Ҡыйғы районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Ҡыйғы районы
рус. Кигинский район
Ил Рәсәй
Статус Муниципаль район
Төбәк Башҡортостан
Эске бүленеш 9 ауыл биләмәһе
Административ үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылы
Хакимиәт башлығы Зөһрә Гордиенко (2020 йылдың 21 ғинуарынан)[1]
Халыҡ һаны 21 239 кеше
Халыҡ тығыҙлығы 11,4
Майҙаны 1688 км²
Сәғәт бүлкәте MSK +2
Автомобиль коды 02, 102

Ҡыйғы районы (рус. Кигинский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Үрге Ҡыйғы ауылы. Районда 21 мең 239 кеше йәшәй.

БР‑ҙың төньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Мәсетле, төньяҡ‑көнсығышта — Балаҡатай р‑ндары, көньяҡ‑ көнсығышта — Силәбе өлк., көньяҡ‑ көнбайышта — Салауат, көнбайышта Дыуан р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Үрге Ҡыйғы р‑ны булараҡ ойошторола, район составына Мәсәғүт кантоны улустары инә, 1933 й. 20 сент. хәҙ. исемен йөрөтә (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Салауат р‑ны составына индерелә. 1965 й. 13 ғин. яңынан ойошторола.

Майҙаны — 1688 км2. Адм. үҙәге — Үрге Ҡыйғы а., Өфөнән төньяҡ‑көнсығышҡа 294 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) төньяҡ‑көнбайышҡа табан 43 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 27,9; 1959 — 22,7; 1989 — 18,9; 2002 — 19,8; 2010 — 19,1. Милли составы: татарҙар — 52,0%, башҡорттар — 41,3%, урыҫтар — 5,2%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 11,3 кеше/км². Районда 9 ауыл советы, 39 ауыл торама пункты бар, иң ҙурҙары: Үрге Ҡыйғы (6,6 мең кеше), Түб. Ҡыйғы (1,4 мең), Ләүйылға (1,1 мең) ауылдары.

Рельефы Йүрүҙән‑Әй тигеҙлегенән, төньяҡта — яйла һымаҡ массивтарҙан, көньяҡ‑көнсығышта Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы көнбайыш битләүенең тау итәктәренән ғибәрәт. Район Йүрүҙән‑Сылва депрессияһы, көньяҡ‑көнсығышта — Башҡорт мегантиклинорийы сиктәрендә ята. Район терр‑яһында эзбизташ (Арыҫлан); ҡом‑ҡырсын ҡатнашмаһы һәм ҡом (Йүкәлекүл); төҙөлөш ташы (Ҡуянай); ер аҫты һыуҙары (Ҡыйғы) ятҡылыҡтары бар. Климаты континенталь, уртаса һалҡын, дымлы. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 0,8°С, ғин. уртаса т‑ра –5,8°С, июлдә 17°С. Теҙмә ҡалҡыулыҡтар араһындағы уйпатлыҡтарҙа т‑ралар инверсияһы билдәләнгән. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 490 мм, йылы осорҙа 400 мм ашыу. Гидрографик селтәрҙе Алйылға ҡушылдығы м‑н Әй й. һәм Ләүйылға, Кесейек ҡушылдыҡтары м‑н Ҡыйғы й.; Абзай, Светлый һаҙлыҡтары һ.б. барлыҡҡа килтерә. Көлһыуланған ҡара тупраҡ, ҡараһыу һоро, аҡһыл һоро һәм һоро урман тупрағы өҫтөнлөк итә. Ҡайын, ҡара ылыҫлы‑киң япраҡлы, ҡарағай һәм ҡарағас урмандары таралған. Терр‑яһының 36,5%‑ын урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы урман‑дала төрҙәренән тора. Ҡолмәт а. эргәһендәге Әй й. һыубаҫар туғайында заказник ойошторолған.

2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренеңмайҙаны 93,3 мең га (дөйөм майҙандың 55,1%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 43,1, сабынлыҡтар — 25,4, көтөүлектәр — 24,3; урмандар майҙаны — 53,4, ер өҫтөһыуҙары — 1,0. Район төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [колхоз, 5 АХПК, МУП, 10 ЯСЙ, 82 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, мал аҙығы культуралары, картуф үҫтереүгә, һөт‑ит йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Йәшелсәселек, сусҡасылыҡ, йылҡысылыҡ, умартасылыҡүҫешкән. Район терр‑яһында урман хужалығы бар. “Ит традициялары” ЯСЙ, икмәк комб‑ты, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы, МТС һ.б. эшләй. Район терр‑яһы буйлап Бөрө — Мәсәғүт — Һатҡы (Силәбе өлк.), Малаяҙ — Үрге Ҡыйғы — Яңы Балаҡатай — Үңкерҙе (Силәбе өлк.) автомобиль юлдары үтә. Төньяҡ‑көнсығыш иҡтисади төбәккәинә.

