Иҫке Мөхәмәт
Ауыл | |
Старомухаме́тово башҡ. Иҫке Мөхәмәт | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе |
[[Ибрай ауыл Советы (Ҡыйғы районы)|Ибрай ауыл Советы]] |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452503 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Иҫке Мөхәмәт (рус. Старомухаметово) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Ибрай ауыл Советы составына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 460 кеше[2]. Почта индексы — 452503, ОКАТО коды — 80236830003. 2021 йылғы «Айыҡ ауыл» Республика конкурсы еңеүсеһе.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юл оҙонлоғо:[3]
- Район үҙәгенә тиклем (Үрге Ҡыйғы): 22 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ибрай): 8 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 65 км
Иҫке Мөхәмәт Әй йылғаһының уң ярында, район үҙәге Үрге Ҡыйғынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 22 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 65 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫке Мөхәмәт ауылы 1740 йылдан рәсми мәғлүмәттәрҙә телгә алына. Себер даруғаһы Тырнаҡлы ырыуы һәм улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә тәүге төпләнеүсе Мөхәмәт Ҡосаҡов (Кучу(а)ков)[5] исеме менән аталған ауылға нигеҙ һалған.
XVIII быуатта 11 йортта 67 кеше йәшәгән Яңы Мөхәмәт барлыҡҡа килеүе менән бәйле, ауыл Оло Мөхәмәт тип иҫәпкә алынған. XIX быуаттың 1-се яртыһынан Иҫке Мөхәмәт атамаһы нығына. Иҫке Мөхәмәттә 15, уға ҡараған Ҡолсобай утарында 2 йорт булып, дөйөм халҡы — 70 ир-ат, 53 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Халыҡ Яңы Мөхәмәтте Чувашкин, Торна Морон тип йөрөткән, ә Иҫке Мөхәмәтте — Ҡоҙғон тип атаған. Тәүге төпләнеүсе Мөхәмәт Ҡосаҡов (Көсөков) 1752 йылда Дүшәмбикә мишәрҙәре менән Тырнаҡлы ерҙәренә керҙәшлек килешеүе төҙөгән.
Мөхәмәттең улы Мәһәҙей Мөхәмәтов (1756—1829), ейәндәре — Әбйәмил, Сәндейеү (Сяндив). Мөхәмәт ауылында 1859 йылғы рәүиздә 74 йәшлек игеҙәктәр Ахрызаман (донъя ахыры) менән Ибраһим Салыевтар иҫәпкә алынған[6].
Тәүге төпләнеүсе Мөхәмәт шулай уҡ 1773—1775 йылдарҙағы ваҡиғалар буйынса ла билдәле. Сөнки Салауат Юлаевтың туғандарына Шайтан-Көҙәй улусына төрмәнән йәшерен рәүештә тапшырылған хаты властар ҡулына эләгә. Хатында автор үҙенән һорау алғанда иптәштәрен һатмауын белдерергә һәм уларҙы ла «беҙҙең өҫтән бушты һөйләмәгеҙ» тип иҫкәртергә маташҡан. Туғандарына мөрәжәғәт итеп, Салауат карателдәр ҡулында тотолған ғаиләһе тураһында хәстәрлек күреүҙәрен һораған. Майҙың тәүге көндәрендә Өфөгә Балаҡатай улусынан Салауаттың туғаны Сағыр Үтәшев килгән була. Салауат уны күренекле пугачёвсылар өсөн ваҡытлыса төрмәгә әүерелгән Өфө ҡалаһы магистратураһы тәҙрәһенән күреп ҡала. Ҡайҙандыр яҙыу кәрәк-ярағын табып, Салауат хат яҙа, һәм төрмә һаҡсыһы Чудиновҡа бабаһы Сағыр Үтәшевкә хатты тапшырыуын үтенә. Әммә Сағыр Үтәшев хатты, Һарт старшинаһы ярҙамсыһы Әбдрәш Әлкәевкә тапшырырға ҡушып, Өфөнән ҡайтып барыусы Тырнаҡлы улусы башҡорто Мөхәмәт Көсөковҡа бирә. Өйгә ҡайтышлай, 20 саҡрым алыҫлыҡта, яза отряды урынлашҡан Атау ауылы (Атаевка) янында Мөхәмәт Көсөков, көтмәгәндә Тырнаҡлы улусы Баймөхәмәт ауылы башҡорто Истыбай Сағыровтың ҡатыны билбауының аҫҡарына йәшерелгән хатты сығарып, отряд командирына тапшыра. Мөхәмәт ҡабат Өфөгә оҙатыла, Сағыр Үтәшевте лә эҙләп табалар, Чудинов та ҡулға алына. Һорау алғанда Мөхәмәт шуны күрһәтә: «сотник Сағыр Үтәшев миңә иҫке төркисә яҙылған хатты Себер даруғаһы Өфө өйәҙе Һарт улусы старшина ярҙамсыһы Әбдрәш Әлкәевкә бирергә ҡушты. Һалырға урын тапмағас, Сағыр уны Болтай ҡатынына бирҙе, һәм ул билбауы аҫҡарына йәшерҙе. Сағыр хатты Әбдрәшкә алып бар тигәс, мин ризалаштым. Хат кемдән һәм унда ни яҙылғанын мин Сағырҙан һораманым, һәм ул да миңә һөйләмәне. Шунан, берәүгә лә күрһәтмәйенсә, ҡатындан хатты алып, Атау ауылында торған капитан ебәргән тәржемәсегә (толмач) бирҙем». Мөхәмәттең артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[7].
1834 йылда төп ауылда 20 йортта 122 кеше, яңы ауылда — 12 йортта 52 кеше иҫәпкә алынған.
1842 йылда Иҫке Мөхәмәт ауылында 122 кешегә 30 сирек (бүлендек хужалыҡта 52 кешегә - 5 сирек) ужым һәм 92 сирек (бүлендек хужалыҡта - 40 сирек) яҙғы иген сәселгән.
Биләмә берәмектәренә инеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Тырнаҡлы улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 8-се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1834 | 8-се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1847 | 8-се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1859 | 8-се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1895 | Иҫке Балаҡатай улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1920 | Дыуан-Ҡошсо улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) | РСФСР |
1926 | Үрге Ҡыйғы улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Ибрай ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Ибрай ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Ибрай ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 279 | ||||
1920 йыл 26 август | 322 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 368 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 396 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 392 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 497 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 460 | 230 | 230 | 50,0 | 50,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Милли составы
2002 йылғы Бөтә Рәсәй йәниҫәбе мәғлүмәттәренә ярашлы, Иҫке Мөхәмәттә башҡорттар йәшәй (97 %)%)[8].
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1859 йылда Иҫке Мөхәмәттә - 19 йортта 179 кеше, икенсеһендә, Яңы Мөхәмәттә, 8 йортта 50 кеше йәшәгән. Бер башҡорт суҡындырылған.
1870 йылда Иҫке Мөхәмәттә 34 йортта 177 кеше йәшәгән.
XIX быуат аҙағында беренсе ауылда системаһыҙ сәсеү әйләнеше күҙәтелә. Яңы ауылда - өс баҫыулы сәсеү әйләнеше. Иҫке ауылда берешәр ашлыҡ һуҡҡыс менән сәскес булған. Йәшелсә баҡсалары ла эшкәртелгән. Иҫке ауылдағы 22 йортҡа барлығы 163 ат, 81 һыйыр, 60 һарыҡ, 17 кәзә тура килгән. Бүлендек хужалыҡтағы 11 йортта - 49 ат, 20 һыйыр, 9 һарыҡ, 2 кәзә аҫыралған. 11 һәм 13 умарта тотолған.
1795 йылдан 15 хужалыҡта 123 кеше, 1865 йылда 34 хужалыҡта — 177 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, сабата үреү менән шөғөлләнгәндәр[9].
Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920 йылда Иҫке Мөхәмәттә 59 йортта 322 кеше, Тора Моронда — 18 йортта 81 кешк иҫәпкә алынған.
Әлеге ваҡытта Иҫке Мөхәмәт ауылы халҡы «Кустарь», «Өмөт», «Сирень», «Йәйғор» предприятиеларында хеҙмәт итә.
Иҫке Мөхәмәт ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[10].
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәрмөхәмәт Хажиев (? — 3 июнь 1740) — башҡорт старшинаһы. 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе.
- Заһитов Рәүис Хәбир улы (19 ноябрь 1948 йыл) — Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. 1985 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1998), Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1984). 1985 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1998)[11][12].
- Мөхәмәтйәров Владимир Александрович (1945 йыл) — агроном. Хеҙмәт ветераны. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ҡыйғы районының почётлы гражданы.
Ауылдың үҙенсәлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫке Мөхәмәттә ике тиҫтә йылдан ашыу пляж волейболы популярлаштырыла. Хәҙер унда пляж волейболы фестивалдәре(недоступная ссылка) лә үткәрелә, былтыр уның сираттағы 23-сө сараһы уҙғарылды.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
- Күҫтәр
- Сисәкәй, Тирмән, Янбулат, Олотау, Остоҡай
Йылғалар: Әй
Шишмәләр:
- Һыуыҡ шишмә, Һалҡын шишмә, Ҡара шишмә, Зауыт шишмәһе (Килендәр шишмәһе), Яҙғы шишмә, Ҡоробаш, Янбаш, Бейектау, Уҫаҡкисеү, Өстармаҡ, Һар(ы)үҙәк, Һыйырсапҡан
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тырнаҡлы— Әйле (әй) башҡорт ҡәбиләһе составындағы ырыу.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 112—113 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҫке Мөхәмәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Карта д. Старомухаметово. Улицы
- 23-сө пляж волейболы фестивале(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Иҫке Мөхәмәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ БР Үҙәк тарих архивында йәниҫәп мәғлүмәттәрендә яҙыу насар күренә
- ↑ Ф. 172. Оп. 1. Д. 34. Ф. 138. Оп. 2. Д. 345, 485.
- ↑ Гвоздикова И. М. Салават Юлаев. Исследования документальных источников. С. 52—53; текст письма см. Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии. С. 321—322, 323.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Иҫке Мөхәмәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 31.08.1998 г. № 1038 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
- ↑ БАЗА ДАННЫХ «АКТЁРЫ РОССИИ» 2017 йыл 13 ғинуар архивланған.
- ↑ Карта д. Старомухаметово. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |