Арсентьев Андрей Николаевич
Арсентьев Андрей Николаевич | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө | |
Ил | |
Арсентьев Андрей Николаевич Викимилектә | |
Арсентьев Андрей Николаевич (14 июль 1854, Златоуст — 1903, Златоуст, Өфө губернаһы) — Рәсәй империяһының Златоуст ҡалаһында йәшәп ижад иткән фотограф.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Андрей Николаевич Арсентьев 1854 йылдың 14 июлендә Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Златоуст Заводында профессиональ фотограф Николай Иванович Арсентьев (1826—?) ғаиләһендә тыуған. 1842 йылда атаһы Златоуст завод мәктәбен тамамлағас, 1842—1845 йылдарҙа ҡалалағы метеорология обсерваторияһында хеҙмәт итә, 1845—1855 йылдарҙа Златоуст заводының төп контораһында сәркәтиб, 1855—1860 йылдарҙа завод магазинында смотритель, 1860—1866 йылдарҙа завод контораһы ҡаҙнасыһы, 1866 йылдан столоначальник булып эшләй[1].
Андрей Николаевич 1873 йылда Златоуст округ училищеһын тамамлай.
1873—1878 йылдарҙа Златоуст ҡорал контораһы писары булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай, артабан 1878—1884 йылдарҙа Златоуст заводы һәм Златоуст ҡорал фабрикаһы чертежнигы була. 1884 йылда отставкаға сыға һәм профессиональ фотография менән шөғөлләнә башлай.
Ф. Арсентьевъ въ Златоустѣ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1860-сы йылдарҙа Арсентьев Николай Иванович Златоуста фотосалон тота, юғары сифатлы портреттар һәм төркөмлө һүрәттәр төшөрә. Фотосалон Златоуста Павлов урамында (хәҙерге Аникеев урамы) урылнашҡан.
1882 йылда Андрей Николаевич Златоуст фабрикаларының төрлө ҡоралдары һәм эшләнмәләре төшөрөлгән 23 фотоһүрәт альбомын әҙерләй, уны 1882 йылда Мәскәүҙә уҙған Бөтә донъя сәнғәт һәм сәнәғәт күргәҙмәһенә тәҡдим итә, был заказ өсөн уға 78 һум түләнә[2] . 1882 йылғы «Фотограф» журналында (Санкт-Петербург, ИРТО-ның V бүлеге органы) Арсентьевтың эштәрен юғары баһалана[3].
1888 йылда үҙенең фотоһүрәттәрен Мәскәү ОРТЗ-һының фотография бүлеге тарафынан ойошторолған Бөтә Рәсәй фотография күргәҙмәһендә күрһәтә[4] .
Андрей Николаевичтың һүрәттәрен Урал экспедицияһынан һуң Д. И. Менделеев «1899 йылда Урал тимерселек сәнәғәте» китабында ҡулланған.
1899 йылдан Рус фотография йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы булып тора[3]. 1899 йылдан «Фотографии Арсентьев» салоны хужаһы булараҡ билдәләнгән[5][6][7].
«Нива» журналының 1903 йылғы 3-сө һанында уның 6 фотографияһы баҫылып сыҡҡан[8].
Ҡултамғаһын «Ф. Арсентьевъ въ Златоустѣ» тип ҡуя торған булған.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаҙаныштары өсөн бүләкләнгән[1]:
- 1856 — Владимир таҫмаһына беркетелгән «1853-1856 йылдарҙағы һуғыш иҫтәлеге» аҡһыл бронза миҙалы.
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Ҡолбаҡ ауылы башҡорто ғаиләһе, 1890
-
«Ҡыҙыл таш» ҡаяһы
-
Златоустың тирә-яғы, 1890
-
Таныш булмаған ҡатын-ҡыҙ
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Арсентьевы//Портал Челябинской области
- ↑ И. Шубина Необходимо и полезно иметь фотографические снимки…//
- ↑ 3,0 3,1 Попов А. Арсентьев Ф. Златоуст//Российские фотографы (1839—1930), [Текст] : словарь-справочник : [в 3 т.] — Коломна: Музей органической культуры, 2013 — Т.1 — С.64 — ISBN 978-5-4465-0052-9
- ↑ Указатель Всероссийской фотографической выставки, устроенной фотографическим отделом ОРТЗ в Москве, в ознаменовании пятидесятилетия открытия светописи, 1838—1888 — М., 1888
- ↑ Срезневский В. И. Справочная книжка фотографа, 3-изд. — СПб, 1889
- ↑ Адрес-календарь «Вся Россия» — М., 1901
- ↑ Прейскурант Торгового Дома К. И. Фреландт, 1901
- ↑ Сокровищница России. Очерк южного Урала//«Нива», № 3, 1903 С.48—52