Эстәлеккә күсергә

Анновка (Көйөргәҙе районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Анновка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Көйөргәҙе районы

Координаталар

52°47′06″ с. ш. 55°55′00″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 239 825 002

ОКТМО коды

80 639 425 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Анновка (Рәсәй)
Анновка
Анновка
Анновка (Көйөргәҙе районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Анновка

Анновка (рус. Анновка) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1 кеше[1]. Почта индексы — 453351, ОКАТО коды — 80239825002.


Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса рустар 50 %, сыуаштар (50 %) тәшкил итә[2]. Әлеге ваҡытта кеше йәшәмәй. Һуңғы ҡаралтылар 2010 йылда емертелгән.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1834 йыл 8
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 520
1926 йыл 17 декабрь
1938 йыл 17 ғинуар 146
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 2
2010 йыл 14 октябрь 1 - 1 - 100,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 31 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Бөгөлсән): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кумертау): 18 км

Йылға урамы (рус. Речная (улица))[3]

Алпауыт крәҫтиәндәре ауылы Анновка XIX быуат башында барлыҡҡа килгән. Мәләүез ауылынан 24 саҡрымда урынлашҡан. 1834 йылда уның 18 ихатаһы була, уларҙың һәр береһенә 8 кеше тура килә. 1892 йылда Һамар губернаһынан килгән крәҫтиән күскенселәре иҫәбенә халыҡ һаны тулыландырыла. 1920 йылда 80 ихатала 520 кеше йәшәгән.

1838 йылда 146 кешегә 180 ат, 200 эре мөгөҙлө мал, 400 һарыҡ, 40 сусҡа була[4].