Елгәргес
Елгәргес | |
Кана әлифбаһында исеме | とうみ |
---|---|
Елгәргес Викимилектә |
Елгәргес (рус. Ве́ялка) — игенде кәбәгенән таҙарта торған ауыл хужалығы машинаһы. Шулай уҡ елгәргән ваҡытта иген ҡоротҡос бөжәктәрҙән дә таҙара. Иген культураларын урып-йыйыу эше тамамланғас, һуҡтырғас, елгәреүгә тотоналар.
Ябай ысул менән елгәргән ваҡытта иген көрәк (һоҫҡо) ярҙамында һауаға сөйөлә, орлоҡ кире аҫҡа төшә, ә кәбәкте ел ситкә осора.
Ваҡыт уҙыу менән техника ҡулланыла башлай, иләк өҫтәндә әйләнеп торған вентиляторҙарҙан килгән һауа кәбәкте ситкә осора.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡытай
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо Ҡытайҙа тәүге тапҡыр вентиляторы әйләнеп, кәбәкте осороп торған елгәргес ҡулланылған. Был хаҡта 1313 йылда Ҡытайҙа тәүге китап баҫтырып сығарған Ван Чжэнь ауыл хужалығы тураһында «Нун Шу» тигән йыйылма хеҙмәтендә яҙған[1]
Европа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нортумберлендтағы саксон ауылдарында, мәҫәлән, монах Беда (Beda Venerabilis) һүрәтләгән Ад Джефринда (хәҙерге Йиверинг) ауылында үткәрелгән ҡаҙыныу эштәрендә[2] үтәләй ел өрөп торһон өсөн ике яҡ остан ишектәр ҡуйып эшләнгән амбарҙар табылған[3]
Европала 1700 йылдарға тиклем ҡытай техникаһы ҡулланылмай[4] «Диңгеҙ вентиляторы» тип атала башлаған елгәргестәрҙе 1720 йылдар арауығында голланд диңгеҙселәре Европаға алып ҡайта. Яҡынса шул уҡ ваҡытта шведтар ошондай уҡ өлгөләрҙе килтерә[5]
1737 йылда Роксбургширҙағы Каверс имениеһында фермер Эндрю Роджер кукуруз елгәргесе уйлап таба. Уның менән Шотландияла был ғаилә күп йылдар дауамында уңышлы сауҙа итә. Ҡайһы бер дин әһелдәре иһә яһалма ел Хоҙайға ҡаршы барыу, был гонаһлы ғәмәл тип белдерә[6]
Грек мифологияһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Елгәргес һоҫҡо (liknon) Дионис йола ғөрөф-ғәҙәтендә һәм Элевсин мистерияларында һүрәтләнгән[7]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ The Question of the Transmission of the Rotary Winnowing Fan from China to Europe: Some New Findings 2008 йыл 4 февраль архивланған., Hans Ulrich Vogel, 8th International Conference on the History of Science in China
- ↑ Münzenberg, Hessen. Chapel and Palas (G.Binding, Burg Münzenberg, 1962)
- ↑ M.W.Thompson, The Rise of the Castle, (Cambridge University Press, 1991), 5-6.
- ↑ Broadcasting and winnowing 2017 йыл 16 май архивланған., Peter Charles Dorrington
- ↑ Robert Temple, The Genius of China, p. 24
- ↑ Chambers, Robert (1885). Domestic Annals of Scotland. Edinburgh : W & R Chambers. p. 397.
- ↑ Harrison, Prolegomean to the Study of Greek Religion, 3rd ed. (1922:159).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Устинов А. Н. Сельскохозяйственные машины. — Академия, 2012. — 270 с. — ISBN 978-5-7695-9287-4.