Миржанова Сәриә Фазулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Миржанова Сәриә Фазулла ҡыҙы
Тыуған көнө:

24 декабрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})

Тыуған урыны:

БАССР-ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы) Ҡусҡар ауылы

Вафат булыу көнө:

25 ноябрь 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (75 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Flag of the Soviet Union.svg СССР

Ғилми өлкәһе:

лингвистика

Эшләгән урыны:

СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты

Ғилми дәрәжәһе:

филология фәндәре докторы (1985)

Уҡыу йорто:

К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты

Миржанова Сәриә Фазулла ҡыҙы (24 декабрь 1924 йыл25 ноябрь 2000 йыл) — башҡорт тел белгесе, төркиәтсе, филология фәндәре докторы (1985), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәриә Фазулла ҡыҙы Миржанова 1924 йылдың 24 декабрендә БАССР-ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы) Мирйән Ҡусҡары ауылында тыуып үҫә. Атаһы 1937 йылдың 3 авгусында Енәйәт кодексының 58-8, 58-10 статьялары буйынса ҡулға алына, 1937 йылдың 27 декабрендә атып үлтерелә. Тик 1956 йылдың 30 декабрендә генә аҡланыла. Сәриә 1941 йылда Асҡар урта мәктәбенең 8-се класын тик бишлегә генә бөтөргәс, Темәс башҡорт педагогия училищеһына уҡырға инә, 1943 йылда педагогия училищеһын тамамлай. Артабан Магнитогорск уҡытыусылар институтына уҡырға инә.

1948 йылда, уҡытыусылар институтын бөтөргәс, Асҡар урта мәктәбендә рус телен уҡыта. 1948 йылда Магнитогорск уҡытыусылар институтының рус теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлай. 1956 йылда Сәриә Фазулла ҡыҙы К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлай. 1955—1994 йылдарҙа ул СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында тел бүлеге хеҙмәткәре булып эш башлай һәм ғүмеренең аҙағына тиклем шунда халҡына хеҙмәт итә.

  • 1967 йылда «Күбәләк һөйләше» темаһына филология фәндәре кандидатлығы диссертацияһын яҡлай.
  • 1974 йылда СССР Фәндәр академияһының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә.
  • 1976 йылда БАССР-ҙың Юғары Советының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә.
  • 1984 йылда Баку ҡалаһында «Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш һөйләше» темаһына филология фәндәре докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
  • 1985 йылда «БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелә.
  • 2000 йылдың 25 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәриә Миржанова башҡорт тел ғилемендә үҙен башҡорт диалектологияһы, шулай уҡ лексикографияһы өлкәһендә төплө белгес итеп күрһәтте. Уның 40-тан ашыу ғилми хеҙмәте донъя күрҙе. Сәриә Фазулла ҡыҙы шулай уҡ 3 томлыҡ "Башҡорт һөйләштәре һүҙлеге"н, башҡортса-русса, русса-башҡортса һәм башҡа һүҙлектәр төҙөүҙә ҡатнашты. Диалектолог булараҡ, телдәрҙең бер-береһенә йоғонтоһон халыҡ-һөйләү телмәре, әҙәби тел һәм диалекттар кимәлендә ғилми яҡтан төплө өйрәнде. Сәриә Фазулла ҡыҙы фольклористика өлкәһендә лә эшләне, башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәрен йыйыу, яҙып алыу буйынса күп эштәр башҡарҙы.

Фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Монографиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Южный диалект башкирского языка. — М. Наука, 1979. − 272 стр.
  2. Северо-западный диалект башкирского языка: формирование к современные состояние. — Уфа, 1991. — 296 стр.
  3. Северо-западный диалект башкирского языка: формирование к современные состояние. Второе издание, стереотипное. — Уфа, 2006. — 300 стр.

Авторефераттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Кубалякский говор башкирского языка. Автореферат … канд. филол. наук. — Уфа, 1967. — 29 с.
  2. Южный диалект башкирского языка (в сравнительно-историческом освещении). Автореферат дисс. доктора филол. наук. — Баку, 1984. − 48 стр.

Һүҙлектәр, һөйләш үрнәктәре, диалектологик атлас[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Словарь башкирских говоров. Т. I. Восточный диалект. — Уфа, 1967. — 300 стр. (соавторы Н. Х. Ишбулатов, Н. Х. Максютова)
  2. Словарь башкирских говоров Т.II. Южный диалект. — Уфа, 1970. — 328 стр. (соавторы Н. Х. Максютова и др.).
  3. Словарь башкирских говоров. Т. III. Западный диалект. -Уфа, 1987. −232 стр. (соавторы Н. Х. Максютова, М. И. Дильмухаметов, У. Ф. Надергулов и др.).
  4. Образцы башкирской разговорной речи. -Уфа, 1988 (в соавторстве).
  5. Башкирско-русский словарь / Под ред. З. Г. Ураксина. — Москва: Дигора, Рус. яз., 1996. — 884 с. (в соавторстве)
  6. Диалектологический атлас башкирского языка. — Уфа: Гилем, 2005. — 232 стр; 169 карт. (соавторы Н. Х. Максютова, М. И. Дильмухаметов, и др.)
  7. Русско-башкирский словарь: в 2 т. / Под редакцией З. Г. Ураксина. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. Т. 1. А-О. — 808 с. (в соавторстве)
  8. Русско-башкирский словарь: в 2 т. / Под редакцией З. Г. Ураксина. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. Т. 2. П-Я. — 680 с. (в соавторстве)

Анкеталары, һораулыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башҡорт теле һөйләштәренең һүҙлек составын йыйыу өсөн һораулыҡ. — Өфө, 1959. 18 бит.
  2. Анкета. Башҡорт теле һөйләштәренән материалдар йыйыу өсөн. — Өфө, 1961. 56 бит. (соавторы Максютова Н. Х., Ишбулатов Н. Х.)

Мәҡәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Материалы экспедиции 1958 г. (Предварительное сообщение) // Башкирский диалектологический сборник. — Уфа, 1959. — С. 195—212.
  2. Кубалякский говор // Башкирская диалектология. — Уфа, 1963. — С. 128—190.
  3. О единой фонетической транскрипции для тюркских языков на материале башкирского языка // Вопросы диалектологии тюркских языков. Т. 3. — Баку, 1963. — С. 170—172.
  4. Кубалякский говор в его отношение к другим говорам башкирского языка // Итоговая научная сессия Уфимского института истории, языка и литературы АН СССР за 1965 год. Тезисы докладов. — Уфа, 1966. — С. 45-50.
  5. Из наблюдений над русскими заимствованиями в диалектной лексике башкирского языка. // Башкирская лексика. — Уфа, 1966. — С. 89-102.
  6. Финно-угорские элементы в говорах башкирского языка. // Научная сессия по этногенезу башкир. Доклады и сообщения. — Уфа, 1969.
  7. Финно-угорские элементы в говорах башкирского языка. // Археология и этнография Башкирии. — Уфа, 1971. — С. 282—286.
  8. Терминология родства в диалектах башкирского язык // Советская тюркология, 1973. № 4. — С. 99-109.
  9. О языке башкир-кыпчаков // 7-я региональная конференция по диалектологии тюркских языков. — Алма-Ата: Издательство «Наука», 1973. — С. 44-47.
  10. Старые русские заимствования в башкирском литературном языке // Вопросы башкирского языкознания. — Уфа: Башкнигоиздат, 1973. — С. 115—120.
  11. Влияние русского народно-разговорного языка на диалектную речь башкир // Всесоюзное совещание по общим вопросам диалектологии и истории. Тезисы докладов и сообщений. — Москва, 1975. -. 172—173.
  12. Диалектные пласты лексики кубалякского говора // Башкирский языковедческий сборник. — Уфа, 1975. — С. 43-67.
  13. Рукопись баита о Буранбае // Южно-Уральская конференция по археографии и источниковедению истории литературы и языка. — Уфа, 1975. — С. 63.
  14. Этнолингвистические процессы на северо-западе БАССР // Развитие и языков и культур в их взаимосвязи и взаимодействии . — Уфа, 1976. — С. 235—244.
  15. Некоторые вопросы исторической диалектологии башкирского языка // Всесоюзная тюркологическая конференция. Тезисы докладов. — Алма-Ата: Издательство «Наука», 1976. — С. 225—227.
  16. Рукопись баита «Буранбай» // Археография и лингвистическая текстология на Южном Урале. — Уфа: Издательство БФАН СССР, 1977. — С.145-148.
  17. О языке башкир племени кыпчак / Советская тюркология, 1979. № 4. — С. 62-68.
  18. Этноязыковые взаимосвязи северо-западных башкир о с финно-угорскими народами // Всесоюзная сессия по итогам полевых этнографических и антропологических исследований 1978—1979 гг. Тезисы докладов и сообщений. — Уфа: Издательство БФАН СССР, 1980. — С. 74-76.
  19. Проблемы становления и развития южного диалекта башкирского языка. // Языкознание. Тезисы докладов на III Всесоюзноой тюркологической конференции. — Ташкент: Издательство. «Фан», 1980. — С. 91-92.
  20. К этимологии некоторых башкирских этнонимов // Вопросы башкирской топонимии. — Уфа: Издательство БФ АН СССР, 1981. — С. 60—64.
  21. О древних этноязыковых связях башкир и венгров. // Советская тюркология, 1981. № 1. — С. 38—48.
  22. Некоторые синтаксические особенности народно-разговорного башкирского языка // Исследования и материалы по башкирской диалектологии. -Уфа: Издательство БФ АН СССР, 1981. — С. 91-101.
  23. Формирование северо-западных говоров // Материалы IX конференции по диалектологии тюркских языков. Тезисы докладов и выступлений. — Уфа: Издательство БФ АН СССР, 1982. — С. 128.
  24. Башҡорт әҙәби теле һәм көньяҡ-көнбайыш һөйләштәре // Башҡортостан уҡытыусыһы. 1983. № 8. −50-53-сө бб.
  25. Башҡорт әҙәби теле һәм төньяҡ-көнбайыш һөйләштәр / Башҡортостан уҡытыусыһы. — Өфө, 1983. № 2. — С. 50-52.
  26. Указательные местоимения ошо, шул, шушы «это» в башкиском и других тюркских языках /Исследования по башкирской диалектологии и ономастике. — Уфа, 1986. — 21-24.
  27. Исторические пласты диалектной лексики таныпского говора северо-западного диалекта // Материалы и исследования по лексике башкирского языка. — Уфа, 1990. — С. 14-24.
  28. Семантическая характеристика лексики караидельского говора // Актуальные проблемы башкирской лексики и лексикографии. — Уфа, 1994. — С. 90-94.

Архивта һаҡланған материалдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Научный отчет комплексной этнографической экспедиции 1958 г. Приложение устное народное творчество. Ф.3. Оп.2. Ед. хр. 422. — 315 с.
  2. Материалы комплексной экспедиции по башкирскому фольлору 1958 г. (Абзелиловский, Баймакский, Белорецкий, Бурзянский, Зианчуринский, Зилаирский, Кугарчинский, Мелеузовский, Учалинский и Учалинский и Хайбуллинский районы БАССР). ф.3, оп. 2, д. 423. 289 лист.
  3. Кубалякский говор башкирского языка: Дис. . канд. филол. наук. Уфа, 1966. Рукопись. Ф.3. Оп. 25. Ед. хр. 716 а. - 272 с.

Маҡтаулы исеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985).

Исемен мәңгеләштереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙағы урамдарҙың береһенә Сәриә Миржанова исеме бирелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хисамитдинова Ф. Ғ. Миржанова Сәриә Фазулла ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2019. — ISBN 978-5-88185-143-9.