Ләмәҙтамаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ләмәҙтамаҡ
Нигеҙләү датаһы 1740
Этнохороним ләмәҙтамаҡтар
Дәүләт Рәсәй
Административ үҙәге Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы
Административ үҙәк Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы
Административ-территориаль берәмек Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы
Халыҡ һаны 483 кеше (2010)
Сәғәт бүлкәте UTC+06:00
Почта индексы 452564

Ләмәҙтамаҡ — Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районындағы ауыл. Ләмәҙтамаҡ ауыл Советына ҡарай, ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 483 кеше[1]. Почта индексы — 452564, ОКАТО коды — 80242825001.

Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәсәғүт-Әчит юлынан ауылға тиклем асфальт юл һалынған. Ҡотош ауылына асфальт юлы, Һабанаҡ ауылына тура иҫке ҡырсынташ юл һәм Мәсәғүт-Әчит юлы аша асфальт юл бар. Әй йылғаһында боҙ тотһа Әбдрәхим ауылына ҡышҡы юл һалына. Фрунзе, … асфальт түшәләгән, Ғәзизов … урамдары ҡырсынташлы. Ауылға газ үткән

Ауылда мәҙәниәт йорто, китапхана, почта бүлексәһе, фельдшерлыҡ пункты, өс һатыу итеү йорто бар. Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбе һәм балалар баҡсаһы Ҡотош ауылында урынлышҡан. Элек Нуриманов исемендәге колхоз / ауыл хужалығы етештереү кооперативы идараһы Ләмәҙтамак ауылында урынлашҡайны.

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылға Ҡошсо ырыуына ҡараған башҡорттар нигеҙ һалған. XVIII быуаттың урталарында барлыҡҡа килгән ауыл булырға тейеш. Хисаметдин Кинзин мулла нәҫелдәре һөйләүенсә ауыл мәсете 18 быуат уртаһында күсереп килтерелгән. 1735 —1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы баҫтырылғандан һуң ауылдар яндырылған, халҡы икенсе ергә ҡыуып ебәрелгән. Һөйләүҙәре буйынса беҙҙең ата-бабалар Яраҫтау ауылынан күсеп килгәндәр. Ошолай уҡ Мәләкәҫ ауылынан күсеп килгәндәр тигән фекер бар. Сөнки ике ауылда ла Мәтәй, Туғыҙ аймаҡтары бар. Ауылда тағын Аҡай аймағы бар. Тәүбашлап ауыл хәҙерге урындан 3 км йылға үрендәрәк урынлашҡан булған. Хәҙерге ваҡытта Мәсәғүт — Әчит автомобиль юлы ошо урындан үтә. Йылға аша күперҙең һул яғы.

Ауыл беренсе тапҡыр хөкүмәт тарафынын 1795 йылғы ревиз яҙмаһында теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта, Ырымбур мосолман ойошмаһының архив документтарында ауыл мәсете 1779 йылда төҙөлөүе тураһында мәғлүмәт бар[2]. Ауылдың икенсе мәсете Өфө виләйәте идараһының 1910 йылғы 29 май указына ярашлы төҙөлгән[3]. XIX быуат һуңында ауылда 3 ашлыҡ һуҡҡыс, 2 ашлыҡ елгәргес, баҙар майҙаны, 3 бакалея кибете, Ләмәҙ йылғаһында һыу тирмәне, Әй йылғаһы аша борам (паром) булған[4]. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Марат Ғафаровтың Иван Лепихин яҙмаларына таянып яһаған фаразы буйынса ауылдың боронғо исеме Мағаз булыуы мөмкин.

Биләмә беремектәренә инеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Теркәү йылы Олоҫ, ауыл Советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1796 Ҡошсо улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1798 Оло Ҡошсо улусы 8-се башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 8-се башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1873 Оло Ҡошсо улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй Империяһы
1917 Оло Ҡошсо улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй Империяһы
1919 Дыуан-Ҡошсо кантоны Башреспублика РСФСР
1922 Дыуан-Мәсетле улусы Мәсәғүт кантоны Башреспублика РСФСР
1930 Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы Дыуан-Мәсетле районы БАССР РСФСР, СССР
1932 Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы Мәсетле районы БАССР РСФСР , СССР
1960 Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы Балаҡатай районы БАССР РСФСР , СССР
1962 Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы Мәсетле районы БАССР РСФСР , СССР
1992 Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы Мәсетле районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ һаны тураһында теүәл һәм рәсми мәғлүмәт 1795 йылдан, 5 се ревизиянан, башлап бар[5].

