Йортбағышева Әлфиә Ҡорман ҡыҙы
Уҡыу көйләүҙәре
| Йортбағышева Әлфиә Ҡорман ҡыҙы | |
| Зат | ҡатын-ҡыҙ |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 14 июнь 1958 (67 йәш) |
| Тыуған урыны | Яңы Собханғол, Иҫке Собханғол ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
| Һөнәр төрө | мәктәп уҡытыусыһы |
| Уҡыу йорто | Белорет педагогия колледжы |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Йортбағышева Әлфиә Ҡорман ҡыҙы (14 июнь 1958 йыл) — педагог. Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлфиә Ҡорман ҡыҙы Йортбағышева 1958 йылдың 14 июнендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында тыуған. 1976 йылда Белорет педагогия училищеһын һәм 1983 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай.
- Хеҙмәт юлы
- Яңы Собханғол мәктәбендә пионервожатый — 1987 йылдан
- Яңы Собханғол мәктәбең уҡытыусыһы — 1981 йылдан
- КПСС-тың Бөрйән районы комитетында пропаганда һәм агитация бүлеге инструкторы — 1988 йылдан
- Иҫке Собханғол мәктәбендә уҡытыусы (1990—2012 йылдар), директор (2005—2007 йылдар).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юртбагишева Альфия Курмановна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 583. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.