29 июль
Перейти к навигации
Перейти к поиску
29 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
29 июль — григориан стиле буйынса йылдың 210-сы (кәбисә йылында 211-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 155 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Румыния: Милли гимн көнө.
Норвегия: Изге Олафты данлау көнө.
Фарер Утрауҙары: Изге Олаф көнө.
Молдавия: Конституция көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1586: Мәскәү воеводалары Василий Сукин менән Иван Мясной Тура йылғаһы ярында Төмән ҡалаһына нигеҙ һала.
- 1803: Батша Александр II Өфө ҡалаһын артабан төҙөүҙең беренсе планын раҫлай.
- 1934: Өфөлә тәүге автоматик телефон станцияһы эшләй башлай.
- 1936: СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты «Советтар Союзы Геройы» исеме биреү ҡағиҙәләре тураһында Ҡарар ҡабул итә.
- 1942: СССР Юғары Советы Указы менән өс дәрәжәле Суворов, ике дәрәжәле Кутузов һәм Александр Невский ордендары булдырыла.
- 1948: Лондонда XIV Олимпия уйындары башлана.
- 1990: Калинин ҡалаһына тарихи исеме Тверь кире ҡайтарыла.
- 2015: «Microsoft» ҡулланыусыларға «Windows 10» операцион системаһын тәҡдим итә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рафиҡов Ғәли Лотфрахман улы (1890—11.03.1945), уҡытыусы, яҙыусы. 1928—1945 йылдарҙа Бәләбәй педагогия училищеһы уҡытыусыһы.
- Малых Ольга Евгеньевна (1970), ғалим-иҡтисадсы. 2003 йылдан хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2010 йылдан — иҡтисад һәм идара итеү факультеты деканы; 2013 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының дөйөм иҡтисад теорияһы кафедраһы мөдире, 2015 йылдан Башҡортостан социаль технологиялар институты директорының фәнни-тикшеренеү эштәре буйынса урынбаҫары. Иҡтисад фәндәре докторы (2009), профессор (2013). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Караулова (Караулова Дубенская) Нина Александровна (1886—1975), йырсы (колоратур сопрано), уҡытыусы. 1916 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1938—1956 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1960 йылға тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының вокал буйынса консультанты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1946). Сығышы менән хәҙерге Новосибирск өлкәһенең Куйбышев ҡалаһынан.
- Ғәлимов Эрик Михайлович (1936), ғалим-геохимик, йәмәғәтсе. 2004 йылдан «Геохимия» журналының баш мөхәррире. 2003 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының Метеориттар комитеты рәйесе. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1994), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2002), геология минералогия фәндәре докторы (1970), профессор (1982). В. И. Вернадский исемендәге премия лауреаты (1984). «Почёт Билдәһе» (1986) һәм Почёт (1999) ордендары кавалеры. Сығышы менән Владивосток ҡалаһынан.
- Кудряшёв Александр Федорович (1946), ғалим-философ. Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1989), профессор (1991), Халыҡ-ара мәғлүмәтләштереү академияһының ағза-корреспонденты (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Сығышы менән Харьков ҡалаһынан.
- Фәйзуллина Зөһрә Хәдит ҡыҙы (1946—27.10.2020), уҡытыусы, журналист, шағир. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Рамаҙан Өмөтбаев, Ким Әхмәтйәнов һәм Хөсәйен Әхмәтов исемендәге премиялар лауреаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Завьялова Нина Алексеевна (1924), ғалим-офтальмолог, 1954—1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, 2011 йылға тиклем Өфөләге хужалыҡ иҫәбендәге поликлиника табибы. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1605: Симон Дах, Германия шағиры.
- 1805: Алексис де Токвиль, Францияның дәүләт эшмәкәре, яҙыусы, тарихсы.
- 1817: Иван Айвазовский (төп исеме Ованес Айвазян), Рәсәй империяһы рәссамы, маринист.
- 1885: Теда Бара (Теодосия Барр Гудман), АҠШ-тың тауышһыҙ кино актрисаһы.
- 1900: Михаил Тихонравов, СССР-ҙың космос һәм ракета техникаһы конструкторы.
- 1900: Юйвинд Юнсон, Швеция яҙыусыһы, публицист, Нобель премияһы лауреаты (1974).
- 1905: Клара Боу, АҠШ-тың тауышһыҙ кино актрисаһы.
- 1905: Даг Хаммаршельд, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының икенсе Генераль секретары (1953—1961).
- 1910: Хейнц Фрэнкель-Конрат, Германия һәм АҠШ биохимигы.
- 1915: Павел Кадочников, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1979), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985).
- 1918: Владимир Дудинцев, яҙыусы, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1988).
- 1925: Микис Теодоракис, Греция композиторы, сәйәси эшмәкәр. «Халыҡтар араһында тыныслыҡты нығытыу өсөн» халыҡ-ара Ленин премияһы лауреаты (1983).
- 1945: Мирча Луческу, Румыния футболсыһы һәм футбол тренеры.
- 1954: Игорь Крутой, СССР һәм Рәсәй композиторы, Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1988), Рәсәйҙең халыҡ артисы (1996).
- 1955: Жан-Юг Англад, Франция актёры, «Сезар» кинопремияһы лауреаты.
- 1957: Нелли Ким, СССР гимнасы, биш тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы (1976, 1980).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1856: Роберт Шуман, Германия композиторы.
- 1999: Анатолий Соловьяненко, СССР-ҙың опера йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1975).
- 2013: Салауат Низаметдинов, башҡорт композиторы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]