Ошибка Lua в Модуль:Sources на строке 179: attempt to concatenate local 'letter' (a nil value).

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Исеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Атамаһы йылға исеменән. Ләмәҙ йылғаһы Әй йылғаһына ҡушылған ерҙә урынлашҡан.

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урам исеме[6]:

  • башҡ. Ғәзизов (урамы) — рус.  Газизова (улица)
  • башҡ. Карл Маркс (урамы ) — рус.  Карла Маркса (улица)
  • башҡ. Баҡса (урамы) — рус.  Садовая (улица)
  • башҡ. Салауат Юлаев (урамы) — рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • башҡ. Фрунзе (урамы) — рус.  Фрунзе (улица)

Рәсми булмаған урам исемдәре[7].

  • Мәтәй —
  • Төп Мәтәй —
  • Ҡуян ауыл — Фрунзе урамының башынан Баҡса урамы боролошона тиклем.
  • Үрге ос — Ғәзизов урамы
  • Уртасыҡ —
  • Туғыҙлы

Ҡыҙыҡлы хәл: Түбән ос Үрге осҡа ҡарағанда бейегерәк урынлашҡан. Урам остарының атамаһы йылғалар ағымына бәйле булыуы менән аңлатыла.

Тирә - яҡ мөхит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был мәғлүмәт ауыл кешеләренән һорап яҙылды[8].

  • Әй — йылға, Ҡариҙелдең ҡушылдығы, ауыл йәнәшәһенән аға.
  • Ләмәҙ — йылға, Әйҙең ҡушылдығы, ауылды ике өлөшкә бүлеп ауыл аша аға.
  • Мәтәй төбәк — Төп Мәтәй урамы арты, Әй йылғаһы яры буйлап Үрге таштыҡҡа тиклемге һыубаҫар туғай. Ауылдың һабантуй үткәреү урыны.
  • Үрге таштыҡ — Әй йылғаһы ағымы төньяҡтан көнбайышҡа табан боролған ере. Ауылдан бер км. самаһа өҫтәрәк
  • Кисеү -
  • Сөйөртмә
  • Урыҫүлгән — Кәртәле төбәктең бер мөйөшө һәм Әй йылғаһының ағымы көнсығыштан төньяҡҡа табан киҫә боролған урын. Был урында Әй йылғаһында урыҫ милләтле кеше батып үлгән тигән хәтирә ҡалған.
  • Кәртәле төбәк — Түбәнге оста Әй буйындағы төбәк. Өс яғы йылға менән, бер яғы текә тау менән тәбиғи кәртәләнгән һыубаҫар туғай.
  • Серек Ләмәҙ — Кәртәле төбәгендәге күл, уйһыу урын. Боронғо заманда Ләмәҙ йылғаһының үҙәне. Әй йылғаһы яҙ көнө ныҡ ташҡан ваҡытта күл хасил була.
  • Йоҡаҡ ташҡаҙған — Йоҡа таш алына торған соҡор. Түбәнге оста Вафин Вәрис ағай йорто артынан тауға күтәрелгән ерҙә уынлашҡан. Элекке заманда һарай, келәт, муса баштарын ошонан алынған йоҡа таш менән япҡандар, ихата-йорт юлына түшәгәндәр.
  • Алтынай — Түбәнге остан Һабанаҡ ауылына киткән иҫке юлдағы беренсе йырын буйы. Боронғо заманда ул тирәлә алтын бөртөктәре табылған тигән хәтирәләр ҡалған.
  • Бабайҙыҡ (бабайлыҡ) — Түбәнге остан Һабанаҡ ауылына киткән иҫке юл буйында уң яҡта урынлашҡан яңғыҙ ҡәбер. Изге урын тип иҫәпләнә. Мосафир кеше үлеп ҡалған һәм шул урында ерләнгән.
  • Бүрелеҡул — элеке сусҡа фермаһы ҡаршыһындағы ҡул буйы, Ҡырсындыға туры юл бар ине.
  • Балта — Бүрелеҡул юлы менән тау башына менеп еткән урын.
  • Энәгүл — күл
  • Сүсәкәй — тау,
  • Маяҡтау — тау,
  • Ташҡаҙған
  • Айыубаҫҡан
  • Аҡтүбә
  • Ҡырсынды
  • Ҡырсынды күл
  • Борошҡул — Ҡырсынды артынан башлана һәм Буртаковка яҡҡа китеп, унан һуң Һабанаҡ яҡҡа боролған ҡул буйы.
  • Алма баҡсаһы (төбәк)
  • Гис (ГЭС) төбәк
  • Мәсет юлы
  • Ҡыя юл — юл, МәсәғүтӘчит автомобиль юлынан Октябрьск ауылына киткән юл, Төлкөбай башына тиклем.
  • Беренсе Төлкөбай — тау,
  • Төлкөбай тыҡрығы
  • Төлкөбай шишмәһе — Төлкөбай тыҡрығында көслө генә ағып сығып Ләмәҙ йылғаһына ҡушылған тәмле һыулы шишмә.
  • Икенсе Төлкөбай
  • Әгәрәү (Егорова гора)
  • Усып тирмәне
  • Усып арты
  • Кажунай
  • Әрҙәнәғол (ҡул)
  • Мөхөп юлы
  • Гәрәй тауы