Районда ПУ, 25 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 12‑һе — урта мәктәп, ш. иҫ. Үрге Ҡыйғы лицейы №1, 26 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, сәнғәт мәктәбе, ДЮСШ, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто; үҙәк район һәм 2 участка дауаханалары, 25 фельдшер‑акушерлыҡ пункты; 28 клуб учреждениеһы, 22 китапхана, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, физкультура‑һауыҡтырыу комплексы бар. 2 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы эшләй. “Наши Киги” гәз. сыға.

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

.ӘХМӘТОВ Сафа Әхмәт улы (11.1. 1935, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Алағуз ауылы.), инженер-технолог. Техник ф. д‑ры (1976), проф. (1977). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1978), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2011), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы(1977). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1958). 1967 й. алып ӨНИ‑нең Салауат киске ф‑тында эшләй (1977 й. — химия‑технология процестары каф. мөдире). 1979 й. башлап БДУ‑ның аналитик химия һәм дөйөм химик технология каф. мөдире. 1981 й. алып ӨДНТУ‑ла эшләй (1991 й. тиклем нефть һәм газ технологияһы каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1981—91 йй. СССР Нефтехимия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте министрлығының тармаҡ лаб. (Өфө) ғилми етәксеһе. ӘХМӘТОВ Мөхәмәтхәй Әхмәт улы (25.1.1942, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Алағуз ауылы. — 17.11.1995, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. канд. (1970). С.Ә.Әхмәтовтыңҡустыһы. БДУ‑ны тамамлаған (1964). 1965—67 йй. Ҡыйғы р‑ны Алағуз урта мәктәбенең уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире. 1970 й. алып БДУ‑ла уҡыта

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 27 896 [3][4]
1959 22 748 [5][4]
1970 23 375 [6][4]
Йыл Халыҡ һаны
1979 20 654 [7][4]
1989 18 899 [8][4]
2002 19 825 [9][4]
Йыл Халыҡ һаны
2010 19 137 [10]
2018 17 023 [11]
2019 16 856 [12]

Ауыл биләмәләре һәм ауылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ОКАТО коды Ҡыйғы районы '
80 236 805 000 Абзай ауыл советы
80 236 805 001 Абзай
80 236 805 002 Алағуз
80 236 805 003 Мәсәк
80 236 810 000 Арыҫлан ауыл советы.
80 236 810 001 Арыҫлан
80 236 810 002 Әбдрәзәк
80 236 810 003 Аҫылғужа
80 236 810 005 Ҡолбаҡ
80 236 810 006 Сирбай
80 236 810 007 Туғыҙлы
80 236 810 008 Иҙрис
80 236 815 000 Үрге Ҡыйғы ауыл советы
80 236 815 001 Үрге Ҡыйғы
80 236 815 002 Кеҙетамаҡ
80 236 815 003 Юныс
80 236 815 004 Тёплый Ключ
80 236 820 000 Йыланлы ауыл советы
80 236 820 001 Йыланлы
80 236 820 002 Вәкийәр
80 236 820 003 Ҡолмәт
80 236 825 000 Душамбикә ауыл советы
80 236 825 001 Дүшәмбикә
80 236 825 002 Сағыр
80 236 825 003 Һарығул
80 236 825 004 Туҡай
80 236 830 000 Ибрай ауыл советы.
80 236 830 001 Ибрай
80 236 830 002 Яңы Мөхәмәт}}
80 236 830 003 Иҫке Мөхәмәт
80 236 830 004 Йүкәлекүл
80 236 830 005 Яуын
80 236 835 000 Кандаковка ауыл советы
80 236 835 001 Кандаковка
80 236 835 002 Первомайский
80 236 835 003 Солтан
80 236 835 004 Йосоп
80 236 840 000 Ләүйылға ауыл советы
80 236 840 001 Ләүйылға
80 236 840 002 Вязовка
80 236 840 003 Кесейек
80 236 840 004 Ҡурғаш
80 236 845 000 Түбәнге Ҡыйғы ауыл советы
80 236 845 001 Түбәнге Ҡыйғы
80 236 845 002 Игенселәр
80 236 845 003 Октябрь
80 236 845 004 Париж
80 236 845 005 Ураҡ

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Республикала тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙ район башлығы итеп тәғәйенләнде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2020, 21 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 21 ғинуар 2020)
  2. Башҡорт энциклопедияһы — Ғатауллин Раил Рәфҡәт улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 2 март 2019)
  3. перепись населения СССР 1939 года
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  5. перепись населения СССР 1959 года
  6. перепись населения СССР 1970 года
  7. перепись населения СССР 1979 года
  8. перепись населения СССР 1989 года
  9. Всероссийская перепись населения 2002 года
  10. Всероссийская перепись населения 2010 года
  11. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  12. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.