Шафиҡов Ивний Вәхит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шафиҡов Ивний Вәхит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 июль 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (87 йәш)
Тыуған урыны Әбдрәхим, Йонос ауыл советы, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы, етәксе, Ҡурсаулыҡ, ғалим

Шафиҡов Ивний Вәхит улы (14 июль 1936 йыл) — ауыл хужалығы һәм фән ветераны, ғалим-умартасы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1978), доцент (1981).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ивний Вәхит улы Шафиҡов 1936 йылдың 14 июлендә БАССР-ҙың Мәсетле районының Әбдрәхим ауылында тыуған. Дыуан ауыл хужалығы техникумын тамамлағандан һуң, «Мәсәғүт» совхозында һәм Салауат Юлаев исемендәге колхозда зоотехник булып эшләгән. 1968 йылда К. А. Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһын тамамлай һәм ғалим Г. А. Аветисян етәкселегендә Бөрйән бал ҡортон өйрәнеүгә арналған кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1969—1971 йылдарҙа — Йылайыр районының «Һүрәм» совхозы директоры, 1971—1981 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының һәм Ағиҙел буйы филиалының ғилми хеҙмәткәре һәм директоры. Бөрйән бал ҡортон һаҡлау һәм үрсетеү буйынса ҙур эш алып бара. Юғары класлы белгес булараҡ, 1981 йылда уны Башҡорт дәүләт аграр университетының умартасылыҡ кафедраһы доценты сифатында эшкә саҡыралар.Башҡорт дәүләт аграр университетында биология-технология факультетында Шафиҡов Ивний Вәхит улы 1981—2002 йылдарҙа «Умартасылыҡ», «Бал ҡорто ғаиләһе биологияһы» дисциплиналарын уҡыта. Кафедрала эшләгән осорҙа Ивней Вәхит улы урта рус тоҡомло бал ҡорттарының бөрйән популяцияһын һаҡлау һәм үрсетеү буйынса ҙур эш башҡара.

2003—2007 йылдарҙа — Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге хеҙмәткәре.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ивний Вәхит улы Шафиҡовтың ҡыҙы Әминә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры[1]

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

И. В. Шафиҡовтың фәнни эшмәкәрлеге Бөрйән солоҡ бал ҡорто биологияһы үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә, бал ҡорттарын үрсетеү һәм селекциялау мәсьәләләренә арнала.

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Умартасылыҡ сәнғәте[2]
  • Бал ҡортоноң наҙы бар[3]
  • Шафиков И. В. Пчелы Башкортостана / И. В. Шафиков // Пчеловодство. — 1999. — № 4. — С.15-17.
  • Изучение и селекция Бурзянских бортевых пчел Башкирского государственного заповедника. Москва, 1978[4]
  • Календарь пчеловода Башкирии / В. Н. Власов, Л. Г. Хайретдинов, И. В. Шафиков. Уфа : Башк. кн. изд-во, 1989[5]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн»
  • «СССР ВДНХ-нда ҡатнашҡаны өсөн» миҙалы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.