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуғандар
  1. Алтынбаева Зөһрә Нариман ҡыҙы (3 ғинуар 1951 йыл) — башҡорт журналисы һәм шағиры. СССР-ҙың журналистар (1986) һәм Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар (2006) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2000).
  2. Аҙнабикә, тыуған һәм үлген ваҡыты билдәһеҙ — риүәйәт буйынса Салауат Юлаевтың әсәһе.
  3. Баһаутдинов Радик Алик улы (30 март 1979 йыл) — ғалим-тарихсы, тарих фәндәре кандидаты (2007).
  4. Бәҙретдинов Йәғәфәр Зәйнәғетдин улы, (12 февраль 1912 йыл — 2007 йыл, Өфө ҡалаһы) — финансы-иҡтисадсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1974), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
  5. Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы (2 август 1963 йыл) — иҡтисадсы-статистик, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2003), Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждандар хеҙмәтенең 1-се класлы ҡәңәшсеһе (2005), Статистика отличниге (2010).
  6. Ғиниәтова Фәйрүзә Роберт ҡыҙы, — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (????)
  7. Ғәзизов Раян Нариман улы (14 апрель 1960 йыл — 5 май 1981 йыл) — Афған һуғышында һәләк булған яугир (25.10.1979), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән.
  8. Зарипов Айрат Янсур улы, 12 октябрь 1962 йыл) — ғалим-философ, философия фәндәре докторы (2005), профессор (2005)
  9. Ҡаев Фәрит Ғалихан улы, 25 апрель 1955 йылда тыуған — табип, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992).
  10. Заһитова Зимфира Мөхәмәҙи ҡыҙы (13.08.1949), хеҙмәт ветераны. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1993), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1986).
  11. Ҡазыева Йәүһәрә Санбаш ҡыҙы, 30 октябрь 1929 йылда тыуған — педагог, РФСФР-ҙың атҡаҙанған мәктәп үҡытыусыһы (1969), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличниге (1966)
  12. Ҡылысбаев Фердинанд (Әҙһәм) Әкрәм улы, 2 август 1926 йылда тыуған-26 июль 2001 йылда үлгән — педагог, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1975), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
  13. Ҡорбанов Рауфат Ғафый улы, 16 февраль 1936 йылда тыуған — инженер-механик, дәүләт хеҙмәткәре.
  14. Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы, 11 сентябрь 1930 йыла тыуған — 14 сентябрь 2008 йылда үлгән — педагог, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1965).
  15. Рәхмәтуллин Ҡарам Рәхмәтулла улы, февраль 1913 йылда тыуған-??? үлгән — юрист, дәүләт хеҙмәткәре.
  16. Сәрүәров Людвиг Нәбиулла улы,3 ғинуар 1949 йылда тыуған — төҙөүсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2004).
  17. Хисмәтов (Хисмәтуллин) Сисәнбай Хисмәтулла улы, 1854 (1845) йылда тыуған-үлгән йылы ике төрлө күрһәтәләр (1917 һәм 193?) — уҡымышлы табип.
  18. Шафикова Венера Фәхретдин ҡыҙы, 7 ғинуар 1948 йылда тыуған — иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре.
  19. Яндурина Гөлназ Радик ҡыҙы, 10 июнь 1961 йылда тыуған — педагог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2008).
  • Ләмәҙтамаҡ ауылында йәшәгәндәр
  1. Дильмухаметов Сәрүәр Ислам улы, 24 август 1938 йылда тыуған — агроном, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хуҗалығы хәҙмәткәре (1995), Дильмухаметова Рәйсә Фаиз ҡыҙы һәм Дилмухаметов Сәрүәр Ислам улы, Рәсәй Федерацияһы «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ» («Любовь и верность») миҙалы менән бүләкләнгәндәр.
  2. Ҡылысбаева Сания Хафиз ҡыҙы, 1 декабрь 1925 йыла Малаяҙ аулында тыуған-1 сентябрь 2001 йыла үлгән — педагог, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличниге (1977).
  3. Ямалетдинова Роза Фәхретдин ҡыҙы, 16 мая 1948 йылда Яраҫтау ауылында тыуған — табип, Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау отличниге (2007). Атаһының сығышы Ләмәҙтамаҡ ауылынан.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәғлүмәт сығанаҡтары.

