14 июнь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
14 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 165-се (кәбисә йылында 166-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 200 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар
Халыҡ-ара
Милли
Рәсәй: Миграция хеҙмәткәрҙәре көнө.
Рәсәй: Текстиль һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө (июндең икенсе йәкшәмбеһе)
Башҡортостан: Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1922: Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма комитетының «Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы сиктәрен киңәйтеү тураһында»ғы декреты менән Оло Башҡортостан ойошторола. Уның рәсми баш ҡалаһы итеп Өфө иғлан ителә.
- 1994: Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институты асыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шаимова Маһинур Әйүп ҡыҙы (1905—25.11.1991), халыҡ йырсыһы. Бәйеттәр, мөнәжәттәр, сеңләүҙәр һәм башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы. Бөтә Союз халыҡ ижады фестивалендә ҡатнашыусы. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Бикҡол ауылынан.
- Пепеляев Пётр Кузьмич (1920—6.10.1955), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия артиллерия-миномёт полкының өлкән разведчигы, гвардия старшинаһы. Дан орденының тулы кавалеры.
- Гагин Валерьян Константинович (1925—27.08.1999), рәссам. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1996 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1995). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
- Постнов Владимир Валентинович (1950—18.05.2014), ғалим-инженер-механик. 1972 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1980—1982 йылдарҙа «Искра» махсус конструкторлыҡ-технология бюроһының лаборатория мөдире, 1986–1987 йылдарҙа бүлек мөдире, 2007 йылдан мехатрон станок системалары кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (2006), профессор. (2007). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғайсин Рамин Үзбәк улы (1960), ауыл хужалығы алдынғыһы. Әлшәй районы «Заря» хужалығының баш агрономы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Рәсәй агросәнәғәт комплексының почётлы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Әбдрәшит ауылынан.
- Дүсәлинова Фәриҙә Мазһар ҡыҙы (1960), журналист, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының юлдаш телевидениеһы комментаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районынан.
- Хужин Илвир Илдар улы (1990), спортсы, бобслейсы. Рәсәй йыйылма командаһы составында 2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында (Сочи) ҡатнашыусы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сәлишев Линир Ибраһим улы (1937—11.04.2014), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, 1978—1998 йылдарҙа Федоровка районы «Пугачёв» совхозының баш агрономы. Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1980).
- Ширғәзин Рәшит Зәки улы (1957), архивсы, Башҡортостан Республикаһының Милли архивы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Елгаштина Мария Николаевна (1873—10.11.1966), график, театр рәссамы. Башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1934 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы (1955) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1944). «Почёт Билдәһе» ордены (1955) кавалеры.
- Миңлеғолов Шәрип Хәби улы (1928—7.01.2003), хәрби хеҙмәткәр һәм йәмәғәт эшмәкәре, отставкалағы полковник. Венгрия (1956) һәм Чехословакиялағы (1968) ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашыусы. 1976—1985 йылдарҙа ДОСААФ-тың Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе. Ҡыҙыл Байраҡ (1969), Александр Невский (1956), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1968, 1975) ордены кавалеры.
- Йортбағышева Әлфиә Ҡорман ҡыҙы (1958), ветеран-педагог, Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Риф Арыҫлан (1968), композитор, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» мәғлүмәт-музыка каналының баш режиссёры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2013).
- Якушев Владимир Владимирович (1968), дәүләт эшмәкәре, иҡтисадсы-ғалим. 2020 йылдың 9 ноябренән Рәсәй Президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2005). Почёт (2008) һәм IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2012) ордендары кавалеры. Сығышы менән Нефтекама ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дьяков Владимир Анатольевич (1919—16.11.1995), ғалим-тарихсы. 1960—1995 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Славяноведение һәм балканистика институты ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре докторы (1966). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Баҡалы ауылынан.
- Минскер Карл Самойлович (1929—25.05.2003), ғалим-химик, 1968—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, кафедра мөдире. Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы (1991), химия фәндәре докторы (1967), профессор (1969). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987), Башҡорт АССР-ының (1977) һәм СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1973).
- Лиходед Виталий Алексеевич (1944), ғалим-провизор, 1984 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты, 1995 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, кафедра мөдире. Фармакология фәндәре докторы (1993), профессор (1993). СССР-ҙың уйлап табыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Запорожье ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1820: князь Павел Вяземский, Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1881—1882 йылдарҙа цензура хеҙмәте етәксеһе, Боронғо яҙмалар менән ҡыҙыҡһыныусылар йәмғиәтен ойоштороусы.
- 1830: Николай Курочкин, Рәсәй империяһының сатирик шағиры, тәржемәсе һәм публицист.
- 1835: Николай Рубинштейн, Рәсәй империяһы музыканты, пианист, педагог, Мәскәү консерваторияһын ойоштороусы.
- 1910: Рудольф Кемпе, Германия дирижёры.
- 1920: Кирилл Кондратьев, СССР һәм Рәсәй ғалимы, геофизик, СССР һәм Рәсәй Фәндәр академиялары академигы.
- 1928: Эрнесто Че Гевара, Латин Америкаһы революционеры һәм Кубаның дәүләт эшмәкәре.
- 1945: Йорг Иммендорф, Германия рәссамы-неоэкспрессионист, скульптор.
- 1946: Дональд Трамп, Америка Ҡушма Штаттарының 45-се президенты.
- 1949: Хәйҙәр Бигичев, йырсы, Татар АССР-ының халыҡ (1980), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1986), Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984).
- 1950: Семён Спивак, СССР һәм Рәсәйҙең театр режиссёры, педагог, Рәсәйҙең халыҡ артисы (2000).
- 1990: Регина Тодоренко, Украинаның телетапшырыуҙар алып барыусыһы, йырсы, композитор.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1864: Макс Вебер, Германия социологы, философ, тарихсы һәм сәйәси иҡтисадсы.
- 1899: Хорхе Луис Борхес, Аргентина прозаигы, шағир һәм публицист.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]