Кучкин Андрей Павлович
Кучкин Андрей Павлович | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() ![]() |
Тыуған көнө | 25 ноябрь (7 декабрь) 1888[1] |
Тыуған урыны | Белорет, Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы[1] |
Вафат булған көнө | 30 март 1973 (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү ҡалаһы, СССР |
Һөнәр төрө | тарихсы |
Эш урыны | Марксизм-ленинизм институты[d] |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Кучкин Андрей Павлович (25 ноябрь (7 декабрь) 1888 йыл — 30 март 1973 йыл) — ғалим-тарихсы. Тарих фәндәре докторы һәм профессор (1951). Революция хәрәкәте эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1912 йылдан РСДРП ағзаһы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Андрей Павлович Кучкин 1888 йылдың 25 ноябрендә Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙе Белорет заводы ҡасабаһында[2] тыуған. Совет власы өсөн көрәштә һәм граждандар һуғышында әүҙем ҡатнаша.
1907-1916 йылдарҙа Белорет, Өфө, Вятка ҡалаларында йәшерен революцион эшмәкәрлек менән әүҙем шөғөлләнә. Бер нисә тапҡыр төрмәгә эләгә, һөргөнгә ебәрелә.
1917 йылда буржуаз-демократик революциянан һуң РСДРП(б)-ның Вятка ҡала комитетын һәм Вятка эшсе һәм һалдат депутаттары Советы башҡарма комитетын ойоштороусыларҙың береһе.
«История Великой Отечественной войны» күп томлыҡ ғилми хеҙмәттең редакцион комиссияһы ағзаһы. Фәнни тикшеренеүҙәре шулай уҡ КПСС тарихына, Көньяҡ Уралда РСДРП‑ның урындағы ойошмалары эшмәкәрлегенә арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән махсус урта һәм юғары уҡыу йорттары өсөн КПСС тарихы буйынса дәреслектәр авторы.
Улы Владимир (1933 йыл тыуған) — тарихсы, ҡыҙы Ольга (1936 йыл тыуған). — яҙыусы, журналист.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ике Ленин ордены
- миҙалдар[3]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Белорет ҡалаһы
- ↑ Қазақ Совет Энциклопедиясы.1975. Том 6
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кучкин Андрей Павлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 декабрь 2022)
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зайцев В. С. К 100-летию со дня рождения А. П. Кучкина // Вопросы истории. 1988. № 12.
- Кучкина О. А. О моём отце // История и историки: историографический вестник. 2005 / отв. ред. А. Н. Сахаров. — 2006. — 363 с. — ISBN 5-02-035069
- 7 декабрҙә тыуғандар
- 1888 йылда тыуғандар
- Белоретта тыуғандар
- 30 мартта вафат булғандар
- 1973 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Верхнеурал өйәҙендә тыуғандар
- Тарих фәндәре докторҙары
- СССР тарихсылары
- Алфавит буйынса тарихсылар
- Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар
- Алфавит буйынса ғалимдар
- КПСС ағзалары
- РСДРП ағзалары