  1. Хәтер китабында Мәсетле районы яугирҙәре, беренсе бит, һуңғы бит.
  2. Һуғышта хәбәрһеҙ юғалғандар исемлеге, 1947 йылда Мәсетле районы буйынса төҙөлгән, беренсе бит.
  3. Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбе сайтындағы исемлек, Ләмәҙтамаҡ һәм Ҡотош ауылдары яугирҙәре, Һуғыштан ҡайтмағандар исемлеге.
  4. Шулай уҡ, яу яланында, хәрби госпиталдәрҙә төҙөлгән исемлектәрҙәге мәғлүмәткә һылтанма һәләк булған яугир исеме янына ҡуйыла.

Яу яланынанда йәки госпиталдә үлеп ҡалғандар.

Шәрифе, исеме, атаһы исеме Тыуған йылы Үлгән йылы Ҡыҫҡаса мәғлүмәт
Абдуллин Ғайфулла Абдулла улы __.__.1898 04.04.1944 яу яланында үлгән, Мәсетле РВК-нан 16.08.1942 һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында [1] хәбәрһеҙ юғалған тигән документ, Хәтер китабында [2].

Хәбәрһеҙ юғалғандар

Шәрифе, исеме, атаһы исеме Тыуған йылы Юғалған йылы Ҡыҫҡаса мәғлүмәт
Абдулин Әхәт Абдулла улы __.__.1911 __.09.1942 хәбәрһеҙ юғалған, Мәсетле РВК-нан 01.07.1941 һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында [3], Хәтер китабында [4]
Ғатауллин Әлтәф Ғатаулла улы __.__.1902 __.07.1942 хәбәрһеҙ юғалған, Мәсетле РВК-нан 07.01.1942 һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында [5], Хәтер китабында [6].

Хәбәрһеҙ юғалғандар иҫәбенә индерелеп тә тере ҡайтҡан

Шәрифе, исеме, атаһы исеме Тыуған йылы Хаталы иҫәп йылы Хаталы иҫәпкә ҡыҫҡаса мәғлүмәт Үлгән йылы Ҡыҫҡаса мәғлүмәт
Абдрафиҡов Рәхимйән Абрафиҡ улы __.__.1925 __.__.1945 хәбәрһеҙ юғалған, ябай уҡсы, 212 уҡсылар дивизияһы, 1945 йылда юғалған, Хәтер китабында [7]

Ләмәҙҙәр ҡушаматы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ләмәҙтамаҡ һәм Ҡотош ауылдарының ҡушаматы — кәзә. Шуға күрә ләмәҙҙәрҙе кәзәләр тиҙәр. Ауылда быуындан быуынға күсеүсе ҡушаматтар бар, хатта кейәү-килендәргә лә йәбешә. Шулай уҡ шәхси кешенең үҙенә генә бирелгән ҡушаматтар була. Ҡайһы береүҙәр ҡушаматтарынан ояла, ҡыйынһына. Шуға күрә ҡушаматтар исемлеге генә бирелә: Каштан, Комрат, Әдүлф, Бәзек, Тартай, Өпөш, Будулай, Өстин, Япон, Шағыр, Ҡуян, Сәүкә, Тумбурлин (Дятел, Тумыртҡа), Әтәс, Ленин бабай, Ҡолдор, Йомай, Үрҙәк …

