19 май
Уҡыу көйләүҙәре
19 май | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
19 май Викимилектә |
19 май — григориан стиле буйынса йылдың 139-сы (кәбисә йылында 140-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 226 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Гепатит С-ҡа ҡаршы көрәш көнө.
- Эсәк ауырыуҙарына ҡаршы көрәш көнө.
- АҠШ: Балалар клубтары көнө.
- Камбоджа: Тәүге бураҙна көнө.
- Ҡытай: Туризм көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Рус мейесе көнө.
- СССР: Пионер ойошмаһының тыуған көнө (Пионерия көнө).
- Төркиә: Йәштәр көнө.
- Финляндия: Хәрби флот көнө.
- Ер: Ғаилә табибы көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Фармацевтика хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Эске эштәр министрлығының хәрби әҙерлек подразделениелары көнө.
- 1586 йыл: Һамар ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1773: Хәҙерге Йәрмәкәй районының Күпсәнәй ауылына нигеҙ һалына.
тулы исемлек
- 1920: ВЦИК-тың һәм РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» декреты сыға.
- 1922: Бөтә Союз пионер ойошмаһының (Пионерияның) тыуған көнө.
- 1930: Башҡортостан умартасылыҡ тәжрибә станцияһы ойошторола.
- 1932: Башҡортостан АССР-ының Еңел сәнәғәт халыҡ комиссариаты булдырыла.
- 1999: Хәйбулла тау компанияһы ойошторола.
- 2010: Өфөлә ғәрип балалар өсөн 1-се республика ат фестивале асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәтшин Фрат Нәби улы (1930—18.06.1996), балет артисы, педагог. 1949—1971 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1959—1964 йылдарҙа театрҙың хореография студияһы директоры, 1970 йылдан Өфөнөң һөнәрселек техник училищелары бейеү коллективтарының художество етәксеһе, 1985—1988 йылдарҙа Өфө хореография училищеһы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1960). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәбдинуров Туҡтағол Ғәбдинур улы (1926—5.09.2000), ауыл хужалығы алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951—1987 йылдарҙа Ҡариҙел районының Салауат исемендәге колхоз рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы. Октябрь Революцияһы, Ватан һуғышы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Аҡбүләк ауылынан.
- Саркисов Александр Александрович (1936—13.01.2019), ғалим-инженер, авиация двигателдәре конструкторы. 1959—1983 йылдарҙа СССР Авиация сәнәғәте министрлығының Өфө «Союз» тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы инженер-конструкторы, конструкторҙар төркөмө етәксеһе, әйҙәүсе конструктор; шул иҫәптән 1972—1982 йылдарҙа баш конструктор урынбаҫары; бер үк ваҡытта 1978—1983 йылдарҙа Өфө авиация институты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1996). Ленин (1984), Н. Е. Жуковский исемендәге (1994), В. Я. Климов исемендәге (1996) һәм Э. О. Лоуренс исемендәге (1991, АҠШ) премиялар лауреаты. Октябрь Революцияһы (1971) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Мамина Лина Вәсим ҡыҙы (1951), хеҙмәт ветераны, кино һәм телевидение режиссёры. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Кинематографсылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пекарский Пётр Петрович (1827—12.07.1872), тарихсы, библиограф. 1848 йылдың апреленән Ырымбур губерна идараһы (Өфө), октябрҙән — Һамар удел контораһы, 1851 йылдан — Финанс министрлығы, 1862 йылдан — Сит ил эштәре министрлығының Дәүләт архивы хеҙмәткәре. Император Санкт Петербург Фәндәр академияһы академигы (1868), рус тарихы докторы (1872). Действительный статский советник. Император Рус археология йәмғиәте (1858), Рус тарих йәмғиәте (1870) ағзаһы. Фәндәр академияһы ның Демидов премияһы лауреаты (1861). Сығышы менән хәҙер Өфө ҡалаһы эсендә ҡалған Отрада ауылынан.
