Эстәлеккә күсергә

Иҫке Мораптал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫке Мораптал
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мораптал ауыл советы
Халыҡ һаны 353 кеше (2002)[1],
410 кеше (2009)[1],
380 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453365
Карта

Иҫке Мораптал (рус. Старомурапталово) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 380 кеше[3]. Почта индексы — 453365, ОКАТО коды — 80239835007.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 380 181 199 47,6 52,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 33 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңы Мораптал): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мурапталово): 1 км

Мораптал ауылында Ҡыпсаҡ улусының Сөгөн түбәһе вәкилдәре йәшәгән. халҡы — Бөрйән улусынан күсеүселәр. XVIII быуаттың аҙағында ауылда барыһы 11 йорт була, унда 42 ир-егет, 33 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[4]. 1816 йылда ауылға дүрт ҡаҙаҡ беркетелә -Йосоп Майҙанов, Көҙәнбай Баймырҙин, Дүзәй Ҡуралин, Баранбай Лаписов. 1834 һәм 1850 йылдар араһында ошо ауыл халҡының бер өлөшө бүленеп сыға һәс Яңы Мораптал ауылына нигеҙ һала. X ревизияла элекке ауылда 49 йорт күрһәтелә, унда барыһы 294 кеше йәшәй, ә икенсеһендә — 82 йорт һәм 458 кеше. 1816 һәм 1834 йылдарҙағы ревизиялар араһында ауылға татарҙар индерелә, улар төп халыҡ менән бергә яңы ауылға күсенә. Яңы ауылға шулай уҡ Әүестән, Аллабирҙе, Айсыуаҡ ауылдарынан да күсенәләр[4].

1920 йылда Иҫке Морапталда 78 йорт иҫәпкә алына, унда 341 кеше йәшәй, Яңы Морапталда — 267 йорт һәм 1285 кеше.

Ауылдың исеме ауылға нигеҙ һалыусы Мораптал Иҫәнғоловтың исеменә бәйле, ул 1751 йылда заводчиктар Твердышевҡа һәм Мясниковҡа Лик, Һаҡмар, Ағиҙел һәм уларға һыуҙарын ҡойған Ҡарғалы, Ҡарамалы, Һалмыш, Юшатыр, көйөргәҙе, Ыҡ һәм башҡа йылғалар буйындағы ете улус ерен һатыу менән билдәлелек алған[4].

Морапталовтар күрше ауылдарҙа ла йәшәгән. Кантонлыҡ системаһы осоронда ауыл 29-се йортҡа ингән. XIX быуаттың 60-сы йылдарында ике ауыл Мораптал ауыл йәмғиәтен тәшкил иткән. 1919—1935 йылдарҙа ике ауыл да Мораптал улусына ингән, үҙәге — Яңы Мораптал.

1842 йылда төп ауылда (Иҫке Мрапталда) 169 кешенең һәр береһенә сәселгән6 бот ярауай иген тура килгән. 1920 йылда бында тирмән була. Яңы ауылда Вәлит Хәлилов — 124, Абдулла Ниғмәтуллин 102 бот иген сәскән[4].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]