Ауыл лаҡаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ухтыйыңды миңә лә һал әле. — Колхозсылар ҡыш көнө урман йығырға баралар. Ашарға ултырғанда араҡы ла эсәләр. Араҡы ҡойоусы бер ағай үҙенә һәр ваҡыт күберәк һала һәм «Ух, ты» тип, яңылыш булды, тигәнгә ишаралай. Сираттағы араҡы ҡойған ваҡытында икенсе ағай көрәгәсегә «Ухтыйыңды миңә лә һал әл» тип өндәшә. Шул ваҡыттан бирле ҡотоштар һәм ләмәҙҙәр нимәнелер бүлешкәндә шулай тип әйтәләр. «Мутлашма, тоғро бүлеш» мәғәнәһендә ҡулланыла.
  • Көлмәгеҙ әле, былай ҙа юл тар. — Биш кеше машинала ҡалаға ҡунаҡҡа китеп баралар. Кәйеф күтәренке, шаян хәбәрҙәр һөйләп, көлөшөп алалар. Рулдә булған кешене албырғатмайыҡ тигәнде әйтергә теләп, береһе: «Көлмәгеҙ әле, былай ҙа юл тар» — тей. Хәҙер был ғаиләгә ҡараған ләмәҙҙәр лаҡапты «Иғтибарлы булығыҙ» мәғәнәһендә ҡулланалар.
  • Үҙем ашайым, үҙемә оҡшай. Тәмле. — Бер килен ҡәйнәһе ҡалаға ҡунаҡҡа киткәндә беренсе тапҡыр үҙ аллы мейестә икмәк бешерә. Икмәге килешмәй. Килен кеше зарын эштә әхирәттәренә һөйләй: «Ҡәйнәмһеҙ икмәк бешергәйнем, балалар ашамайҙар. Үҙем ашайым, үҙемә оҡшай. Тәмле». Шунан һуң ауыл ҡатындары аш-һыуы килешеп бөтмәһә әлеге лаҡапты әйтеп үҙҙәрен йыуаталар. «Аш-һыу килешеп етмәне» тигәнде аңлата.

Рәсемдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсемдәрҙең оло йыйынтығы

Ҡыҙыҡ ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Футбол буйынса 2018 йылғы донъя чемпионаты ваҡытында ауыл эшҡыуарҙары Лена һәм Айрат Мөхәррәмовтар үҙҙәренең юл буйы кафеһендә Мексика көйөрмәндәрен бушлай ашатып, автобустарын ремонтлап оҙаталар[9].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кузеев Р. Ғ. Очерки исторической этнографии Башкир. ч. 1. — Уфа,1957.
  • Мечетлинский район Республики Башкортостан. Краткая энциклопедия. — Уфа, 2000.
  • Давлетбаев Б. С. Твое шежере. ч.2. — Большеустьикинское, 1997.
  • Р. Ғатауллин. Ҡошсо ырыуы ауылдары. — Өфө, 2007. — 132 б.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Численность и возрастно-половой состав населения по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года. Муниципальный район Мечетлинский район Республики Башкортостан: статистический бюллетень. — Уфа: Башкортостанстат, 2012. — 103 с., табл.
  2. ГКУ РБ ЦИА РБ, Фонд № И-295, Опись № 2, Дело № 4, ЛЛ № 189об-190.
  3. ГКУ РБ ЦИА РБ, Фонд № И-295, Опись № 2, Дело № 4, ЛЛ № 194об-195.
  4. Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. Т.VI. Златоустовский уезд. — Самара, 1899. — 901 с.:карт. — с.29 прил. — 35 страница в приложениях
  5. Р. Ғатауллин. Ҡошсо ырыуы ауылдары. — Өфө, 2007. — 132 б.
  6. «Налог Белешмәһе» системаһында Ләмәҙтамаҡ ауылы
  7. Нурыев Тимерхан Нурый улынан яҙып алынды
  8. Мәғлүмәт биреүсе кешеләр: Шабаков Фиҙәлит Фәхретдин улы (1952 йылғы)
  9. Мексиканская ночь на мечетлинской земле