Дыуан-Мәсетле
Перейти к навигации
Перейти к поиску
Ауыл | |
Дыуан-Мәсетле Дыуан-Мәсетле | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Этнохороним |
дыуанмәсетлеләр, мәсетлеләр |
Сәғәт бүлкәте | |
Цифровые идентификаторы | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Дыуан-Мәсетле (рус. Дуван-Мечетлино) — Башҡортостандың Мәсетле районындағы ауыл. Дыуан-Мәсетле ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 681 кеше [1]. Почта индексы — 452565, ОКАТО коды — 80242820001.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауылдың исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дөйөм халыҡ һаны [2],[1] (кеше) | |||||||
Халыҡ һаны | 2002—2010 халыҡ үҙгәреше | ||||||
Иҫәп алыу йылы | 1989 | 2002 | 2010 | кеше | % | ||
Бөтәһе | 651 | 669 | 681 | +12 | +1.79 | ||
Ир-егеттәр | 296 | 316 | 321 | +5 | +1.58 | ||
Ҡатын-ҡыҙҙар | 355 | 353 | 360 | +7 | +1.98 |
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Оло Ыҡтамаҡ): 32 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сулея): 94 км
Урамдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Урам исеме [3]:
- башҡ. Әй (урамы) — рус. Айская ( улица )
- башҡ. Комосмол (урамы) — рус. Комсомольская ( улица )
- башҡ. Туғай (урамы) — рус. Луговая ( улица )
- башҡ. Тыныслыҡ (урамы) — рус. Мира ( улица )
- башҡ. Йәштәр (урамы) — рус. Молодежная ( улица )
- башҡ. Сабир Ваһапов (урамы) — рус. Сабира Вагапова ( улица )
- башҡ. Баҡса (урамы) — рус. Садовая ( улица )
- башҡ. Салауат Юлаев (урамы) — рус. Салавата Юлаева ( улица )
- башҡ. Совет (урамы) — рус. Советская ( улица )
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аллаяров Ричард Хәйрулла улы (5 июнь 1927 — 5 ноябрь 1988) — СССР-ҙың почётлы нефтсеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959). Нефтеюганск ҡалаһының почётлы гражданины. КПСС-тың XXII съезы делегаты.
- Бикова Ғәлиә Әхмәҙи ҡыҙы (7.08.1952), табип. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районы Иҫке Юлдаш ауылынан.
- Ваһапов Сабир Әхмәтйән улы (10 май 1904 — 13 август 1993) — башҡорт дәүләт, хужалыҡ һәм партия эшмәкәре. 1940 йылдан башлап БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе, 1946—1953 йылдарҙа ВКП(б) Башҡортостан өлкә комитетының 1‑се секретары. СССР Юғары Советы Президиумының 3‑сө саҡырылыш ағзаһы, СССР, РСФСР һәм БАССР Юғары Советтарының 1—3‑сө саҡырылыш депутаты. Ленин (1943, 1944, 1948, 1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1972), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары менән бүләкләнгән.
- Камалов Ринат Әлтәф улы (28 июнь 1954) — яҙыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2010), Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге премияһы лауреаты (2002).
- Кәлимуллин Барый Ғибәт улы (10 апрель 1907—21 июль 1989) — совет архитекторы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре. Сәнғәт фәндәре докторы (1976), профессор (1976), СССР-ҙың Төҙөлөш һәм архитектура академияһы ағза-корреспонденты (1957). БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1947), РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы (1976). СССР-ҙың Архитекторҙар союзы ағзаһы (1935).
- Ҡылысбаев Шакирйән Ғәбделнафиҡ улы — 3-сө Бөтә башҡорт ҡоролтайында Кесе Ҡоролтай (предпарламент) ағзалығына кандидат итеп һайлана. 1917 йылда Башҡорт мәркәз шураһы тарафынан «федералист-башҡорттар» исемлеге буйынса Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалығына кандидат итеп күрһәтелә
- Фәтҡуллин Хөсәйен Ямалетдин улы (5 сентябрь 1887 йыл — 1979), уҡытыусы, Беренсе Донъя һуғышыныда ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1943), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1949). Ике Ленин ордены менән бүләкләнгән (1944, 1947).
- Һаҙыева Салиха Йосопйән ҡыҙы (30 декабрь 1925), китапханасы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Өфө китапхана техникумын тамамлаған (1955). 1944 йылдан Йомағужа социаль тәьминәт район бүлеге мөдире, 1946 йылдан ВЛКСМ-дың Йомағужа райкомы секретары, бүлек мөдире. 1952—1984 йылдарҙа Мәсетле район китапханаһы директоры, бер үк ваҡытта 1978 йылдан — үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры. Сығышы менән Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле ауылынан.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Численность и возрастно-половой состав населения по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года. Муниципальный район Мечетлинский район Республики Башкортостан: статистический бюллетень. — Уфа: Башкортостанстат, 2012. — 103 с., табл.
- ↑ Населенные пункты Республики Башкортостан (по данным Всероссийской переписи населения 2002 года). Статистический сборник./Башкортостанстат. - Уфа,2006. - 145 с.
- ↑ "Налог Белешмәһе" системаһында Дыуан-Мәсетле ауылы
![]() |
Портал «Башҡортостан ауылдары» |
---|---|
![]() |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала |
![]() |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |