Эстәлеккә күсергә

Ҡотлоюл (Көйөргәҙе районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡотлоюл
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Яҡшымбәт ауыл советы
Халыҡ һаны 292 кеше (2002)[1],
293 кеше (2009)[1],
277 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453355
Карта

Ҡотлоюл (рус. Кутлуюлово; икенсе атамаһы Йыуасалы) — Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 293 кеше[3]. Почта индексы — 453355, ОКАТО коды — 80239865003.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 40 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Яҡшымбәт): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ермолаево): 40 км
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Яр буйы урамы (рус. Набережная (улица))
  • Баҡса урамы (рус. Садовая (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))[4]

1834 йылдағы VIII ревизия буйынса Ҡотлоюл ауылы (1795, 1811, 1816 йылдарҙағы рәүиз ҡағыҙҙарында ла) юҡ. Әммә дүрт йылдан һуң хәрби топографтар 2-се Ҡансыра (Ҡотлоюл) ауылы аша үтәләр, халыҡ (52 ир-ат һәм 43 ҡатын-ҡыҙ) һәм мал һанын (266 ат, эре мөгөҙлө мал — 108, һарыҡ — 50, кәзә — 29 баш) теркәйҙәр. Тимәк, ул ошо йылдар араһында барлыҡҡа килгән. Унда йәшәүселәрҙең кем булыуын әйтеүе ҡыйын. Әммә шуныһы асыҡ: 1840 йылда Быҙаулыҡ районында урынлашҡан һәм 9-сы кантондың 40-сы йортона ингән Йыуасалы ауылы Ҡондоҙло Тамаҡ, Ҡыҙыл мәсет, Һеңрән улусының Ишмырҙа ауылдары менән бергә юҡҡа сығарылған, Ә унда йәшәүселәр Смаҡ, Назар, Бүләкәй-Абыҙ (Ерекле), Мәҡсүт, Аллабирҙе, Ҡунаҡбай, Бикҡужа, Этҡабыл (Бабалар) һәм Ҡотлоюл (22 кеше) ауылдарына күсерелгән. Ауыл икенсе исемгә — Йыуасалыға эйә. Уның икенсе исеме Быҙаулыҡ өйәҙенән 22 күскенсенең сыҡҡан еренән киләлер, күрәһең.

1920 йылда Ҡотлоюл ауылында 236 кеше йәшәгән 32 йорт була. Стәрлетамаҡ кантонының Мораптал улусы составына ингән. Яңы Мораптал ауылынан ул 23 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан[5].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]