Эстәлеккә күсергә

Әтек мәктәбе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әтек мәктәбе
Ҡыҫҡаса исеме

БР Бөрйән районы Иҫке Собханғол муниципаль дөйөм урта белем биреү урта мәктәбенең Әтек филиалы

Нигеҙләнгән

1913

Адресы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,Башҡортостан Башҡортостан Бөрйән районы, Әтек ауылы

Әтек мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Әтек ауыл Советы биләмәһендәге уҡыу йорто. Бөрйән районы Әтек ауылында урынлашҡан. БР Бөрйән районы Иҫке Собханғол муниципаль дөйөм урта белем биреү урта мәктәбенең филиалы[1]

1913 йылдан Әтек ауылында Д. Мөхәмәтшәриф уҡыта, белем биреү дини-рухи характерҙа була.

1923 йылда 7 йыллыҡ мәктәп асыла. 1924 йылдан — 1-се баҫҡыс, 1934 йылдан — башланғыс, 1936 йылдан — тулы булмаған урта (7 йыллыҡ) мәктәп була. 958 йылда мәктәп бинаһы яңып китә, шуға күрә уҡытыу тик башланғвс кластарҙа ғына алып барыла (шул уҡ йылда ике бүлмәле мәктәп бинаһы төҙөлә). 1963 йылдан 5—6 кластар ҙа уҡый (1965 йылға тиклем Иҫке Собханғол урта мәктәбенең филиалы).

Артабанғы үҙгәрештәр
  • 1965 йылдан — тулы булмаған урта (һигеҙ йыллыҡ)
  • 1992 йылдан — урта мәктәп
  • 2011 йылдан — Иҫке Собханғол мәктәбенең филиалы

Беренсе уҡытыусылары: Баййегетов У., Исхаҡов И. И., Сираев А. А., Хәкимов С. һ.б.

1965 йылда мәктәпте 71 уҡыусы тамамлай. Уҡытыу 2 сменала ойошторола. Әтек, Иҫәнғаҙы, Кейекбай, Ҡотан, Яңы Усман, Иҫке Усман ауылдарынан 107 бала уҡый.

Мәктәп тарихы тулыраҡМәғариф 2022 йыл 26 декабрь архивланған..

  • Вәлитова М. В. — (1928 йылдан)
  • Муллағолов Ш. И. — (1936 йылдан)
  • Яхин Д. С. — (1946 йылдан)
  • Заманова Ф. М. — (1946 йылдан)
  • Ҡотлобаева Ғ. Т. — (1947 йылдан)
  • Баязитов М. Ф. — (1951 йылдан)
  • Ғәҙәмшин Р. Ғ. — (1976 йылдан)
  • Әбүбәкеров Нуретдин Бәҙретдин улы — (1975—1990 йылдар)[2]
  • Ғәҙәмшина З. Б. — (2007 йылдан)
  • Күжәбаев Зәбир Сабир улы (2009 йылдан)[3]
  • Хәкимов Зәйнулла — (2022 йылдан)

Мәғарифта эшләүсе уҡыусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәп тураһында матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Әтек ауылы мәктәбе.jpg
  2. Абубакиров Нуретдин Бадретдиновичнович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 37. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  3. Кужабаев Забир Сабирович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 294. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.