Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«УМПО» асыҡ акционерҙар йәмғиәте
Тип

асыҡ компания

Нигеҙләнгән йыл

1925

Урынлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: Өфө (Башҡортостан Республикаһы), Ферин урамы,2

Төп фигуралар

Семивеличенко Евгений Александрович (идара итеүсе директор)

Тармаҡ

авиа двигателдәре эшләү

Продукция

авиация двигателдәре, энергетика ҡоролмалары, вертолет техникаһы узелдары

Эшселәр һаны

21 мең. (05.02.2014)

Наградарары

Ленин ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Юбилейный почётный знак ЦК КПСС, ПВС СССР, СМ СССР и ВЦСПС в ознаменование 50-летия образования СССР[1]

Сайт

www.umpo.ru

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең кадрҙар бүлеге алдына ҡуйылған Су-27 истребителе

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (УМПО) — авиация двигателдәре эшләүсе Рәсәй предприятиеһы. 1925 йылда нигеҙ һалына, берекмәлә барлығы 22 мең кеше эшләй.

Предприятиеның төп эшмәкәрлеге — турбореактив авиация двигателдәре етештереү, уларҙы сервис хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, вертолет техникаһының узелдарын эшләү һәм ремонтлау, нефть-газ сәнәғәте өсөн ҡорамалдар сығарыу. Су-35С (Изделие 117 С), Су-27 (АЛ-31Ф), Су-30 (двигатель АЛ-31Ф и АЛ-31ФП), Су-25 (Р-95Ш и Р-195) самолеттары өсөн турбоактив двигателдәр, «Ка» һәм «Ми» вертолеттары өсөн вертолет техникаһы сериялы сығара.

«Оборонпром» Оборона сәнәғәт компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғитенең двигателдәр эшләү активы менән идара итеү буйынса 100 % махсуслашҡан «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы» компанияһы составына инә.

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе авиация двигателдәре сығарыу өлкәһендә илдә флагман һанала. Дөрөҫөрәге, Рәсәйҙә иң эреләр исемлегендә[2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Барлыҡҡа килгән ваҡыты тип 1925 йылдың 17 июле һанала. Был көндө Хеҙмәт һәм Оборона советы Рыбинскиҙа элекке «Русский Рено» акционерҙар йәмғиәтенең ваҡ авторемонт оҫтаханалары базаһында авиация двигателдәре эшләү буйынса завод төҙөргә ҡарар итә. 1928 йылдың 14 ғинуарында завод эшләп килеүсе авиация сәнәғәте предприятиелары исемлегенә 26-сы булып инә. 1931 йылда Өфөлә комбайн моторҙары заводы төҙөлә башлай, 1935 йылда беренсе 10 двигатель йыйыла.

1940 йылда Өфө моторҙар заводы производствоны бар ҡеүәтенә ҡуйыу өсөн бөтөн мөмкинлектәргә эйә була, әммә 384 һаны менән авиация сәнәғәте Наркоматына тапшырыла. Шул уҡ йылда УМЗ Рыбинск М-105 авиация моторҙары эшләү заводының дублеры була (Бөйөк Ватан һуғышы башланғансы завод 675 дана М-105 двигателе эшләп өлгөрә).

Һуғыш башында Өфөгә бер нисә моторҙар эшләү, шул иҫәптән Рыбинск заводы ла эвакуациялана. 1941 йылдың 17 декабрендә 26-сы Рыбинск моторҙар эшләү заводы, Ленинградтың ике завод-дублеры (234-се һәм 451-се), өлөшләтә Мәскәүҙең 219-сы заводы, ЦИАМ проект бюроһы (Мәскәү), В. А. Добрыниндың кострукторлыҡ бюроһы (Воронеж) һәм ике Өфөнөң ике — моторҙар (384-се) һәм дизель (336-сы) заводы берләштерелә. Яңы предприятие берләшкән заводтарҙың вариҫы булып тора һәм төп заводтың һанын ала — 26-сы. 1943 йылда заводҡа СССР-ҙың атом проектына Ф. Ф. Ланге проекты буйынса уранды байытыу өсөн центрифуга бирелә.

Артабан ул Өфө моторҙар эшләү заводы тип үҙгәртелә, уның базаһында 1978 йылда Өфө мотор эшләү производство берекмәһе ойошторола, 1993 йылда ул «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә әйләнә.[3]

2011 йылдың авгусында "Берләштәрелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы"ның генераль директоры Андрей Реустың бойороғона ярашлы, берекмә илдең хәрби авиация өсөн двигателдәр сығарыусы баш предприятие итеп билдәләнә. «УМПО» асыө акйионерҙар йәмғиәте базаһында ошо бойороҡ нигеҙендә «ОДК» УК ОАО хәрби авиация өсөн двигателдәр дивизионы ойошторола. Уның идарасы директоры итеп Александр Артюхов тәғәйенләнә. Структура формалаштырыуҙағы үҙгәрештәрҙең һөҙөмтәһе булып 2012 йылда ике: «А. Люлька исемендәге тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы» (Мәскәү ҡалаһы) һәм "Лыткарино машиналар эшләү заводы " (Лыткарино ҡалаһы) филиалдары барлыҡҡа килә

Етәкселеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Идара итеүсе директоры: Евгений Семивеличенко.

Хронологик исемлек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Баландин Василий Петрович (1940-е)
  • Ферин Михаил Алексеевич (1947—1977)
  • Дьяконов Владислав Дмитриевич (1977—1986)
  • Паращенко Владимир Михайлович (1986—1998)
  • Лесунов Валерий Павлович (1998—2004)
  • Пустовгаров Юрий Леонидович (2004—2006)
  • Артюхов Александр Викторович (2006—18.7.2015)
  • Семивеличенко Евгений Александрович (18.07.2015 йылдан)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]