- Нестеров Михаил Васильевич (1862—18.10.1942), рәссам, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1942), РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1942), 1-се дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1941), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1942).
тулы исемлек
- Назарова Гөлсөм Әбделмән ҡыҙы (1947), педагогик хеҙмәт ветераны. 1967 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре уҡытыусыһы; 1973 йылдан район мәғариф бүлеге методисы; 1985—2004 йылдарҙа Татыр-Үҙәк мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1983). Сығышы менән район үҙәге Аҡъяр ауылынан.
- Кәримов Рауил Мөтиғулла улы (1952), янғын һүндереү хеҙмәте ветераны, эске хеҙмәт полковнигы. Рәсәйҙең атҡаҙанған янғындан һаҡлау хеҙмәткәре (2021), 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Мостафа ауылынан.
- Шабаев Шакир Кәлимулла улы (1952), инженер. 1985—2016 йылдарҙа Гидротехник ҡоролмаларҙы эксплуатациялау буйынса Башҡортостан идаралығының баш технологы, конструкторлыҡ бүлеге начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Ғаянова Ольга Александровна (1962), педагог. Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
- Ильина Елена Евгеньевна (1967), спорт ветераны, Салауат ҡалаһының «Нефтехимик» спорт комбинаты тәрбиәләнеүсеһе. Конькиҙа уҙышыу буйынса 1985—1990 йылдарҙа СССР йыйылма командаһы ағзаһы. 1988 йылда Канаданың Калгари ҡалаһында үткән Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1987). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1993). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
- Пруцких Игорь Валерьевич (1972), спорт ветераны. Велосипед спорты буйынса 1988 йылдан СССР, 1992 йылдан — БДБ, 1993—1996 йылдарҙа — Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1995). «Ағиҙел» олимпия әҙерлеге үҙәге тәрбиәләнеүсеһе. 1998—2005 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, 2008 йылдан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең «Звёздный» физкультура һауыҡтырыу комплексының спорт бүлеге начальнигы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дауытбаев Рәйес Әйүп улы (1943), механизатор. 1961—2003 йылдарҙа Баймаҡ районындағы уҡыу-производство хужалығы механизаторы. Октябрь Революцияһы (1976) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) ордендары кавалеры. Коммунистик хеҙмәт ударнигы (1978). Сығышы менән ошо райондың элекке 1-се участка Торф сығарыу ҡасабаһынан.
- Ширяева Әнисә Әлтәф ҡыҙы (1953), ғалим-философ, мәғариф һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1970 йылдан Өфө ҡалаһы мәктәптәренең музыка уҡытыусыһы, 1990 йылдан 75-се мәктәп директоры; 1999 йылдан Өфө ҡалаһы Калинин район советы рәйесе урынбаҫары, 2006 йылдан район хакимиәте башлығының йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм халыҡ менән эшләү буйынса урынбаҫары. Философия фәндәре кандидаты (2000). Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы (1994). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Тюкин Эдуард Автандилович (1978), спортсы, ауыр атлет. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы (1997) һәм атҡаҙанған (2004) спорт мастеры, 1998—2005 йылдарҙа илдең йыйылма командаһы ағзаһы. 2004 йылғы Олимпия уйындарының бронза призёры, Рәсәй чемпионы (1999, 2003). 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (2005), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2004).
- Манапов Илдар Илдус улы (1983), балет артисы. балет артисы. 2001 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2016).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Симонова Элеонора Рауфовна (1939), музыка белгесе, 1973 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1998 йылдан — кафедра мөдире. Сәнғәт ғилеме докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2018). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Кузнецов Леонид Константинович (1954—11.04.2012), ғалим-инженер‑төҙөүсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2005), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән Ставрополь ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1780: Николай Уткин, Рәсәй империяһы рәссамы, гравёр, Петербург сәнғәт академияһы уҡытыусыһы, профессор.
- 1890: Хо Ши Мин, Вьетнамдың сәйәси эшмәкәре.