Исмәғил (Мәсетле районы)
Исмәғил | |
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Мәсетле районы һәм Яңы Мишәр ауыл Советы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 31 октябрь 1968 |
Исмәғил (рус. Исмагилово) — элекке ауыл, Яңы Мишәр ауылының бер өлөшө. Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Яңы Мишәр ауыл Советы биләмәһәнә тура килә. ХIX быуаттың беренсе яртыһында барлыҡҡа килгән[1], 1968 йылдың 31 октябрендә Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 6-2/180-се Указы менән Исмәғил ауылы Яңы Мишәр ауылына ҡушылған һәм рәсми исемлектән алынған[1].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әй йылғаһы буйында урынлашҡан була[2]. Район үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылынан — 31 км, Сулея тимер юлы станцияһынан 85 км алыҫлыҡта ятҡан[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исмәғил ауылы XIX быуаттың беренсе яртыһында Әй йылғаһы буйында дыуан ырыуы башҡорттары тарафынан үҙ аҫаба ерҙәрендә булдырылған[2]. 1865 йылда Исмәғил ауылы булараҡ теркәлгән, әммә икенсе исеме лә күрһәтелгән (Быково). 1906 йылда Златоуст өйәҙе Дыуан-Мәсетле улусы составында торған. Совет осоронда (1920 йыл) Мәсәғүт кантоны Дыуан-Мәсетле улусы составында була, ә 1939 йылда Мишәр ауыл Советы биләмәһенә ҡасаба булараҡ ингән[2].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1865 йылда 14 йортта 73 кеше иҫәпкә алынған. 1906 йылда — 73 кеше, 1920 йылда — 145 кеше, 1939 йылда — 61 кеше, 1959 йылда 19 кеше теркәлгән[2]. Енесе, милләте күрһәтелмәгән. 1959 йылдан һуң ауыл буйынса мәғлүмәт юҡ (ҡара: Мәсетле районы ауылдары исемлеге).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Мечетлинский район РБ, из истории села Исмагилово
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C.179