Мотал (Көйөргәҙе районы)
Ауыл | |
Мотал | |
Ил | |
---|---|
Район | |
Координаталар | |
Эске бүленеш |
урам |
Климат тибы |
уртаса, континетал |
Мотал, Үрге Мотал — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл, Шәбағыш ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны — 2 кеше[1]. Почта индексы — 453352, ОКАТО коды — 80239805004.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мотал ауылы — Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районында, Шайтан йылғаһыны буйында урынашкан ауыл..
Милли составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда башлыса башҡорттар йәшәй. 18—19 быуаттарҙа ауыл халҡы аҫаба башҡорттар булып һаналған.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- 1795 — ?
- 1834 —
- 1859 —
- 1897 —
- 1906 —
- 1913 —
- 1920—492
- 1926 —
- 1938 —
- 1949 —
- 1958 —
- 1970 —
- 1979 —
- 1989 —
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ малсылыҡ, баҡсасылык, умартасылыҡ, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мотал — Бөрйән улусы Монаш ырыуы аҫаба башҡорттарының торамаһы. Ул Бөрйән аҫабаһы Мотал Абдуллиндың исемен йөрөтә, ул 1761 йылда улус ерҙәрен Ҡана һәм Күркәтау йылғалары буйында Кананикольск заводы хужаларына һатыуҙа ҡатнашҡан.
V рәүиздә 23 йортло һәм 166 кеше йәшәгән Иҫке Мотал (Яҡуп) һәм 180 кеше йәшәгән Мотал (Яңы Мотал) ауылдары күренә. Иҫке Мотал ауылы башта Яҡуп тип йөрөтөүҙәре асыҡ күренә.
1920 йылда Көйөргәҙе улусына 111 йорттан торған Үрге Мотал (492 кеше) һәм 14 хужалығы булған Урта Мотал ауылдары ҡарай. Үрге Мотал ауылы Ермолаевка ауылынан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Мораптал улусы составына Түбәнге Мотал ауылы ингән (1918 − 1974 йылдарҙа булған). Ауылда 127 йорт хужалығында һәм 528 кеше йәшәгән.
1858 йылда Үрге Юлдаш ауылынан Мотал ауылына 6 ғаилә, ә Иҫке Юлдаш ауылынан 1 ғаилә күсеп килә. Таулыҡай ауылынан (Баймаҡ районы) моталдарҙан Мөхәмәтйән Юлтаев менән Сәфәрғәле Юлдыбаевтың ғаиләләре күсеп килгән. Быларҙың барыһы ла бер үк улусҡа ҡараған ауыл халҡының туғандаш үҙенсәлектәре тураһында һөйләй.
Моталдарҙан үҙенең белемлелеге һәм улустың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуы менән аҫаба милләттәштәренең ышаныслы кешеләре сифатында һәм кантон идаралығында Бураҡаевтар айырылып торғандар. 1816 йылдағы VII ревизияла уларҙың исемдәре күрһәтелгән: Ишҡыуат (72 йәш), Ҡорманғол (65 йәш), есаул Йомаш (58 йәш), Ҡунаҡбай (55 Йәше), указлы муллалар Уразбай (50 йәш) һәм Ғөбәйҙулла (48 йәш), йорт старшинаһы ярҙамсыһы 13-сө ранг чиновнигы Буранбай (46 йәш, улдары Ирназар, Хоҙайназар, Иҙрис, Ильяс) Бураҡаевтар.
1842 йылда ике ауылдың бөтә 448 кешеһе иҫәбендә 2440 бот яҙғы иген сәселгән, йәғни һәр береһенә 5,4 бот. Хәҙер Мотал ауылдары юҡ, улар — үҙ ваҡытында перспективаһыҙ тип иғлан ителгән тарихыбыҙҙың торғонлоҡ осоро ҡорбандары. Шуға ла улар республика картаһынан юҡҡа сыҡҡан[3]
1920 йылға хәтле ауыл Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Ете ырыу волосына керә. 1920 йылдан БАССР-ҙың Йылайыр кантонында, 1930 йылдан Көйөргәҙе районында. 1955 йылда Күмертау районына кертелә, 1962 йылда Мәләүез районына инә, ләкин ул 1964 йылда Күмертауға кире ҡушыла.
Күренекле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Диҡҡәт Бураҡаев — геолог, геология-минералогия фәндәре кандидаты, журналист, балалар яҙыусыһы.
Ер-һыу тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәншишмә. 1 март 2019. Ауыл бөтһә лә, легендалар йәшәй
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ https://mapdata.ru/bashkortostan/kuyurgazinskiy-rayon/derevnya-mutal/
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 77. 2022 йыл 3 апрель архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Списки населенных пункт Российской империи по сведениям 1870 года. Том 45. Оренбургская губерния. — СПб., 1877.
- [1] «Генеология һәм архивтар» сайтында ауыл тураһында.