Эстәлеккә күсергә

Яҡшымбәт (Көйөргәҙе районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Яҡшембәт (Көйөргәҙе районы) битенән йүнәлтелде)
Яҡшымбәт
Рәсми атамаһы Яҡшембәт
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Яҡшымбәт ауыл советы[1]
Административ-территориаль берәмек Яҡшымбәт ауыл советы
Халыҡ һаны 835 кеше (2010)[2],
837 кеше (2002)[3],
899 кеше (2009)[3]
Почта индексы 453366
Карта

Яҡшымбәт — Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районындағы ауыл, Яҡшымбәт ауыл Советын үҙәге. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны — 899 кеше[4]. Почта индексы — 453352, ОКАТО коды — 80239805004.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Яҡшымбәт ауылы. Тәлғәт Аҙнабаев урамы

Көйөргәҙе районының көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан.

  • Комсомол урамы рус. Комсомольская (улица))
  • Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Н.Аллабирҙин урамы (рус. Н.Аллабердина (улица))
  • Пролетар урамы (рус. Пролетарская (улица))
  • Салауат урамы (рус. Салавата (улица))
  • Совет урамы (рус. Советская (улица))
  • Дала урамы (рус. }Степная (улица))
  • Т. Аҙнабаев урамы (рус. Т.Азнабаева (улица))[5]


Яҡшымбәт — Һәуен-ҡыпсаҡ улусы башҡорттары торамаһы, Бөрйәндәр биләмәһендә керҙәш ауыл рәүешендә урынлашҡан була. 9-сы кантондың 30-сы йортона ингән. Һуңынан ауыл йәмғиәте үҙәгенә әүерелә, унда Бабалар ауылы ла инә,һуңыраҡ Стәрлетамаҡ кантонының Мораптал улусы составына ингән.

1795 йылда ауылда 137 кеше йәшәгән 14 йорт булған. IX рәүиз мәлендә ихаталарҙың һаны 80-гә, кешегә һаны 498 еткән. 1920 йылға ихаталарҙың һаны икеләтә артҡан, 808 кеше йәшәгән.

Яҡшымбәттең улдары һәм ейәндәренең исемдәре билдәле. Оло улы Бүкәнбайға — 1816 йылда 73 йәш, уның балалары Таулыбай (уның улдары Мөхәмәтрәхим, Ғәбдрәхим), икенсе улы Сәйетҡол, өсөнсө Солтанғол; Яҡшембәт Аҙнабайҙың икенсе улы (1757—1815).

Билдәле фамилияларҙы башлап ебәреүселәр: Мәүлит менән Сәлих Баҙановтар, Мирас Мәүлитов (1741 йылғы), уның улдары Мәҡсүт (уның улдары Әсфәндиәр, Хөсәйен), Яҡуп, Исхаҡ (уның улдары Ибниәмил, Ғайса), Исмәғил (уның улдары Мөхәмәтйән), Искәндәр.

Ауыл халҡы башлыса ярым күсмә малсылыҡ менән шөғөлләнгән. 1850 йылда 77 йортҡа (414 кеше) — 840 ат, 650 баш эре мөгөҙлө мал тура килгән. Игенселек крәҫтиәндәрҙең тормошона яйлап үтеп инә. 1842 йылда 322 кешенең һәр береһенә 4,5 бот яҙғы иген сәселгән. Кешеләрҙең бер өлөшө умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Бөтә ауылға 15 умарта тура килә[6].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Йәшлек. 4 июнь 2021. Испания меценаттары яҡшымбәттәрҙе нисек ҡыуандырған?[8]
  • Юшатыр. 29 ғинуар. Беҙ һеҙҙе яратабыҙ![9]
  1. Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында иҫтәлекле лә, ҡыуаныслы ла ваҡиға[10]