Эстәлеккә күсергә

Яңы Ҡалта

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яңы Ҡалта
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мораптал ауыл советы
Халыҡ һаны 110 кеше (2002)[1],
96 кеше (2009)[1],
118 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453365
Карта

Яңы Ҡалта (рус. Новокалтаево; икенсе атамаһы Ҡалтай) — Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 96 кеше булған[3]. Почта индексы — 453365, ОКАТО коды — 80239835005.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 45 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Яңы Мораптал): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мораптал): 15 км
  • Б. Бикбай урамы (рус.  Б.Бикбая (улица)}})[4]
  • Ҡалта ауылы йәмле Юшатыр йылғаһы буйындағы тауҙа урынлашҡан. Ауылдың килеп сығыуы бик ҡыҙыҡлы. Ололар һөйләүенсә, ул XIX быуаттың беренсе яртыһында барлыҡҡа килгән. Ырымбур ҡалаһына барышлай, тау башынан йондоҙ һымаҡ балҡып торған ауылды күрергә мөмкин. Ул да булһа — Ҡалта ауылы. «Ҡалта» һүҙе бер нисә мәғәнәне аңлата:
  1. Тиренән тегелгән тоҡсай, муҡса.
  2. Ҡылыс һауыты (уны салбар ҡайышына элеп йөрөр булғандар.
  3. Кеҫә.
  4. Көшөлөк (аҡса һауыты).

Ә тарихы былай: бер ҡарт ошо ерҙәрҙән үтеп барғанда үҙенең ҡалтаһын (ҡылыс һауытын) төшөрөп ҡалдырған, имеш. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, икенсе төрлө аңлатма бар. Ҡалта ауылын урыҫ кенәзе Иван Калита хөрмәтенә шулай атағандар. 1919 йылға тиклем ауыл ике өлөшкә бүленгән булған: Иҫке Ҡалта һәм Яңы Ҡалта. Ул ваҡытта ауылда 602 кеше йәшәгән. Ә бер нисә йылдан ике яҡ бергә ҡушылып, ҙур Ҡалта ауылы барлыҡҡа килгән.[5].

  • Ә.З. Әсфәндиәровтың «Башҡортостан ауылдары һәм сиктәш территориялар тарихы» — Өфө, Китап, 2009. — 744 с. китабы буйынса

Ҡалта ауылында (исеме гидронимдан) V ревизияла халыҡ сағыштырмаса күп булған: унда 251 кеше йәшәгән. 29 ихата була. 64 йыл үткәс 106 йортта 293 ир-егет һәм 289 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙы133 йортта 602 кеше булған.


Халҡы Ҡыпсаҡ улусының Сура түбәһенә ҡараған. XIX быуаттың тәүге яртыһында ауыл 29-сы йорт составына ингән. Яңы улустар барлыҡҡа килгәндән һуң, 1864 йылдан алып ауыл йәмғиәтенең үҙәгенә әүерелә. 1919 йылдан Стәрлетамаҡ кантонының Мораптал улусы составында.

1842 йылда 439 кешегә яҙғы игендең 274 сиреге (2192 бот) сәселгән.

Ул — күренекле башҡорт яҙыусыһы һәм драматургы Баязит Бикбайҙың тыуған төйәге. Уның фамилияһын башлап ебәреүсе Бикбай Аҡъюловҡа (Мөхәмәтдин балалары, Бикмөхәмәт) 1816 йылда 36 йәш тулған. Уның ағалары — Бикбау менән Аҡъюловтар[6].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Баязит Бикбай — башҡорт әҙәбиәте классигы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты.
  • Бикҡолова Әлмира Талха ҡыҙы (22.10.1929—22.09.2013), ғалим-химик. Юғары мәктәп уҡытыусыһы, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. Химия фәндәре докторы (1991), профессор (1995). Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1996—2013 йылдарҙа «Күп милләтле Санкт‑Петербург» яҙыусылар союзы рәйесе, 1995—2013 йылдарҙа Санкт‑Петербургтағы Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы рәйесе. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009).
  • Бикҡолов Хөрмәт Талха улы — ХХ быуатта тәржемә өлкәһендә иң әүҙем эшләгәндәрҙең береһе, мөхәррир.
  1. YouTube сайтында Видео Южные ворота Новокалтаево
  2. YouTube сайтында Видео Река Б.Юшатырь возле д. НовоКалтаево