Түбәнге Ҡыйғы
Село | |
Нижние Киги Түбәнге Ҡыйғы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452510 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Түбәнге Ҡыйғы (рус. Нижние Киги) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Түбәнге Ҡыйғы ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1380 кеше[2]. Почта индексы — 452510, ОКАТО коды — 80236845001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Үрге Ҡыйғы): 17 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 60 км
Түбәнге Ҡыйғы ауылы Ҡыйғы йылғаһы буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 17 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан 60 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Түбәнге Ҡыйғы ауылына 1703 йылда Себер даруғаһы Мырҙалар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1710 йылда ике яҡ араһында төҙөлгән керҙәшлек килешеүе буйынса һуңғараҡ типтәрҙәр ҡатламына ингән яһаҡлы татарҙар һәм мишәрҙәр нигеҙ һалған.
1783 йылда бында Пермь наместниклығынан күсерелгән 88 ир-ат һәм 99 ҡатын-ҡыҙ типтәрҙәр йәшәргә килгән.
1795 йылда Түбәнге Ҡыйғы ауылындағы 34 йортта 281 кеше йәшәгән[4].
Биләмә берәмектәренә инеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Дыуан улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 7-се йорт | 4-се Загорный Башҡорт кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Үрге Ҡыйғы улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Үрге Ҡыйғы биләмәһе | Дыуан-Ҡошсо кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) | РСФСР |
1926 | Үрге Ҡыйғы улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Түбәнге Ҡыйғы ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Түбәнге Ҡыйғы ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Түбәнге Ҡыйғы ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
2008 | Түбәнге Ҡыйғы ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1816 йылда Түбәнге Ҡыйғы ауылында 105 ир-ат һәм 117 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Мишәрҙәр буйынса статистик мәғлүмәт юҡ. 1834 йылғы VIII ревизия мәғлүмәте буйынса Түбәнге Ҡыйғыла 540 мишәр, һәм шул сама типтәр теркәлгән.
1859 йылда 180 йортта 560 ир-ат һәм 570 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.
1864 йылдан башлап Түбәнге Ҡыйғы урыҫ ауыл мәктәбе эшләгән, һәм Константин Павлович Огарков исемле уҡытыусы 14 малайҙы грамотаға өйрәткән.
1865 йылда 170 йортта 1533 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище, һыу тирмәне, 6 сауҙа кибете булған. Йәрминкәләр уҙғарылған.
Түбәнге Ҡыйғыла тимерлек, 2 тирмән, ХIХ быуат аҙағында — 5-әр һуҡҡыс һәм елгәргес, 4 бакалея кибете булған[5][6].
Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1906 йылда Түбәнге Ҡыйғы ауылында улус идаралығы урынлашҡан. Шулай уҡ 2 мәсет, министрлыҡ мәктәбе, 4 тимерлек, һыу тирмәне, 4 бакалея кибете булған.
1920 йылда 549 типтәр хужалығында 1388 ир-ат һәм 1590 ҡатын-ҡыҙ иҫәпкә алынған. 110 типтәр ихатаһында 571 ат, 95 һыйыр, 95 һарыҡ, 73 кәзә аҫыралған.
89 мишәр ихатаһында 750 ат, 457 һыйыр, 400 һарыҡ, 130 кәзә тотолған.
Әлеге ваҡытта Түбәнге Ҡыйғы ауылында урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, табип амбулаторияһы, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[7].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Түбәнге Ҡыйғы ауылында татарҙар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 2978 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1810 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 1596 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 1427 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 1393 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 1380 | 658 | 722 | 47,7 | 52,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөхәмәтдинов Радил Ҡыяметдин улы (02.05.1936) — Башҡортостан Республикаһының күренекле партия һәм дәүләт эшмәкәре, БАССР Юғары Советының дүрт саҡырылыш һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың бер саҡырылыш депутаты, КПСС-тың XXVIII съезы делегаты, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, профессор, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Ҡыйғы һәм Салауат райондарының Почётлы гражданы.
- Әғәҙуллина Лиза Ҡыям ҡыҙы (01.01.1942) — совет, башҡорт педагогы; Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һәм Халыҡ уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тәхәүи урамы (рус. Тахавия (улица)
- Ҡарамалы урамы (рус. Карамалы (улица)
- 8 Март урамы (рус. 8 Марта (улица)
- СССР-ҙың 60 йыллығы урамы (рус. 60 лет СССР (улица)
- Ленин урамы (рус. Ленина (улица)
- Еңеүҙең 40 йыллығы урамы (рус. 40 лет Победы (улица)
- Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица)
- Беренсе Май урамы (рус. Первомайская (улица)
- Октябрь урамы (рус. Октябрьская (улица)
- Комсомол урамы (рус. Комсомольская (улица)
- Салауат урамы (рус. Салавата (улица)
- Йәшлек урамы (рус. Молодёжная (улица)
- Ибраһим урамы (рус. Ибрагима (улица)
- Төньяҡ урамы (рус. Северная (улица)[8]
. Һәм тағы ла 6 урам.
Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ер-һыу атамалары Тауҙар:
Урмандар:
Йылғалар: Ҡыйғы
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Тәбиғәт һәйкәлдәре:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Түбәнге Ҡыйғы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы хакимиәтенең рәсми сайты.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Түбәнге Ҡыйғы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ ЦГИА РБ. Ф. 138. Оп. 2. Д. 57. Ф. 172. Оп. 1. Д. 34. Л. 61-62. РГАДА. Ф. 1355. Оп. 1. Д. 940. Л. 154. ЦГИА РБ. Ф. 138. Оп. 2. Д. 485. РГВИА. Ф. 414. Д. 338. Л. 7. Вестник Уфимского земства. С. 138.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ [https://mapdata.ru/bashkortostan/kiginskiy-rayon/selo-nizhnie-kigi/ Карта с. Нижние Киги. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |