Йүкәлекүл (Ҡыйғы районы)
Ауыл | |
Юкаликулево башҡ. Йүкәлекүл | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар, татарҙар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452515 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Йүкәлекүл (рус. Юкаликулево) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Ибрай ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 648 кеше[2]. Почта индексы — 452515, ОКАТО коды — 80236830004.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юл оҙонлоғо:[3]
- Район үҙәгенә тиклем (Үрге Ҡыйғы): 21 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ибрай): 7 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 64 км
Йүкәлекүл ауылы Әй йылғаһының уң ярында, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа 21 километрҙа һәм тимер юл станцияһы Һилейәнән төньяҡ-көнбайышҡа 64 километрҙа урынлашҡан[4].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йүкәлекүл ауылына Тырнаҡлы ырыуы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. 1764 йылда һәм 1780 йылдың 1 июнендә тырнаҡлылар менән ике килешеү нигеҙендә мишәрҙәр керҙәш итеп индерелә. Тәүге керҙәштәр — иптәштәре менән Морат Сәйетов, Арыҫланбәк Сәфәров һәм Абдулжәлил Хайсинов була.[5]
Икенсе сығанаҡта, һуңғыһынан башҡа — 1780 йыл урынына 1785 йыл күрһәтелгән. Әммә икенсе төрлө ҡараш бар: Йүкәлекүлдә 1733 йылда мишәрҙәр халыҡ булараҡ телгә алына. Был ҡаршылыҡ мишәрҙәрҙең ошо ауылға керҙәшлекте 1764 йылда ғына законлаштырыуы менән аңлатыла.
1795 йылда 6 йортта 33 башҡорт, 4 ике йортта 20 мишәр йәшәгән. 1816 йылда 40, 1834 йылда — 60, 1859 йылда 98 башҡорт була; шул уҡ йылдарҙа ярашлы, мишәрҙәр 40, 80, 160 кеше иҫәпләнә. Үрге Ҡыйғы типтәрҙәре лә (шул уҡ йылдарға ярашлы 6, 4, 10 кеше) Йүкәлекүлдә йәшәгән, ләкин йөкләмәләрен төп ауылдарында, Үрге Ҡыйғыла, үтәгән.
1842 йылда 60 башҡортҡа 10 сирек ужым һәм 80 сирек яҙғы иген сәселгән; 83 мишәргә — 45 сирек ужым һәм 67 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. 13 йортта йәшәгән 60 башҡортҡа 56 йылҡы, 44 һыйыр, 29 һарыҡ, 2 кәзә тура килгән[6].
Биләмә берәмектәренә инеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Тырнаҡлы улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 8-се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | 8-се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | 8-се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | 8-се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Иҫке Балаҡатай улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Ибрай биләмәһе | Дыуан-Ҡошсо өйәҙе | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Үрге Ҡыйғы улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Ибрай ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Ибрай ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Ибрай ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1870 йылда 42 йортта 153 ир-ат һәм 142 ҡатын-ҡыҙ иҫәпкә алынған. Халҡы игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән.
Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920 йылда 147 йортта 390 ир-ат һәм 435 ҡатын-ҡыҙ иҫәпкә алынған. Тырнаҡлы башҡорттары Йүкәлекүл халҡының яртыһын тиерлек тәшкил иткән, әммә мишәрҙәр һаны күберәк була барған[7][8].
Мәсет булған, унда башланғыс мәктәп эшләгән. XX быуат башында 28 уҡыусыһы булған башҡа милләттәр (инородческий) өсөн училище теркәлгән.
Әлеге көндә Йүкәлекүлдә мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар.
Ауыл халҡы «„Әй“ колхозы» ауыл хужалығы кооперативында хеҙмәт итә[9].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 715 | ||||
1920 йыл 26 август | 825 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 878 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 795 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 626 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 648 | 319 | 329 | 49,2 | 50,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Милли составы
Бөтә Рәсәй йәниҫәбенә (2002) ярашлы — башҡорттар (26 %) һәм татарҙар (72 %) йәшәй[10].
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фәйезов Ғәли Биктимер улы (20.07.1948), ғалим-философ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Философия фәндәре кандидаты. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Әбдрәшитов Сабур Әбдрәшит улы (1925—1995), ғалим-агрохимик. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958—1990 йылдарҙа Башҡортостан игенселек һәм баҫыу культуралары селекцияһы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1965 йылдан — лаборатория, 1981—1990 йылдарҙа бүлек мөдире. Биология фәндәре кандидаты (1958). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре 1980). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001
- А. З. Асфандияров. Любезные вы мои… Уфа: Китап, 1992, с.18
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йүкәлекүл (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан 2020 йыл 25 ноябрь архивланған.
- Юкаликулево на портале «Генеалогия и Архивы» 2010 йыл 2 декабрь архивланған.
- Карта д. Юкаликулево. Улицы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Йүкәлекүл (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Юкаликулево (билдәһеҙ). http://ufagen.ru. Дата обращения: 25 декабрь 2010. Архивировано 2 декабрь 2010 года.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Ф. 138. Д. 34. Л. 1. Оп. 2. Д. 485. ЮАС. Вып. 2. С. 325.
- ↑ Йүкәлекүл (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Йүкәлекүл (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Карта д. Юкаликулево. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |