Иҫке Собханғол мәктәбе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫке Собханғол мәктәбе
Ҡыҫҡаса исеме

БР Бөрйән районы Иҫке Собханғол муниципаль дөйөм урта белем биреү урта мәктәбе

Нигеҙләнгән

1925

Директор

Әдрәхимов Әхәт Әбдрәхим улы

Адресы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,Башҡортостан Башҡортостан Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы

Сайт

https://sssh.02edu.ru

Иҫке Собханғол мәктәбе (Башҡортостан Республикаһы Бөрйән муниципаль районы Иҫке Собханғол ауылының дөйөм урта белем биреү муниципаль дөйөм белем биреү бюджет ойошмаһы) — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы биләмәһендәге уҡыу йорто.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫке Собханғол мәктәбенә 1925 йылда 1-се баҫҡыс хеҙмәт мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына. 1934 йылдан тулы булмаған урта (7 йыллыҡ), 1937 йылдан урта мәктәпкә әүерелә. Беренсе уҡытыусы — Орҡоя Ишмырҙина. 1936 йылда 60 урыҫ уҡыусыһы 4-се класты тамамлай.

1927 йылдан мәктәп яңы бинаға урынлаша. 1939 йылда мәктәп яны интернаты төҙөлә башлай. 1940 йылдың майында мәктәптә 10 көнлөк уҡытыусылар курсы ойошторола.

1940—1941 йылда урыҫ һәм башҡорт кластары асыла, бөтәһе 308 уҡыусы уҡый. 1941 йылда 1-се сығарылыш була. Мәктәп янында Темәс башҡорт педагогия училищеһының филиалы эшләй, 3, 5 айлыҡ район-ара курстар үткәрелә.

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ике ҡатлы ағас мәктәп төҙөлә. 1947 йылда 2-се сығарылыш була. 1958—1966 йылдарҙа уҡыусылар аттестат менән бер рәттән тракторсы, водитель, электрик, балта оҫтаһы һ.б. таныҡлығы ала. 1969 йылда бөтәһе 54 уҡытыусы эшләй.

1968 йылда мәктәп 360 урынлыҡ яңы төҙөлгән кирбес бинала алып барыла. 1972 йылда мәктәп яны интернаты төҙөлөп бөтә. 1979 йылда ике ҡатлы кирбес бина сафҡа индерелә.

2016 йылда 550 урынға иҫәпләнгән 4 ҡатлы мәктәп, ә 2018 йылда 3 ҡатлы мәктәп яны интернаты сафҡа инә.

Филиалдары
Өҫтәп уҡығыҙ

Иҫке Собханғол мәктәбенең 2011 йылға тиклем тарихы[1]

Етәкселәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҡытыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәғарифта эшләүсе уҡыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәп тураһында матбуғатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • YouTube сайтында Видео Мәктәп тарихы
  • Спорт майҙансығын асыу тантанаһы, 27 сентябрь2019[5]
  • Иҫке Собханғол ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбендә үҫеш нөктәһе 1 апрель 2022[6]
  • Иҫке Собханғол ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбендә һуңғы звонок. 26 май 2022[7]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]