Һалҡын Шишмә (Мәсетле районы)
Бөткән ауыл | |
Һалҡын Шишмә | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
Һалҡын Шишмә, рәсми булмаған исеме Орджоникидзе ( (рус.) Салкын Чишма) — Башҡортостандағы бөткән ауыл. Мәсетле районы Ростов ауыл советы биләмәһенә тура килә. 1934 йылдан билдәле. 1977 йылда ауылдар исемлегенән иҫәптән алынған[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға Әләгәҙ, Мәләкәҫ, Борғатъя, Тәкә ауылынан күсеп килгән, замананың алдығы ҡарашлы кешеләре нигеҙ һалған. Тыуған йылын раҫлаусы документ табылмаған, әммә халыҡ хәтеренә нигеҙләнеп 1934 йыл тип иҫәпләнә. Күсеп килеүселәр Серго Орджоникидзе исемендәге совхоз төҙөй. Совхоз малсылыҡ һәм ҡортсолоҡ юнәлешендә үҫешә. Ауылда сусҡа һәм һарыҡ фермаһы, ашлыҡ келәттәре, магазин, клуб төҙөлә. 1948 йылда совхоз С. М. Буденный исемендәге колхозға ҡушыла, колхоз идараһы Тәкә ауылында була. Шакирова Римма Ғөбәйҙулла ҡыҙы тырышлығы менән 1966-1967-се уҡыу йылында башланғыс мәктәп эшләй башлай, уҡытыу башҡорт телендә алып барыла. 1958 йылда С. М. Буденный исемендәге, Мәжит Ғафури исемендәге, Салауат Юлаев исемендәге колхоздар берләштерелә һәм «Коммунист» колхозы төҙөлә. Колхоз идараһы Теләш ауылында урынлаша. XX быуаттың 60-сы йылдарында алып барылған «перспективаһыҙ» ауылдар сәйәсәте ваҡытында, бөтөрөлөүгә дусар ителгән ауылдар исемлегенә Һалҡын Шишмә ауылы ла индерелә. Ауыл халҡы башлыса Тәкә, Яңы Мөслим, Оло Аҡа, Салйоғот ауылдарына һәм райондан ситкә күсеп китә. БАССР Юғары Советы Президиумының 6-3/61 һанлы указы менән 1977 йылдың 22 июнендә ауыл бөтөрлә.
Географик урын
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уҫамашлы йылғаһы буйында
- Район үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 41 км алыҫлыҡта
- Красноуфим станцияһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 139 км алыҫлыҡта
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1939 йыл 17 ғинуар | 183 | 75 | 108 | 40,98 | 59,02 |
1959 йыл 15 ғинуар | 101 | 45 | 56 | 44,55 | 55,45 |
1970 йыл 15 ғинуар | 96 | 46 | 50 | 47,92 | 52,08 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Заянов Рифат Муллайән улы (1946), хеҙмәт ветераны, инженер-төҙөүсе.1987 йылдан «Башагростройпроект» институтының бүлек етәксеһе, 1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының төҙөлөш, транспорт һәм коммуналь хужалыҡ бүлегенең баш белгесе, мөдир урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2001).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года — Уфа: Государственное издательство, 1941. — 387 с.(недоступная ссылка)
- Башкирская АССР. Административно-территориальное деление на 1 июля 1952 года. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1953. — 495 с.
- Башкирской АССР. Административно-территориальное деление на 1 января 1961 года./Изд. 4-е . — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1961. — 428 с.
- Башкирской АССР. Административно-территориальное деление 1 января 1969 года./Изд. 5-е. — Уфа: Башкнигоиздат, 1969. — 432 с.
- Башкирской АССР. Административно-территориальное деление на 1 июля 1972 года./Изд. 6-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1973. — 388 с.
- Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 22/06/1977, БАССР Юғары Советы Президиумы указы № 6-3/61
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |