Ҡолбаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Кулбаково
башҡ. Ҡолбаҡ
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡыйғы

Ауыл биләмәһе

Арыҫлан ауыл Советы

Координаталар

55°20′34″ с. ш. 59°08′40″ в. д.HGЯO

Халҡы

322[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452507

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 236 810 005

ОКТМО коды

80 636 410 121

Кулбаково (Рәсәй)
Кулбаково
Кулбаково
Ҡолбаҡ (Башҡортостан Республикаһы)
Кулбаково

Ҡолбаҡ (рус. Кулбаково) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Арыҫлан ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 322 кеше[2]. Почта индексы — 452507, ОКАТО коды — 80236810005.

Ҡолбаҡ ауылы башҡорто ғаиләһе. Өфө губернаһы, Златоуст өйәҙе. Арсентьев Андрей Николаевич фотоһы.

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡолбаҡ ауылы Әй йылғаһы буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 42 километр һәм тимер юл станцияһы Һилейәнән (Силәбе өлкәһе) төньяҡ-көнсығышҡа табан 47 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡолбаҡ ауылына Троицк өйәҙе Әйле улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. 1786 йылдан рәсми документтарҙа билдәләнә. Шулай уҡ Сатай атамаһы менән дә теркәлә. Ауыл атамаһы ан­тропонимдан алынған.

Сатайҙың улы — Киҫәүбай Сатаев (1745—1813), уның улдары Сәйетбаттал, Сәйғафар Кисәүбаевтар. Ҡолбаҡ Ҡолбаҡов сығанаҡтарҙа күрһәтелмәгән. Әммә уның улдары һәм ейәндәре күп: Ҡолһары Ҡолбаҡов (1757—1815, кантон ярҙамсыһы, Шүләмин ауылында йәшәгән), уның улдары Мөхәмәтғәле, Мөхәмәтйән һәм Хәсән Ҡолһарин (1793—1844, легенда буйынса, йәнәһе, Салауат Юлаевтың улы, зауряд-сотник, поход старшинаһы, дистанцион начальник, йот старшинаһы, кантон ярҙамсыһы булып хеҙмәт иткән, 14-се разрядҡа тиклем үрләгән; ике ҡатынынан Хөсәйен һәм Ихсан исемле улдары тыуған); 14-се класлы чиновник Байһары Ҡолбаҡов [4].

Хәсән Ҡолһарин — 4-се Башҡорт кантонының Урал аръяғы өлөшөндәге 2-се бүлексәһенә ҡараған Әйле улусының йорт старшинаһы (1850 йылда — 81 йәш; уның улы зауряд-ясауыл Батырша). Абдулкәрим Ҡолбаҡов, уның улдары — старшин­а ярҙамсыһы Әхтәм, поход­ старшинаһы Ғайса, йорт есаулы Ғәбделсәләм.

Мөхәмәтдин Буҙыҡаев — 4-се Загорный кантоны начальнигы.

Әхәт Ҡолбаков — йорт стар­шинаһы.

1795 йылда Троицк өйәҙе Әйле улусының 6 ауылы араһында Ҡолбаҡ иң ҙуры булған — 25 йортта 145 кеше (73 ир-ат) йәшәгән. 1816 йылда 37 йортта 169, 1834 йылда 40 йортта — 238, 1850 йылда 38 йортта — 236 кеше йәшәгән.

1842 йылда 233 кешегә 38 сирек ужым һәм 67 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. 40 йортта 290 ат, 100 эре мөгөҙлө мал, 80 һарыҡ, 20 кәзә аҫыралған. 4-әр умарта һәм солоҡ булған[5].

Златоуст заводының бәхәсле ерендә йәшәгән һәм 1818 йылда башҡорттар иҫәбенә индерелгән Ҡыуаҡан улусына ҡараған Байһаҡал ауылынан 15 ҡаҙаҡ Ҡолбаҡ ауылынан күсерелгән булған. Уларҙың исемдәре: Ҡашҡа Ҡабалов (Мөхәмәттшафиҡ улы), Жулан Тулыбаев, Мәтән Беғайҙаров, Мырзабай Күпәсов, Пүләмыш Күпәсов, Пүләмыш Байғужин, Үтән Үтәгәнов, Шөкөрбай Байғужин.

Бынан тыш, бында Сәмәр ауылынан — 4, Иҙрис ауылынан — 4 ир-егет беркетелгән. Төрлө ғәйептәре (хеҙмәттән ҡасҡандары) өсөн, 3 кеше Себергә оҙатылған. Ҡолбаҡ ауылынан Әбдрәзәк һәм Иҫәнбай ауылдарына 5 кеше күсеп киткән.

Биләмә берәмектәренә инеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Дыуан улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт 4-се Загорный Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт -се Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт -се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт -се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Иҫке Балаҡатай улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 биләмәһе Үрге Ҡыйғы өйәҙе Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) Coat of arms of the Russian Soviet Federative Socialist Republic.svg РСФСР
1926 Дыуан улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Арыҫлан ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Арыҫлан ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Арыҫлан ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы
2008 Арыҫлан ауыл Советы Ҡыйғы районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡолбаҡ ауылында 1859 йылда 50 йортта — 288, 1865 йылда 48 йортта — 283 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр[6].

1845 йылда төҙөлгән мәсет, һыу тирмәне булған.

1877 йылда Ҡолбаҡта урыҫ-башҡорт мәктәбе асыла.

Ауылдың 1897 йылғы тасуирламаһында түбәндәге һүҙҙәр бар. Ул ауыл хужалығы продукттары һатылған Ҡуҫа заводынан 22 километр алыҫлыҡта урынлашҡан булған. 1891 йылдан алып биләмәләр 170 ир-ат йән башына бүленгән. Бүленгән ерҙәре булмаған кешеләр күбәйгән. Баҫыуҙар Әй, Урғыла, Биҙе, Алйылға буйҙарында урынлашҡан. Улар йырындар менән киҫкеләнгән. Ер яңы һөрөлгән. Системаһыҙ сәсеү әйләнеше күҙәтелә. Ауылда 2 һуҡҡыс, 5 елгәргес булған. Сысҡандар хужалыҡҡа зыян килтергән. Ауыл эргәһендә 2 тимерлек һәм 3 кибет булған[7].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1906 йылда мәсет, урыҫ-башҡорт министрлыҡ мәктәбе, бакалея һәм мануфактура кибеттәре теркәлгән[8].

1920 йылда Ҡолбаҡта 80 йортта 403 башҡорт йәшәгән.

Әлеге ваҡытта Ҡолбаҡта башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар[9].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 500
1920 йыл 26 август 403
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 482
1959 йыл 15 ғинуар 461
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 315
2002 йыл 9 октябрь 312
2010 йыл 14 октябрь 322 158 164 49,1 50,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡолбаҡов Вәлишә Ҡолбаҡ улы (1777—1843) — 14-се класлы чиновник, кантон начальнигы, зауряд-сотник (1810). Троицк өйәҙе Әйле улусы (хәҙерге — Ҡыйғы районы) башҡорто. 1811 йылдан дистанция начальнигы, 1820—1832 йылдарҙа 4-се башҡорт кантоны начальнигы булған. Кантон икегә бүленгәндән һуң, 1835 йылға тиклем 4-се Көнбайыш кантоны менән идара иткән. Өс ҡатынынан — улдары Иштуған, Ғәлиулла, Мөхәмәтйәр, Ибраһим, Әйүп, Шаһиәхмәт, Аҡъегет, Исмәғил һәм ҡыҙҙары Гөлзаһира, Туйбикә, Хәжәр, Бибифәзилә). Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[10][11].

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ғәмбәр урамы (рус.  Гамбара (улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)
  • Әй урамы (рус.  Айская (улица)
  • Йылға аръяғы урамы — (рус.  Заречная (улица)[12]

Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Урмандар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видео, фото[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2014. 20 август 2014 тикшерелгән.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Ҡолбаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Л. 66. Ф. 2. Оп. 1. Д. 3839. Л. 3—4; Асфандияров А. 3. Легенда и исторический факт // Малоизученные источники по истории Башкирии. С. 72—77
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Ҡолбаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  9. Ҡолбаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  10. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  11. История д. Кулбаково
  12. Карта д. Кулбаково. Улицы