30 март
Перейти к навигации
Перейти к поиску
30 март — григориан стиле буйынса йылдың 89-сы (кәбисә йылында 90-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 276 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2019 йыл |
Йөкмәткеһе
Байрамдар
Испания — Барселона — Сәскәләр көнө.
Малайзия — Келатан солтаны көнө.
Фәләстин Дәүләте — Ерҙе яҡлау көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1919 — Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты ҡарамағында Башҡортостан АССР-ының вәкиллеге булдырыла.
- 1981 — СССР-ҙа тәүге тапҡыр йәйге ваҡыт индерелә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кушнаренко Иван Ильич (30.03.1895— ?), революцияла һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы, ауыл хужалығында коллективлаштырыуҙы ойоштороусыларҙың береһе, Башҡорт АССР-ы Ер эштәре халыҡ комиссариаты хеҙмәткәре. Фамилияһы Кушнаренко районына бирелгән.
- Бәхтизин Рәмил Нәзиф улы (30.03.1955), ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2011 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры. Башҡортостан Фәндәр Академияһы академигы (2016), физика-математика фәндәре докторы (1992), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ишмөхәмәтова Галина Ғәзим ҡыҙы (30.03.1957), журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Йәсәүиева Әлиә Сәит ҡыҙы (30.03.1947), педагог, Өфөләге 42-се лицейҙың башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Маньков Кирилл Терентьевич (30.03.1883—19.06.1979), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын (хәҙер Башҡорт дәүләт аграр университеты) ойоштороусыларҙың береһе. Ауыл хужалығы фәндәре докторы һәм профессор (1946). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1950), СССР‑ҙың социалистик ауыл хужалығы отличнигы (1970). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Йомағужина Сәхиә Хәйбулла ҡыҙы (3003.1938), Салауат районы малсылыҡ алдынғыһы. СССР Халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең Көмөш миҙалына лайыҡ булыусы (1987).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Стариков Алексей Маркович (30.03.1909—14.03.1984), хужалыҡ, дәүләт, йәмәғәт һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 1946—1970 йылдарҙа — Өфөләге «Башнефтезаводстрой» тресы идарасыһы. Башҡорт АССР-ының дүртенсе (1955—1959) һәм етенсе (1967—1971) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1965).
- Имашев Рәшит Фәтих улы (30.03.1939—11.03.2007), рәссам. 1973 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Татарстан Республикаһының халыҡ рәссамы (2003), Башҡортостан Республикаһының (1995) һәм Татар АССР‑ының (1986) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Фәтих Кәрим (1999), Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге (2006) премиялар лауреаты.
- Гриньков Валерий Данилович (30.03.1949), театр актёры, радио- һәм телетапшырыуҙар, төрлө сараларҙы алып барыусы. 1979 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014). Сығышы менән хәҙерге Екатеринбург ҡалаһынан.
- Абуталипова Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы (30.03.1954), тел белгесе, шағир, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2009), профессор. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004) һәм мәғариф отличнигы (1996).
- Ниғмәтуллин Эльбрус Хәмит улы (30.03.1974), «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исемен йөрөтөүсе башҡорт бәһлеүәне, Рәсәй спортсыһы, пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса спорт мастеры, 2005 йылдағы «Планетаның иң көслө кешеһе» ярышының вице-чемпионы, йәмәғәт эшмәкәре, актёр.
- Баһаутдинов Радик Олег улы (30.03.1979), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (2007), доцент. Сығышы менән Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылынан.
- Әхмәтдинова Юлиә Риф ҡыҙы (30.03.1979), спортсы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1999). Күреү буйынса инвалидтар араһында эстафетала ике тапҡыр донъя чемпионы (2003). Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы (2000). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1899 — Хоменко Василий Афанасьевич, совет хәрби етәксеһе, генерал-лейтенант.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2011 — Людмила Гурченко, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең кино һәм театр актёры, эстрада йырсыһы, кинорежиссер, СССР-ҙың халыҡ артисы (1983), Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты (1994)
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]