҡыра. 1942 йылдың 10 июленән Бөйөк Ватан һуғышы фронтында алыша.
Һуғыштан һуң Василий Михайлович Эске эштәр министрлығы органдарында хеҙмәт итә, Түбәнге Кама ҡалаһында (Татарстан) «Татнефтьстрой» тресының автотранспорт колоннаһында водитель булып эшләй.
1988 йылдың 11 сентябрендә вафат була. Түбәнге Камала ерләнгән[1].
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]II Украина фронты составындағы 7-се гвардия армияһының 190-сы армия запас уҡсылар полкы армия батальоны 3-сө ротаһының ПТР-ы тоҫҡаусыһы, ҡыҙылармеец Василий Варфоломеев 1944 йылдың 10 ғинуарынан 20-һенә тиклем разведка төркөмө составында Кировоград өлкәһе Тарасовка ауылы янында дошман тылына бер нисә рейд үткәрә, бер нисә гитлерсыны юҡ итә. 1944 йылдың 29 февралендә гвардия хеҙмәткәре Варфоломеев Василий Михайлович яуҙа күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнгән (№ 53188).
1944 йылдың июнь башында гвардия ҡыҙылармеецы Варфоломеев разведчиктар төркөмө менән дошмандар урынлашҡан румын ҡалаһы Пашкани районына тәүгеләрҙән булып һөжүм итә, расчёты менән бергә ут нөктәһен юҡ итә. Йәрәхәтләнә, әммә сафта ҡала. 1944 йылдың 29 июлендә гвардия красноармеецы Варфоломеев Василий Михайлович яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн II дәрәжә Дан ордены менән бүләклән (№ 4959).
1944 йылдың 3 ноябрендә 190-сы армия запас уҡсылар полкының разведка взводы командиры өлкән сержант Василий Варфоломеев һәм разведчиктар төркөмө Венгрияның Сольнок ҡалаһы тирәһендә фронт линияһын кисеп сыға. Һуғышта Ясладань торама пунктын баҫып алалар. Дошмандың тиҫтәнән ашыу пехотасыларын әсирлеккә алып, разведчиктар уны, төп көстәр килгәнсе, тота. Немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғыштарҙа командование заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы Указы менән өлкән сержант Варфоломеев I дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 19), Дан орденының тулы кавалеры була.
Маҡтаулы иседәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- I дәрәжә Дан ордены
- II дәрәжә Дан ордены
- III дәрәжә Дан ордены
- миҙалдары
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Несокрушимые. — Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа.
- Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2006. − Т. 2: В-Ж. — 624 с. ISBN 5-88185-062-9
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Варфоломеев Василий Михайлович . «Герои страны» сайты.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алфавит буйынса шәхестәр
- СССР сержанттары һәм старшиналары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Дан ордены кавалерҙары
- Бөйөк Ватан һуғышы пехотасылары
- III дәрәжә Дан ордены кавалерҙары
- Дан орденының тулы кавалерҙары
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- 1988 йылда вафат булғандар
- 11 сентябрҙә вафат булғандар
- Баҡалы районында тыуғандар
- 1923 йылда тыуғандар
- 1 ғинуарҙа тыуғандар