Сирбай
Ауыл | |
Сюрбаево башҡ. Сирбай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452507 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Сирбай (рус. Сюрбаево) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Арыҫлан ауыл Советы составындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 217 кеше[2]. Почта индексы — 452507, ОКАТО коды — 80236810006.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Үрге Ҡыйғы): 32 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Арыҫлан): 10 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 45 км
Сирбай ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Алайылға буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан көнсығышҡа 32 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көсығышҡа табан 45 километр алыҫлыҡта уынлашҡан[3].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың атамаһы Сирбай антропонимынан килеп сыҡҡан. Сирбай исеме иһә Сиреү+бай һүҙҙәренән яһалып, халыҡ теленә ҡыҫҡа вариантта инеп киткән. Сиреү — ғәскәр тигән һүҙ[4].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сирбай (урыҫ йәниҫәбе материалдарында Самарово, Сатаево тип тә теркәлгән) ауылына XVIII быуатының 2-се яртыһында, тәүге төпләнеүсе кешенең исеме менән Һамар атамаһын биреп, үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Уның улдары: Шәмәкәй һәм Тажетдин Һамаровтар тураһында мәғлүмәт бар.
Артабан ауылды хәҙерге исеме, был ауылға килеп ултырған Сирбай Ҡарабашев исеме менән йөрөтә башлағандар. Сирбай Бикмәт улы Ҡарабашев 1798 йылдан 1825 йылға тиклем Мөхәмәт ауылында йәшәгән булған. Уның улдары: Мөхәмәтзариф, Дәүләтбай, Мөхәмәтзакир, Мөхәмәтшакир[5].
5 йылдан Сирбай ауылында 39 йортта 212 кеше йәшәгән [6]. Был ауылды тағы ла Кумый-Самар, Самаварово тип тә атағандар.
1841 йылда был ауылда Әйле улусы Аҙнабай ауылы халҡы төпләнә[7].
Биләмә берәмектәренә инеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Дыуан улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -се йорт | 4-се Загорный Башҡорт кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | 4-се Загорный Башҡорт кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | 4-се Загорный Башҡорт кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | 4-се Загорный Башҡорт кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Иҫке Балаҡатай улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | биләмәһе | Үрге Ҡыйғы өйәҙе | Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) | РСФСР |
1926 | Дыуан улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Арыҫлан ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Арыҫлан ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Арыҫлан ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
2008 | Арыҫлан ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1854 йылда Сирбай ауылындағы 9 йортта 93 ир-ат һәм 94 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.
1865 йылда 41 йортта 214 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған.
Сирбай халҡы игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөләнгән.
1894 йылда сирбайҙар ер биләмәләрен йән башына (139 ир-ат) бүлеүгә күскән.
Ер ҡара тупраҡлы, 30 йыл дауамыында һөрөлгән. Өс баҫыулы сәсеү әйләнеше системаһы ҡулланыла. Өс ат егеп һөрө торған һабандар ҡулланылған. Һатҡы заводынан һатып алынған өс атлы һуҡҡыс һәм елгәргескә эйә булғандар.
1895 йылда 52 йорт була. Шуларҙан 11 хужалыҡтың малы булмай. 30 кеше Ҡуҫа заводына урман йығып утын әҙерләргә ялланған. Ҡуҫа ҡалаһында ҙур сауҙа рәттәре лә ойошторолған. Ауылда 2 кибет булған[8].
Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1906 йылда Сирбайҙа 1895 йылда төҙөлгән мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән.
1920 йылда Сирбай ауылындағы 67 йортта 391 кеше йәшәгән[9].
Әлеге ваҡытта Сирбай ауылында балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар[10].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сирбай ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 391 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 351 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 266 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 204 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 200 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 217 | 99 | 118 | 45,6 | 54,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зөлҡәрнәев Юмпир Дәүләтша улы (1931, Ҡыйғы районы, Сирбай ауылы — ) — техник фәндәр кандидаты, доцент. 1949 йылда Мәсәғүт уҡытыусылар институтын (1949-1950), 1954 йылда Иркутск хәрби училищеһын тамамлай. 1968-1996 йылдарҙа Өфө авиация институтында преподаватель[11].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Урмандар:
Йылғалар: Әй, Алайылға.
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Көртмәлелек: Сирбай ауылы янында ҡара еләк йәғни көртмәлелек — тәбиғәт һәйкәле.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2021)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 112—113 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2021)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сирбай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Уфаген. Сюрбаево (Кумый-Самар)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Сирбай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006 — 93-сө бит
- ↑ Сирбай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ ЦГИА РБ. Ф. 2. Оп. 1. Д. 3839. Л. 2; Ф. 138. Оп. 2. Д. 345,698. Ф. 172. Оп. 1. Д. 80; Ф. 138. Оп. 2. Д. 485. Вестник Уфимского земства. С. 138. ЦГИА РБ. Ф. 138. Оп. 2. Д. 468; Ф. 172. Оп. 1. Д. 25. Л. 51.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Сирбай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ http://kigi-kultura.ru/?p=4959 Зулькарнаев Юмпир Давлетшинович. Отдел культуры Кигинского района РБ
- ↑ Карта д. Сюрбаево. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |