25 ноябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
25 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 329-сы көнө (кәбисә йылында 330-сы). Йыл аҙағына тиклем 36 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | |
2019 йыл |
Йөкмәткеһе
Байрамдар
Босния һәм Герцеговина — Босния һәм Герцеговинаның милли көнө.
Суринам — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1735 — Батша ҡыңғырау ҡойола.
- 1833 — Әбйәлил районының Йәнекәй ауылына нигеҙ һалына.
- 1867 — Альфред Нобель динамитҡа патент ала.
- 1935 — СССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты «Почёт Билдәһе» орденын булдыра.
- 1961 — Өфөлә «Салауат Юлаев» хоккей клубы ойошторола.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кучкин Андрей Павлович (25.11.1888—30.03.1973), совет тарихсыһы. Тарих фәндәре докторы һәм профессор (1951). Революция хәрәкәте эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1912 йылдан РСДРП (б) ағзаһы.
- Ғәбитов Рәйеф Лотфулла улы (25.11.1913—1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған композитор. 1941 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостандың тәүге профессиональ композиторҙарының береһе.
- Мөхәмәтова Ғәйнүш Миңлеғайса ҡыҙы (25.11.1913—29.03.1989), ғалим-профпатолог, һаулыҡ һаҡлау тармағы эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1968), профессор (1969). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған табибы (1957), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1949), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1972). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Түбәнге Ҡарғалы ауылынан.
- Фёдорова Валентина Михайловна (25.11.1918—2005), Салауат техник быяла заводы үҙәк лабораторияһының 1961—1973 йылдарҙағы етәксеһе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Гермаш Владимир Михайлович (25.11.1928), инженер-технолог, хужалыҡ, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1977—1985 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары, артабан 1990 йылғаса СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте министрының 1-се урынбаҫары. БАССР-ҙың 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған химигы (1988), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған нефтсеһе (1985). Ленин (1971), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976, 1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
- Шамил Анаҡ (25.11.1928—21.10.2005), башҡорт шағиры. 1969 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990).
- Михайлов Валерий Германович (25.11.1958), ғалим-инженер‑механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1999), профессор (2002).Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1810 — Николай Иванович Пирогов, Рәсәй империяһы хирургы.
- 1887 — Николай Иванович Вавилов, Рәсәй империяһы генетигы.
- 1915 — Аугусто Пиночет, Чили диктаторы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1996 — Хәйҙәров Әмирйән Сөләймән улы, Советтар Союзы Геройы.
- 1970 — Юкио Мисима, япон яҙыусы.
- 1995 — Әхмәтов Абдулла Шәңгәрәй улы, Советтар Союзы Геройы (1944).
- 2013 — Таһир Таһиров (Таһир Исмәғил улы Ахунйәнов), дәүләт, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы һәм журналист.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]