Юшатыр (гәзит)
Перейти к навигации
Перейти к поиску
«Юшатыр» | |
гәзит | |
Төр | баҫмаһы |
---|---|
Формат | 4А3 |
Сығыу йышлығы | шишәмбе, кесаҙна, шәмбе |
Ойоштороусы | Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм «"Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто» дәүләт унитар предприятиеһы |
Штаттағы хәбәрселәре | Коллектив |
Сыға башлаған | 5 май 2005 |
Тел | башҡорт |
Типография | Күмертау ҡала типографияһы |
Редакция адресы: | Күмертау ҡалаһы |
Юшатыр — Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районының ижтимағи‑сәйәси гәзите.
Ойоштороусылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районының «Юшатыр» ижтимағи-сәйәси гәзите 2005 йылдың 5 майынан башлап сыға. Ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Гәзит аҙнаһына өс тапҡыр: шишәмбе, кесе йома, шәмбе көндәрендә сыға, күләме — 4 бит, форматы — А-3. Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районында тарала. Күмертау ҡала типографияһында баҫыла.
Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Матбуғат алтын фонды», «Матбуғат-2008» Юбилей халыҡ-ара һөнәри күргәҙмәһенең отличие билдәһе менән бүләкләнгән.
- Гәзиттең яуаплы сәркәтибе, РФ һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы Шаһманов Тәлғәт Ғиндулла улы «Шағәле Шаһман нәҫеле» китабы өсөн 2007 йылда Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына лайыҡ була.