Эстәлеккә күсергә

Темәс башҡорт педагогия училищеһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Темәс башҡорт педагогия училищеһы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Баймаҡ районы
Мираҫ статусы выявленный объект культурного наследия России[d]
Карта

Темәс башҡорт педагогия училищеһы — 1936 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Темәс ауылында Ырымбур башҡорт педагогия техникумы базаһында ойошторола. 1941 йылда Темәс педучилищеһы составына Сермән педучилищеһы (Белорет районы) индерелә. 1956 йылда Белорет педучилищеһы (хәҙер Белорет педагогия колледжы) менән ҡушыла һәм Белорет ҡалаһына күсерелә[1].

Темәс башҡорт педагогия училищеһы бинаһы

1921 йылда Ырымбурҙа (ул ваҡытта Ҡаҙаҡ республикаһы субъекты) Башпедтехникум эшен башлай, уҡыу йортоноң төп маҡсаты — башҡорт һәм татар мәктәптәре өсөн милли кадрҙар әҙерләү. Педтехникум данлыҡлы башҡорт йорто Каруанһарайҙа урынлаша. Ырымбур педтехникумында башҡорт яҙыусылары Сәғит Агиш, Баязит Бикбай, Зәйнәб Биишева; С. Әлибаев, Ф. Баҡаев, М. Нағаева, М. Байымов, дипломат Һатыусин С. (Сатучин) кеүек күп кенә күренкле партия һәм совет эшмәкәрҙәре уҡыған. Әммә техникум Башҡортостандан алыҫ урынлашҡан булыу сәбәпле педтехникумда башлыса яҡын-тирә ауылдарҙағы йәштәр белем ала һәм, уҡыу тамамланғандан һуң, үҙ төйәктәренә ҡайта. Урал аръяғы райондары милли кадрҙарҙа ҙур ҡытлыҡ кисерә, шуға күрә башҡорт хөкүмәте педтехникумды Урал аръяғы райондарының береһенә күсереү тәҡдиме менән сыға. 1936 йылда килешеүгә ҡул ҡуйыла һәм ВЦИК ҡарарына ярашлы Башпедтехникум Темәс ауылына күсерелә[2].

Темәс — белем усағы

Ырымбур Башпедтехникумын Темәскә күсереү осраҡлы булмай, сөнки был ауылда революцияға тиклем үк мәғариф үҫешкән була. 1864 йылда Темәс ауылында уҡытыусы Имаметдин Сәйфуллиндың өйөндә беренсе баҫҡыслы тәүге урыҫ-башҡорт мәктәбе асыла. Бында бөтәһе 26 уҡыусы уҡый: 8 урыҫ, 18 башҡорт балаһы. Уҡытыусы булып прапорщик С. Протопопов, мөҙәрис булып И.Сөләймәнов эшләй. 1874 йылда земство тарафынан урыҫ-башҡорт мәктәбе төҙөлә. Унда арифметика, география, тарих, телдәр буйынса башланғыс белем бирелә. 20-се быуат башында ауылда 2 мәҙрәсә була (береһен алтын промышленниктары Рәмиевтар төҙөй). Элекке мәҙрәсә йортонда 1891—1892 йылдарҙа билдәле мәғрифәтсе, шағир, сәсән Мифтахетдин Аҡмулла балаларға дин һабаҡтары биргән. 1906 йылда икенсе баҫҡыслы 6-йыллыҡ халыҡ училищеһы асыла. 20-се быуат башында Әбүбәкер Хөсәйенов ауылда мәҙрәсә аса, унда хәләл ефете ҡыҙҙарға белем һабаҡтары бирә, рус — башҡорт мәктәбен асыуға ла хәҙрәт күп көс һала. Уны «Ҡыҙыл мулла», тип йөрөтәләр. 1909 йылда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн йәҙитсе ысул менән уҡытҡан мәктәп асыла. 1919—1921 йылдарҙа малайҙар өсөн тау-һөнәрселек мәктәбе асыла. 1920 йылда — башҡорт мәктәптәре өсөн уҡытыусылар әҙерләү курстары. 1920—1930 йылдарҙа Темәс ауылы Йылайыр кантоны мәктәптәренең методик үҙәге булып тора. 1920 йылда Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге дүртенсе баҫҡыслы өлгөлө мәктәп асыла. 1920 йылда Темәстә балалар йорто асыла (1956 йылға тиклем эшләй). 1924 йылда икенсе баҫҡыслы педагогик йүнәлешле өс йыллыҡ мәктәп асыла. 1926—1932 йылдарҙа ҡыҙҙар өсөн туҡыу-һөнәрселек мәктәбе эшләй[3].

Яңы урында төпләнеү

1936 йылдың июлендә педучилище директоры итеп К. Либкнехт исемендәге Мәскәү физика-математика институтын тамамлаған Ғәлимов Әсғәт Носрат улы тәғәйенләнә[2].

Ырымбур педтехникумы китапханаһы, бөтә булған мөлкәте тулыһынса Темәскә күсерелә. Уны 20 машинаға, хатта дөйәләргә, арбаларға тейәп алып киләләр. Темәс тимер юлынан бик алыҫ ятыуы ла яңы урында эште башларға ҡамасау булып тора, әммә йәш директорҙың эшлеклелеге, яҡшы ойоштороусы булыуы шулай ҙа эште яйға һалыуға булышлыҡ итә. Темәс халҡы уңғанлығы өсөн ихтирам йөҙөнән Ғәлимовҡа «ҡуш йөрәк» ҡушаматын таға. Матди база нығытыла: полуторка машинаһы алына, сөнки студенттарға туҡланыу өсөн аҙыҡ-түлекте Магнитогорск ҡалаһынан ташырға тура килә, утын әҙерләү өсөн 10 үгеҙ, бер нисә ат та алына. 1937 йылда училище баҡсаһына нигеҙ һалына, был эш агроном һәм биология уҡытыусыһы З. Ильясова етәкселегендә башҡарыла. Студенттар ашханаһы өсөн картуф һәм йәшелсә үҫтереү ҙур ярҙам була.

Ырымбур педтехникумының иң яҡшы уҡытыусылары, үҙ уҡыу йорто патриоттары М. Ниғмәтуллин, Ғ. Сөләймәнов, Н. Фәтхетдинов, Ә. Һатыусин, С. Алсынбаев, С Агишев Темәскә күсеп киләләр, яңы урында Каруанһарай техникумы традицияларын дауам итәләр[2]. Уларҙың күбеһе фронтта һәләк була, С. Алсынбаев оҙаҡ ҡына йылдар — училище директоры, ә Ә. Һатыусин Йәмән һәм башҡа илдәрҙә дипломат эшендә була[2]. Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан училище ваҡытында уҡытыу процесын башлай. 1938 йылда училищеның төп бинаһы яна, әммә сентябрь айында уҡ студенттар яңы төҙөлгән тулы булмаған урта мәктәп бинаһында уҡый башлайҙар. Училище янында ҡыҫҡа һәм күп айлыҡ уҡытыусылар курстары эшләй.

Уҡытыу көндөҙгө, ситтән тороп (1938 йылдан алып) уҡыу бүлектәрендә һәм экстернат формаһында башланғыс класс уҡытыусыһы, урыҫ, башҡорт телдәре, биология, математика һөнәрҙәре буйынса алып барыла. Ситтән тороп уҡыу бүлегендә 300 кеше уҡый[1].

1940—1941 уҡыу йылы башына Темәс педучилищеһында эшлекле, юғары квалификациялы уҡытыусылар коллективы барлыҡҡа килә.

Һуғыш йылдары

Бөйөк Ватан һуғышы башланыуы училище эшенә ҙур үҙгәрештәр индерә. Тәүге көндәрҙә үк 12 уҡытыусы фронтҡа китә, Ә. Ғәлимов, М. Ниғмәтуллин, Н. Әбдрәхимов, И. Рәшитов, Н. Фәтхетдинов, С. Агишев яу аландарында батырҙарса һәләк булалар. 140 мобилизацияланған студенттан өстән бер өлөшө генә училищеға кире ҡайта. Тылда ҡалған башҡа уҡытыусылар һәм студенттар (күбеһенсә ҡатын-ҡыҙҙар) училище хужалығында ғына түгел, колхозға ла ярҙам итәләр. Яйға һалынған хужалыҡ бөлгөнлөккә төшә. Машинаны һәм аттарҙы фронтҡа алып китәләр. Утын әҙерләү ауырға төшә, кәрәсин юҡ. Аслы-туҡлы студенттар шулай ҙа уҡыуын дауам итә. Ошондай ҡыйын, хатта түҙмәҫлек шарттарҙа уҡытыусылар уҡыу йорто традицияларын һаҡларға тырыша, шиғри кисәләр үткәрелә, концерттар, хатта спектаклдәр ҡуйыла[2].

Һуғыштан һуңғы йылдар

1946 йылда 4-йыллыҡ уҡыу срогы менән урыҫ бүлеге асыла. 1946 йылда уҡыу йортонда 500 кеше уҡый. Темәс һәм Ырымбур педагогия техникумында 1921—1956 йылдарҙа 31 сығарылыш яһала, бөтәһе 4,5 уҡытыусы сығарыла. Йылына, ситтән тороп белем алғандар менән бергә, 180—200 йәш уҡытыусылар сығара. Темәс педучилищеһында иң яҡшы уҡытыусылар кадрҙары туплана. 18 сығарылыш студенттары, артабан башлыса Урал аръяғы райондарында, шулай уҡ яуаплы эш вазифаларға үрләтелгән кисәге студенттар ғүмере буйына уҡытыусыларының яҡты иҫтәлеген юғары баһалап, йөрәгендә һаҡлайҙар.

Темәс педучилищеһы директорҙары:

Темәс башҡорт педучилищеһы уҡытыусылары:

РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғәлимова М. З. (математика); РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ленин ордены кавалеры Валиева Н. З. (башланғыс кластары); «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры Биҡҡолов С. В.; башҡорт теле буйынса дәреслек авторы — С. Фәритов; РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, методик әсбаптәр авторы Аслаев Т. Х. БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ф. Баҡаев (һуңынан училище директоры); урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы И. Васильев (Өфө уытыусылар семинарияһын тамамлаған; география уҡытыусыһы, Ленин ордены кавалеры К. Мусин (Темәскә ревоблюцион эшмәкәрлеге өсөн һөрөлгән); башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г. Ғүмәров (һуңынан БАССР-ҙы. мәҙәниәт министры, башҡорт телевидениеның тәүге директоры) һәм башҡалар[2].

Уҡытыусылар һәм студенттар араһында ныҡлы, эшлекле бәйләнештәр булдырыла. Ауылдарҙан килгән башҡорт балалары өсөн уҡытыусылар белем биреүсе генә түгел, йылы мөхит булдырыусылар ҙа булалар, улар студенттар менән бергә конспекттар яҙа, дәрестәренә йөрөйҙәр, анализ яһайҙар, шул уҡ ваҡытта предмет кисәләре үткәрәләр, бергә концерттарҙа, спектаклдәрҙә ҡатнашалар. Улар һәр яҡлап егет-ҡыҙҙарға өлгө булып торалар. Студенттар агитация, пропаганда эшенә йәлеп ителә, күмәк кеше алдында сығыш яһарға өйрәнәләр, телмәрен шымарталар. Тағы ла бер үҙенсәлек була — ул шиғри кмсәләр үткәреү, шиғри альманахтар сығарыла. Студенттар араһында үҙ лидерҙары барлыҡҡа килә. Педучилищела алған белемдең тәрәнлеге, тәүәккәллек, ныҡышмалылыҡ педучилище тамамлаусылары араһынан бихисап билдәле шәхестәрҙе барлыҡҡа килтерә, улар Башҡортостандың биҙәге булып, төрлө өлкәләрҙә юғары вазифаларҙа эшләгән дәүерҙә, үҙҙәренең уҡыу йортон да данлайҙар. Училищеның абруйы бик юғары була, сөнки уны тамамлаусылар йәмғиәт тормошоноң бөтә тармаҡтарында ла эшләй ала.

Темәс башҡорт педучилищеһын тамамлаған билдәле шәхестәр:

Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Яҡупов Ғ. Ғ., Камалова Л. Ш.; 3 дәрәжә Дан ордены кавалеры Әлибаев Ә. Ғ.; дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре Аҡназаров З. Ш., Хисмәтуллин Ф. Ш., Солтанов Ф. В., Сөләймәнова С. Ғ., Сәйғәфәров Ә. З., Ишбирҙин Э. Ф., Һиҙиәтов И. Х.Темәс педучилищеһын республикала билдәле Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы академиктары М. А. Илһамов һәм М. Н. Иҫәнбаев, Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты яҙыусы Абдулхаҡ Игебаев, филология фәндәре докторы Салауат Галин, А. Ә. Ғәлләмов, Исҡужин Ә. Д., З. А. Нурғәлин, Б. М. Мәмбәтҡолов, С. Ф. Миржанова, философия фәндәре докторы Р. И. Ирназаров, техник фәне кандидаты И. Чинейкин, Баймаҡ райисполкомы рәйесе С. Ғ. Ишбирҙин һәм башҡа бик күптәр[2][4].

Темәс педучилищеһын тамамлаусылар араһында — 10 фән докторы, 50 фән кандидаты, 20 РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, 50 БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы[4].

Урал аръяғында Темәс башҡорт педагогия училищеһының 20 йыл дауамындағы эшмәкәрлеге мәктәптәрҙе, халыҡ хужалығын кадрҙар менән тәьмин итеүҙә, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә халыҡтың кимәлен күтәреүҙә баһалап бөткөһөҙ роль уйнай[5].

1956 йылда Темәс педагогия училищеһы Белорет ҡалаһына күсерелә[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 / ТЕМӘС БАШҠОРТ ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Л. Галимова. Кузница кадров
  3. встречи с ветеранами педагогического труда(недоступная ссылка)
  4. 4,0 4,1 4,2 Амир Сайгафаров, Рамазан Утягулов. Баймакский край. Энциклопедическое и краеведческое издание. Китап. Уфа-2002.
  5. Сказание о земле Баймакской (документальное повествование о. истории и людях). Автор-составитель Ю. А. Узиков. Уфа. Изд. «Слово», 1998