14 июль
Перейти к навигации
Перейти к поиску
14 июль | |
![]() |
14 июль — григориан стиле буйынса йылдың 195-се (кәбисә йылында 196-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 170 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ираҡ: Революция көнө.
Франция: Бастилияны алыу көнө.
Көньяҡ Осетия: Тыныслыҡ урынлаштырыусылар көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1860: Рәсәй империяһының Дәүләт банкы ойошторола.
- 1960: «Башҡортостандың ирекле янғын һүндереү республика ойошмаһы» эшләй башлай.
- 2007: Илеш районы Үрге Йәркәй ауылында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевҡа обелиск асыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Некрасов Виктор Борисович (1925—26.07.2019), спортсы, тренер. 1993—2009 йылдарҙа Олимпия резервының Өфөләге 16-сы махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Спорт гимнастикаһы буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1993), халыҡ-ара (1997), Бөтә Союз (1978) һәм республика (1961) категорияларындағы судья. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1987), СССР-ҙың физик культура отличнигы (1966). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Павлов Пётр Егорович (1925—8.09.1958), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсы, ҡыҙылармеец. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Петровка ауылынан.
- Бородавкин Пётр Петрович (1930), ғалим-инженер-гидротехник. 1960—1971 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1962 йылдан газ һәм нефть үткәргестәр, газ һаҡлағыстар һәм нефть базалары төҙөү кафедраһы мөдире; 1971 йылдан Мәскәүҙәге хәҙерге И. М. Губкин исемендәге Рәсәй нефть һәм газ институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1981 йылдан нефть һәм газ сәнәғәте ҡоролмаларын проектлауҙы автоматлаштырыу кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1976—1985 йылдарҙа инженер механикаһы факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (1969), профессор (1970). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән 2002), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1968). СССР газ сәнәғәтенең (1980) һәм СССР-ҙың Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиелары төҙөлөшө министрлығының почётлы хеҙмәткәре. (1980). СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1984), ике тапҡыр (1980, 1984) И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1984). Сығышы менән хәҙерге Краснодар крайының Тула районы Хамышки ауылынан.
- Дурасов Владимир Александрович (1935), инженер-металлург, дәүләт эшмәкәре. 1986—1989 йылдарҙа СССР-ҙың төҫлө металлургия министры, 1989—1991 йылдарҙы СССР-ҙың Дәүләт план комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары — СССР Министры. СССР-ҙың 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Абдуллин Илгиз Ғәле улы (1940—18.07.2008), ғалим-инженер-механик. 1969—2008 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1980 йылдан материалдарҙы өйрәнеү һәм коррозиянан һаҡлау кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1994 йылдан университеттың Өҫтәмә һөнәри белем биреү институты директоры. Техник фәндәр докторы (1989), профессор (1990). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы (1983).
- Голованова Инесса Владимировна (1950), ғалим-геофизик. 1980 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Геология институты хеҙмәткәре, 1992 йылдан — өлкән, 2004 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 2006 йылдан — лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 1996 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Халиҡов Валерий Абдулхаҡ улы (1950), ғалим-нейрохирург. 2003 йылдан Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Баш клиник хәрби госпиталендә (Мәскәү) төп, 2013 йылдан – баш нейрохирург. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2002). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған табибы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Александренко Галина Васильевна (1956), СССР биатлонсыһы, СССР чемпионы (1981) һәм призеры, биатлон буйынса СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983).
- Георгиева Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы (1976), спортсы. Халыҡ-ара шашка уйындары буйынса Рәсәй гроссмейстеры (1999). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2003).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мәмәтов Әнүәр Фәризун улы (1937—15.07.2012), ғалим-орнитолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2007). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғари һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Латыпов Ҡотдос Ҡәниф улы (1923—23.12.2016), хәрби осоусы, авиация полковнигы (1967), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1946).
- Дятлов Виктор Иванович (1948), журналист, «Стерлитамакский рабочий» гәзитенең элекке баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Мөхәмәтдинов Борис Ғилмрази улы (1948), Нефтекамалағы «822-се төҙөлөш идаралығы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең элекке директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юл төҙөүсеһе (2001).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Алиев Тәҡиулла Абдулханнан улы (1894—15.06.1957), инженер-энергетик, Башҡорт милли хәрәкәтенең Башҡортостан автономияһы өсөн әүҙем көрәшкән эшмәкәре. 1918—1919 йылдарҙа Башҡорт армияһы офицеры, 1923–1928 йылдарҙа Башҡортостандың Мәскәүҙәге вәкиллеге хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Бродская Валентина Егоровна (1939), театр актёры. СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995). Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (2016).
- Хисмәтуллина Миңлебикә Нурлығаян ҡыҙы (1939), хеҙмәт ветераны. 1959–1995 йылдарҙа Кушнаренко райпоһының магазин мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1982).
- Аҡсарова Мәһинур Нафиҡ ҡыҙы (1969), малсылыҡ алдынғыһы. Көйөргәҙе районы «Искра» кооперативының машина менән һыйыр һауыу операторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2010). Сығышы менән ошо райондың Ҡотлоюл ауылынан.
- Сафонова (Балдина) Ольга Ивановна (1969), спортсы, тренер. Өфөләге Олимпия резервының 26-сы балалар-үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе уҡытыусыһы. Атыу буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1800: Жан Дюма, Франция ғалимы, органик химияға нигеҙ һалыусы.
- 1860: Василий Величко, Рәсәй империяһы яҙыусыһы, шағир.
- 1890: Осип Цадкин, Франция скульпторы, авангардист.
- 1910: Уильям Ханна, АҠШ мультипликаторы, режиссёр һәм продюсер, Том һәм Джерри тураһындағы фильм авторҙарының береһе.
- 1918: Ингмар Бергман, Швецияның театр һәм кино режиссёры, сценарист һәм яҙыусы.
- 1945: Пабло Форлан, Уругвай футболсыһы, тренер, Көньяҡ Американың 1967 йылғы чемпионы.
- 1960: Полина Дашкова (төп исеме Татьяна Поляченко), Рәсәй яҙыусыһы.
- 1975: Taboo, АҠШ рэперы, «The Black Eyed Peas» төркөмө солисы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]