Ферин Михаил Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ферин Михаил Алексеевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 1 (14) декабрь 1907
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Тверь губернаһы[d], Яңы Торжок өйәҙе[d], Торжок
Вафат булған көнө 29 июль 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө
Ерләнгән урыны Өфө Көньяҡ зыяраты[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталинская премия Государственная премия СССР Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Уҡыу йорто Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр институты[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XIX съезы[d], XXII съезд КПСС[d], XXIII съезд КПСС[d], XXV съезд КПСС[d], КПСС-тың ХХ съезы[d], XXIV съезд КПСС[d] һәм XXI съезд КПСС[d]

Михаил Алексеевич Ферин (14 декабрь 1907 — 29 июль 1979) — совет хужалыҡ эшмәкәре, авиация производствоһын ойоштороусы. 19471977 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү заводы директоры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ферин Михаил Алексеевич 1907 йылдың 14 декабрендә Торжок ҡалаһында (хәҙерге Тверь өлкәһе) тыуған. 1935 йылда Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр институтын (МИСиС) инженер-технолог һөнәре буйынса тамамлаған. 1927 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

1939 йылда — 26-сы һанлы заводтың баш металлургы (Рыбинск, Ярославль өлкәһе). Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ул ныҡышмалы рәүештә авиамоторҙар клапанына утҡа сыҙамлы, төҫлө металдарҙы алмаштыра алған яңы иретмә өҫтөндә эшләй һәм уны производствоға индереүгә өлгәшә. Ошо эше өсөн ул 1946 йылда Дәүләт (Сталин) премияһына лайыҡ була. 19471977 йылдарҙа — Өфө моторҙар эшләү заводы директоры булып эшләй. 1947 йылда завод поршень авиамоторҙарын сығара һәм завод тирәләй күп һанлы барактар тора. Утыҙ йыл директор булып эшләү дәүерендә М. А. Ферин моторҙар эшләү заводын танымаҫлыҡ итеп үҙгәртә. Өфө моторҙар эшләү заводы (УМЗ) иң яңы реактив двигателдәрен сығара, уларҙың күпселеге истребителдәрҙә ҡуллана (СССР-ҙың истребитель авиацияһының Варшава килешеүе илдәрҙең 70 % тәьмин итә. Бынан тыш, завод йыл һайын «Москвич» еңел автомашиналарына 425 мең мотор сығара. Заводтың үҙ Һарайы һәм Мәҙәниәт йорто, бик ҙур хәстәхана ҡаласығы (13-сө һанлы хәстәхана), ятаҡханалар, ике туҡланыу комбинаты, пионер лагеры, балалар баҡсалары, профилакторий, ял базалары, стадион, бер нисә ашхана һәм миллиондан артыҡ квадрат метрлыҡ һәйбәт йәшәү торлағы була[1].

М. А. Фериндың етәкселегендә АЗЛК-ла «Москвич» ғаиләһе автомобилдәре өсөн юғары механизацияланған һәм автоматлаштырылған двигателдәр индерелә, етештереү күләме 2 тапҡырға арта, авиация һәм ракета двигателдәренең яңы 25 өлгөһө үҙләштерелә.

Башҡорт ерендә М. А. Ферин дәүләт масштабындағы етәксегә тиклем үҫә.

Техник фәндәре кандидаты (1947). 30-ҙан ашыу ғилми хеҙмәт авторы. СССР-ҙың 3 — 10 саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1950—1984). КПСС-тың XXI, XXV съездары делегаты.

1979 йылдың 29 июлендә вафат була. Өфөләге Көньяҡ зыяратта Геройҙар аллеяһында ерләнгән.

Наградалары һәм премиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1946) — авиамоторҙар клапандары өсөн яңы, дефицит төҫлө металдарҙы алмаштырыусы, утҡа сыҙамлы иретмә эшләүе һәм производствоға индергәне өсөн
  • СССР-ҙың дәүләт премияһы (1974) — Ленин комсомолы исемендәге автомобиль заводында (АЗЛК) юғары механизациялланған һәм автоматлаштырылған «Москвич» ғаиләһе автомобилдәрен эшләүе һәм индереүе өсөн
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1968),
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1958),
  • Почетлы мотор эшләүсе (1985).
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957)
  • биш Ленин ордены (1945, 1957, 1966, 1971, 1975)
  • өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943, 1957, 1962)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1939)

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Өфөлә уға һәйкәл ҡуйылған. Һәйкәлдең тантаналы асылыуы ААЙ "Өфө моторҙар эшләү производство берләшмәһе"нең 85 йыллығы сиктәрендә үтте. Тантанала предприятие етәкселеге, эшселәр, УМПО ветерандары һәм һәйкәлдең авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Александр Панов булалар[2].
  • М. С. Фериндың ҡәберендә бюст ҡуйылған, уның авторы — А. И. Панов, 1-се һанлы «б» цехы литейщиктары ҡойоп эшләгәндәр[3]..
  • Уның хөрмәтенә Өфөнөң Калинин районындағы Инорс торлаҡ районында урамға исем бирелгән (элекке Тульская).
  • Өфөлә 52-се һанлы профессиональ училище уның исемен йөрөтә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ринат Халиков. Уроки Ферина. К 100-летию легендарного директора Уфимского моторостроительного завода. Бельские просторы, 2007 — 12, стр.176-184.
  2. В Уфе открыли памятник Ферину
  3. Ринат Халиков. Уроки Ферина. К 100-летию легендарного директора Уфимского моторостроительного завода. Бельские просторы, 2007 — 12, стр.176-184.