Мирхәйева Ғәйникамал Әкрәм ҡыҙы
Мирхәйева Ғәйникамал Әкрәм ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 10 февраль 1927 |
Тыуған урыны | Алағуз, Абзай ауыл советы, Ҡыйғы районы |
Вафат булған көнө | 2017 |
Вафат булған урыны | Өфө |
Һөнәр төрө | мәктәп уҡытыусыһы, тыуған яҡты өйрәнеүсе |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Мирхәйева-Абдуллина Ғәйникамал Әкрәм ҡыҙы (10 февраль 1927 йыл— ? август 2017 йыл) — уҡытыусы, йәмәғәт эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Башҡортостан уҡытыусыларның I съезы делегаты (1955), Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премия лауреаты (2016).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәйникамал Әкрәм ҡыҙы Мирхәйева-Мирхәйева 1927 йылдың 10 февралендә Башҡорт АССР-ы хәҙерге Ҡыйғы районы Алағуҙ ауылында тыуған.1942 йылда атаһы Мәскәү янындағы һуғышта һәләк була. 1943 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының әҙерлек курсын тамамлап, география факультетына уҡырға инә. 1947 йылда ошо институтта (хәҙер Башҡорт дәүләт университеты) юғары һөнәри белем ала һәм юллама менән Мәсетле районына эшкә ебәрелә. 1947-1980 йылдарҙа Ләмәҙ-Тамаҡ, Дыуан-Мәсетле мәктәптәрендә географиянан белем бирә, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса мөдир вазифаһын башҡара. 1955 йылда Башҡортостан уҡытыусыларының I съезына делегат итеп һайлана. «Ауылдың почетлы гражданы» исеме бирелгән[1][2]
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәйникамал Мирхәйева мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү музейына нигеҙ һала. Тиҫтәләрсә йыл дауамында унда йөҙәрләгән экспонат туплана. Төнъяҡ-көнсығыш райондарының тарихын, унда йәшәгән халыҡтың тормош-көнкүрешен өйрәнә, бай материалдар туплап, китаптар баҫтыра, газета-журналдарға мәҡәләләр яҙа.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Тарих яҙыр инем ташына» (2011).
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тормош иптәше Ишмөхәмәт Абдуллин ()?, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡытыусы;
- ҡыҙары: Земфира — Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы хеҙмәткәре, Әлфиә менән Зөлхизә — уҡытыусы;
- улы Зөфәр — табип.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәшит Әхтәри исемендәге премия лауреаты (2016)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Күңелдәргә илһөйәрлек һалды»
- ↑ «Башҡортостан» Республикаһының ижтимағи-сәйәси гәзите 2017 йыл,10 март /«Дыуан-әйле йортоноң ағинәйе» Вәлиәхмәт Бәҙретдинов