Ирназаров Рәшит Исмәғил улы
Ирназаров Рәшит Исмәғил улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 6 сентябрь 1935 (89 йәш) |
Тыуған урыны | Темәс, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ирназаров Рәшит Исмәғил улы (6 сентябрь 1935 йыл) — ғалим-социолог. 1970 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты, 1994 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000—2006 йылдарҙа социология теорияһы һәм тарихы кафедраһы мөдире. Социология фәндәре докторы (1999), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәшит Исмәғил улы Ирназаров 1935 йылдың 6 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған. Ябай крәҫтиән ғаиләһендә тәрбиәләнә. Бала саҡтан белемгә ынтылыусан булып үҫә. Темәс урта мәктәбендә уҡый, артабан Совет Армияһында хеҙмәт итә. Темәс педучилищеһында махсус урта белем ала[1]. 1958 йылда Рәшит Ирназаров Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында йәмәғәт эшендә бик әүҙем ҡатнаша, студенттар ятаҡханаһы советы рәйесе була, комскомитет секретары һәм партия комитеты ағзаһы итеп һайлана[2].
Хеҙмәт юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң (1963) БАССР-ҙың Мәғариф министрлығында эшләй. 1961 йылдан алып 1970 йылға тиклем КПСС-тың Сибай ҡала комитетында пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире булып эшләй.
1970—1973 йылдарҙа Өфө авиация институты аспирантураһында профессор Н. А. Антонов етәкләгән ғилми коллективта уҡый.
Социаль планлаштырыуҙың теория-методологик һәм методик мәсьәләләрен эшләүҙә ҡатнаша. «Ҡала социаль үҫеше планында идеологик эш» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.[2].
Ватан социологияһында беренсе булып милли тигеҙһеҙлектең фәнни-ғәмәли проблемаларына анализ яһай. Һәм, рәсми пропаганданың раҫлауҙарына ҡарамаҫтан, социализм шарттарында Башҡортостанда милләттәр араһында тигеҙлек урынлашмағанын асыҡлай.
1995—2000 йылдарҙа доцент Рәшит Исмәғил улы Ирназаров БДУ-ның Сибай филиалында уҡыта.
1999 йылда «Башҡортостан Республикаһында этностарҙың тигеҙлек проблемаһы» тигән тема буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2002 йылда профессор булып һайлана[2].
2000 йылдан БДУ-ла эшләй, социология теорияһы һәм тарихы кафедраһы мөдире. 2006 йылдан алып кафедра профессоры сифатында лекциялар уҡый һәм практик занятиелар алып бара. Кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса бер нисә ғилми советтарҙың ағзаһы. Рәсәй социология ассоциацияһына һәм Рәсәй социологтар йәмғиәтенә инә[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни эшмәкәрлеге этносоциологияның, рухи тормош социологияһының, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең, социаль реформалаштырыуҙың фундаменталь һәм теоретик ғәмәли проблемаларына арналған[3].
Башҡортостанда социологик фекерҙең формалашыуы һәм хәрәкәт итеү (функционирование) үҙенсәлектәрен, уның эскерһеҙ күҙаллауҙар формаһында барлыҡҡа килеүенән башлап хәҙерге ғилми нигеҙләнгән, маҡсатлы эшләнгән, системалаштырылған һәм өйрәнелгән белем дәрәжәһенә тиклем, өйрәнә.
Рәшит Исмәғил улы Ирназаровтың башҡорт аҡыл эйәләренең социологик ҡараштарына анализы, шулай уҡ социология фәненә Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев менән Зәки Вәлиди Туғандың индергән өлөшөн баһалауы фәнни-танып белеү ҡиммәтенә эйә.
Башҡортостанда социологик фекерҙең эволюцияһын өйрәнеү һөҙөмтәләре уның 2010 йылда нәшер ителгән «Башҡортостан Республикаһында этностарҙың тигеҙлек проблемаһы» китабында дөйөмләштерелгән.
Рәшит Ирназаровтың фәнни эшмәкәрлеге шулай уҡ баҙар үҙгәртеп ҡороуҙары социаль эҙемтәләрен теоретик-ғәмәли тикшереүҙәрҙе, социаль үҫештең, идара итеүҙең, социаль структураның камиллашыуын, этник-ара мөнәсәбәттәрҙе, социаль ойошмаларының заманаға хас актуаль проблемаларын үҙ эсенә ала.
Ғалим этносоциологияның үҙаллы ғилми йүнәлеше булараҡ формалашыуына ҙур өлөш индерҙе.
Рәшит Исмәғил улы Ирназаров — 150-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Төп хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Равенство этносов в Республике Башкортостан. Уфа, 1997, 10, 8 п. л.
- История развития социологической мысли Башкортостана. Уфа, 2010, 17, 9 п. л.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002)
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006)
- СССР миҙалы «За доблестный труд. В ознаменование 100-летия со дня рождения В. И. Ленина» (1970)[4].
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1988)
- Рәсәй социологтар йәмғиәтенең көмөш миҙалы (2015)
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы Президиумының Дипломы — иң яҡшы баҫма өсөн (Ҡол Ғәлиҙең «Кысса-и-Юсуф» поэмаһында социаль мөнәсәбәттәр проблемалары", «Йәдкәр» журналы, 2005, 3-сө һан)
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы Президиумының Дипломы — иң яҡшы мәҡәлә өсөн («Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың социологик мираҫы», «Проблемы востоковедения», 2012, 4-се һан)
- Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты Дипломы — иң яҡшы ғилми китап өсөн («Башҡортостанда социологик фекер үҫеше тарихы» китабы, 2011)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2010 йыл, 25 бит
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Ирназаров — яркий представитель социологической школы Башкортостана (К 80-летию профессора)
- ↑ ИРНАЗАРОВ Рәшит Исмәғил улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ http://www.bashedu.ru/rnews/professor-bashgu-rashit-irnazarov-otmechaet-yubilei(недоступная ссылка) Профессор БашГУ Рашит Ирназаров отмечает юбилей
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ИРНАЗАРОВ Рәшит Исмәғил улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Профессор БашГУ Рашит Ирназаров отмечает юбилей(недоступная ссылка)
- Ирназаров — яркий представитель социологической школы Башкортостана (К 80-летию профессора)
- Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2010 йыл, 25 бит.