Зәк-Ишмәт
Ауыл | |
Зәк-Ишмәт Зәк-Ишмәт | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Этнохороним |
Иҙәк- Ишәмттәр |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Зәк-Ишмәт (Иҙәк-Ишмәт) — Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районының төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан ауыл. Оло Көйөргәҙе йылғаһын һыулай. Оло Көйөргәҙе ошо ауыл янынан баш ала. Иҙәк-Ишмәт ауыл советына ҡарай. Халыҡ һаны 2009 йылдың 1 ғинуарына 748 кеше.[1] Почта индексы — ?, код ОКАТО — ?.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Ермолаево): 50 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Зәк-Ишмәт): 0 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Күмертау): 41 км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная (улица)}})
- Зәк-Ишмәт мал зыяраты (биләмә) (рус. Зяк-Ишметовский скотомогильник (территория)}})
- Көйөргәҙе урамы (рус. Куюргазинская (улица))
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
- Йәштәр урамы (рус. Молодежный (тыҡрығы))
- Шәмсетдин Зәки урамы (рус. Шамсутдина Заки (улица))
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))[1]
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[2] | 2009[2] | 2010[3] |
790 | ↘748 | ↘682 |
- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек татарҙар йәшәй — татары (80 %)[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зәк-Ишмәт ауылы Зәк (Изәк) утар булараҡ 1784 йылдан билдәле, ул саҡта, IV ревизия мәғлүмәттәре буйынса, Таймаҫ ауылынан 2 башҡорт ихатаһы теркәлгән. 1795 йылда аҫаба башҡорттар тарафынан Кесе Ашҡаҙар ауылынан 10 ир-ат һәм 4 ҡатын-ҡыҙҙан торған яһаҡ татарҙары ҡабул ителә. 1816 йылдағы VII ревизияла бында 9 ике ихата күрһәтелгән. Ауыл халҡы 1835 йылда, Таймаҫ ауылы кешеләре Ырымбур ҡлаһынан 18 саҡрым алыҫлыҡта Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан Сәйет биҫтәһенән сауҙагәр татарҙарҙы ергә индергәндән һуң, ҡырҡа арта. Килешеүҙә татарҙарҙың 12 йыллыҡ керҙәшлек ваҡыты билдәләнә. Һуңынан ваҡыт оҙайтылған. 100 ир заты индерелә.
Шул ваҡыттан алып ауыл, хәҙерге кеүек — Зәк-Ишмәт ауылы тип атала. X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 45 ихатала 286 ир-ат һәм 246 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1835—1865 йылдарҙа ауыл 9-сы кантондың 41-се йортона индерелә (был ауылға Арыҫлан, Йәшергән, Түбәнге Ибрай, Айҙаралы, Балыҡлы, Стәрлебаш ауылдары инә). Ауыл исеменең икенсе өлөшө — Ишмәт — барлыҡҡа килеүен билдәләп булманы. Әммә уның антропоним сығышлы булыуы аңлашыла. Бәлки, бында балалары йәшәгән Ишмөхәмәт (1789—1857 йылдарҙа йәшәгән Әбүбәкир Ишмөхәмәтов) исеменән килеп сыҡҡандыр.
Зәк — шағир Шәмсетдин Зәкиҙең (Ярәхмәт улы Ғөбәйҙуллин) тыуған ере. Уның йәшәгән йылдары — 1825—1865.
Ауыл халҡы — игенселәр. Улар араһынан 40-сы йылдарҙа йылына 129 бот яҙғы иген сәскән Әбүбәкер Ишмөхәмәтов, Ғөбәйҙулла Ғәбитов (129), Әғлиулла Фәтҡуллин (112), Мөхәмәтшәриф Әбдрәшитов (101), Абдрахман Ғосманов (124), Хөсәйен Назаров (112 бот) айырым билдәләнә[4].
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан. 20 май 2019. Көйөргәҙеләр — эҙәрмәндәр[5]
Видеофильмдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәйхан. Зәк-Ишмәт ауыл мәҙәниәт йорто[6]
- Зәк-Ишмәт ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты[7]
- Автозаправкалау станцияһын асыу[8]
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишмөхәмәтов Ғәфүр Шәкүр улы (10.09.1948), табип-ғалим, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1999—2012 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы 22-се дауахананың баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы[9].
- Шәмсетдин Зәки, (ысын исеме — Шәмсетдин Йәрмөхәмәт улы Ғөбәйҙуллин; 1822—1865) — башҡорт мәғрифәтсеһе, философ, шағир, дин белгесе.
Демография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ динамикаһы :
Дөйөм демографик күрһәткес[10] | |||||
Бөтә халыҡ | Халыҡтың үҙгәреше 2002—2009 | ||||
2002 | 2009 | кеше | % | ||
790 | 748 | -42 | -5,32 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Улицы
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 79 — 80. 2022 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ [1]
- ↑ YouTube сайтында Видео
- ↑ YouTube сайтында Видео
- ↑ YouTube сайтында Видео
- ↑ МЕЖДУНАРОДНАЯ АКАДЕМИЯ РАЗВИТИЯ ЗДРАВООХРАНЕНИЯ И МЕДИЦИНСКИХ НАУК. Официальный сайт. Лучшие медицинские работники России: Ишмухаметов Гафур Шакурович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 сентябрь 2018)
- ↑ name='белешмә'
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нәсибуллина А. М., Әсфәндиәров Ә. З. Зәк-Ишмәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.