Эстәлеккә күсергә

Яңы Урал (Көйөргәҙе районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Яңы Урал
Яңы Урал
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Көйөргәҙе районы

Координаталар

52°41′02″ с. ш. 55°49′31″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 239 840 004

ОКТМО коды

80 639 440 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Яңы Урал (Рәсәй)
Яңы Урал
Яңы Урал
Яңы Урал (Көйөргәҙе районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Урал

Яңы Урал (рус. Новая Уралка) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 219 кеше[1]. Почта индексы — 453360, ОКАТО коды — 80239840004.


Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса сыуаштар 82 % тәшкил итә[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1795 йыл 350
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 458
1926 йыл 17 декабрь
1938 йыл 17 ғинуар 483
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 220
2010 йыл 14 октябрь 232

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 3 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Отрада): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ермолаево): 3 км
  • Өмөт урамы (рус. Надежды (улица))
  • Урал урамы (рус. Уральская (улица))[3]

Сыуаш ауылы Урал XVIII быуат аҙағында барлыҡҡа килә. Ул ауыл булараҡ 1769 йылдан билдәле. Уның икенсе исеме — Симошкино. Беренсе исеме — оронимдан, икенсеһе — антропонимдан. Халҡы — бер аҙ алдараҡ — 60-сы йылдар башында барлыҡҡа килгән Бөгөлсән халҡы менән туғандаш бәйләнештәре булған яңы суҡындырылған сыуаштар. Бөгөлсән Уралы йәки Симошкино тип аталған. Был Уралка (Урал) тип аталған ауылға Бөгөлсән халҡы нигеҙ һалғанын күрһәтә. Ауыл 1769 йылдың 19 октябрендә һәм 1782 йылдың 20 июлендәге Бушман-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары менән килешеү нигеҙендә, сыуаштарға мәңгелек милеккә рөхсәт бирелгәс, барлыҡҡа килгән.

1795 йылда ауылда 350 кеше йәшәгән. Барыһы ла дәүләт крәҫтиәндәре ҡатламына ҡараған. Тәүге совет иҫәбен алыу ауылда шундай уҡ исем аҫтындағы ауылды күрһәтә — Урал ауылында 1458 кеше йәшәгән 269 йорт булған, Яңы Урал ауылында — 19 йорт.

1838 йылда 483 кеше йәшәгән 78 йортҡа йылҡы — 379, һыйырҙар — 371, һарыҡтар 597 баш тура килгән. Ауылда 1885 дисәтинә һөрөнтө ер, 1 һыу тирмәне булған.

Крәҫтиәндәр һуғышы йылдарында бында мөһим ваҡиғалар була. Атап әйткәндә, 20 июндә генерал-каратель П. М. Голицын Урал ауылы янындағы, бер айҙан Стәрлетамаҡ пристане янында пугачевсылар менән һуғышҡан[4].