11 сентябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
11 сентябрь | |
![]() |
11 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 254-се (кәбисә йылында 255-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 111 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | |||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Пакистан: Милли көн.
Рәсәй:
- Хәрби дан көнө. Адмирал Фёдор Ушаков етәкселегендәге рус эскадраһының Ҡара диңгеҙҙәге Тендра морононда төрөк эскадраһын еңеүе.
- Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнө.
АҠШ: Патриот көнө.
Чили: Хәрби түңкәрелеш йыллығы (1973).
Аргентина: Уҡытыусылар көнө.
Рәсәй:
- Ҡораллы Көстәрҙең тәрбиә эштәре органдары белгестәре көнө.
- Эске эштәр министрлығының миграция подразделениелары көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1918: Халыҡ Комиссарҙары Советы Декреты менән Рәсәйҙә Үлсәү һәм ауырлыҡтың метрик системаһы индерелә.
- 1938: Мәскәүҙә «Аэропорт» метро станцияһы асыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Болотин Юрий Александрович (1930—7.08.2002), ғалим-тау инженер-геологы. 1969—1990 йылдарҙа «Башкиргеология» производство берекмәһенең Көньяҡ-көнсығыш геология-разведка экспедицияһының баш геологы. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1978). СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Тирлән ауылынан.
- Ғарифйәнов Ғәбделбар Ғарифйән улы (1930), ғалим-химик-технолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1968—1974 йылдарҙа Стәрлетамаҡ химия заводының баш инженеры. Техник фәндәр докторы (1977), профессор (1990). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Нөнәгәр ауылынан.
- Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы (1930—14.09.2008), уҡытыусы, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1972—1985 йылдарҙа КПСС-тың Мәсетле район комитететы секретары, 1986—2005 йылдарҙа райондың Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1965). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971), райондың почётлы гражданы.
- Усманов Миңнерәйес Мәрүән улы (1940), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1989—1993 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары, 1993—2000 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры урынбаҫары һәм бер үк ваҡытта республиканың төҙөлөш министры. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, Ейәнсура районының почётлы гражданы.
- Зиязетдинов Наил Сабир улы (1960), ғалим-табип, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. 2003 йылдан Әлшәй районы Раевка үҙәк район дауаханаһының баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007).
- Шиһапов Зиннур Хәйҙәр улы (1965), ғалим-генетик. 1998 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Ботаника баҡсаһы—институты директоры һәм бер үк ваҡытта 2006 йылдан — Өфө ғилми үҙәгенең рәйес урынбаҫары. Биология фәндәре докторы (2006).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зорин Сергей Иванович (1911—6.02.1954), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, танк полкының механик-водителе, старшина. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Антипин Иван Алексеевич (1921—21.12.2005), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. Штурмлаусы авиация полкы лётчигы. Украина Хәрби-Һауа Көстәре генерал‑майоры (2004). Советтар Союзы Геройы (1944).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Лазарева Дина Наумовна (1922—11.09.2019), ғалим-фармаколог, юғары мәктәп хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), медицина фәндәре докторы (1962), профессор (1963). 1946—2002 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты (1995 йылдан — университет) уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). Рәсәй Федерацияһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1993), Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).
- Тулин Сергей Заһит улы (1992 йылға тиклем Ғиззәтуллин Риф Заһит улы; 1957), ғалим-юрист, СССР һәм Рәсәй Армияһы хәрби хеҙмәткәре, десантсы, запастағы генерал-майор. Юридик фәндәр кандидаты (2009). Рәсәй Федерацияһы Геройы (1996).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мостаев Хашим Фәтих улы (1918—24.12.2015), балет артисы, педагог-балетмейстер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1999), Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты (2007). Профессиональ балет сәнғәтенә һәм башҡорт халыҡ хореографияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- Третьяков Владимир Степанович (1938), ветеран-нефтсе, «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының элекке операторы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вальков Алексей Алексеевич (1954), ғалим-философ, 1982 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2001), профессор (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1862: О. Генри, АҠШ яҙыусыһы, хикәйә оҫтаһы.
- 1877: Феликс Эдмундович Дзержинский, революционер, ВЧК (ОГПУ) рәйесе.
- 1937: Иосиф Кобзон, СССР һәм Рәсәйҙең эстрада йырсыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре, СССР-ҙың халыҡ артисы (1987).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1971: Никита Сергеевич Хрущёв, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, КПСС Үҙәк Комитетының 1953—1964 йылдарҙағы беренсе секретары, СССР Министрҙар Советының 1958—1964 йылдарҙағы рәйесе.
- 1973: Сальвадор Альенде, Чили президенты.
- 1995: Владислав Стржельчик, СССР һәм Рәсәйҙең кино һәм театр актёры, педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы (1974), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1988).
- 1996: Нил Юзиев, Башҡортостандың Яңауыл районында тыуған татар әҙәбиәте ғалимы, тәнҡитсе, Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1974).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]