Эстәлеккә күсергә

Бабич (Көйөргәҙе районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөткән ауыл
Бабич
Ил

Рәсәй

БабичКөйөргәҙе районында бөткән ауыл.

Ер йөҙөндә ни бары 50 йыл ғына йәшәгән Бабич ауылын күптәр онотҡандыр, әммә ул да тарихыбыҙҙың бер бите, ә унда тыуып-үҫкәндәр өсөн - кендеге береккән ғәзиз ер. Бабич ауылы Юшатыр йылғаһының һул яғында, тәбиғәттең иң хозур мөйөшөндә ултырған булған. Ата-бабаларыбыҙҙың төп төйәге - Аҡһары ауылы. 1929-1930-сы йылдарҙа ауыл халҡының бер төркөм активистары беренселәрҙән булып коллектив хужалыҡ ойошторған һәм, иркен ерҙәребеҙгә урыҫ халҡы килеп ултырыр, ерҙе алыр, тип, Аҡһарынан күсеп, яңы ауылға нигеҙ һалғандар. 1931 йылдың яҙында беренсе булып ҡатыны Алмабикә инәй һәм Сәлим исемле улы 8 йәшлек улы менән Сәлихов Хафиз бабай күсеп ултыра. Уларҙан һуң атайым Ғәлин Нафиҡ әсәйем Шәкирә менән 5 балаһын яңы нигеҙгә күсерә. Шунан инде бер туған Фәйзуллин Абдулла менән Хәйбулла абзыйҙар күсеп килә. Унан һуң Аҫылғужин Фәсхетдин, Күсәпов Зәйнәғәбдин, Мөхәмәтшин Әбделғәлимдәр күсә. Аҡһары халҡы "Ауылыбыҙҙың патриоттары күсеп китте инде", тип ҡайғырған. Бабич ауылынан алыҫ түгел урыҫ ауылдары бар ине. Ошо уҡ йылда ауылдың ҡап уртаһына - Глинов тигән урыҫ бабай, шунан уларға ҡаршы урынға йорт һалып, Артюхин Фрол ғаиләләлре менән күсеп килә.

1937-1938-се йылдарҙа ауылыбыҙға күсеп килеүселәр арта һәм 22 йортҡа етә. Ауыл халҡы ишәйеп киткәс, бергәләп мәктәп төҙөнө, атлыҡса, колхоз өйө һалды. Ауылдың ике осона ла сиртмәле ҡойо ҡаҙылды. Бәләкәй генә ауылыбыҙҙан 15 ир-егет һуғышҡа киткән, шуларҙың 7-әүһе яу ҡырында башын һалған. Бына улар:Ғәлин Абдрахман, Собханғолов Әхмәҙулла, Мөхәмәтшин Әбделғәлим, Фәйзуллин Абдулла, Күсәков Зәйнәғәбдин, Ғәлиев Ғиниәт, Артюхин Фрол. Һигеҙ ағай һуғыштан иҫән-аман әйләнеп ҡайтҡан:Сәлихов Сәлим, Фәйзуллин Абдулла, Уразаев Низаметдин, Ғәлиев Ғәйфулла, Глинов Гриша, Глинов Митя, Килсенбаев Зиннәт, Ҡотләхмәтов Әбдрәхим. Улар барыһы ла беҙҙең Бабич һалдаттары. Илебеҙҙең төрлө мөйөштәренә таралған тамырҙары быны белһен. [1] [2]

Ауыл исеме тарихынан

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ул осорҙа Шәйехзада Бабичтың абруйы ныҡ күтәрелгән заман була, шуға күрә беҙҙең патриоттар яңы ауылға яңы халыҡ геройы исемен ҡушырға булған, күрәһең. Тик 1937 йыл шауҡымы беҙҙең ауылды ла урап үтмәй - Ш.Бабичты үлтерәләр, һәм халыҡ араһында кире пропаганда алып барған тип, исемен дә юҡҡа сығаралар. - ауылға Шишмә исеме ҡушыла. Боронғо халыҡ балаға исемде төптән уйлап атарға ҡушҡан, кешенең исеме алдағы яҙмышын билдәләй, тип барған.Бына бит, ауылдың яҙмышы ла, исеме бирелгән Шәйехзада Бабичтыҡы кеүек, ҡыҫҡа ғүмерле һәм үтә лә аяныслы булған.[3] [4]

Күренекле кешеләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Сәлихов Сәлим - комбайнсы, 1957 йылда намыҫлы хеҙмәте өсөн Ленин ордены менән бүләкләнә.
  • Ғәлин Рафиҡ Ғәли улы - "Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ, БР Хөкүмәтендә ойоштороу һәм кадрҙар бүлеге мөдире.
  1. Эльфрида Талипова. Бабич ауылы бигерәк ҡыҫҡа ғүмерле булды. "Юшатыр" гәзите, 1 июнь 2006 йыл.
  2. Башҡортостан мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Шәмсетдинова (Ғәлина) Фәүзиә Нафиҡ ҡыҙының тыуған ауылы Бабич тураһында яҙған хатынан
  3. Эльфрида Талипова. Бабич ауылы бигерәк ҡыҫҡа ғүмерле булды. "Юшатыр" гәзите, 1 июнь 2006 йыл.
  4. Башҡортостан мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Шәмсетдинова (Ғәлина) Фәүзиә Нафиҡ ҡыҙының тыуған ауылы Бабич тураһында яҙған хатынан