Көйөргәҙе районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску


Көйөргәҙе районы
рус. Куюргазинский район
Coat of Arms of Kuyurgaza rayon (Bashkortostan).png Flag of Kuyurgaza rayon (Bashkortostan).png
Район гербы Район флагы
Ил Рәсәй
Статус Муниципаль район
Төбәк Башҡортостан
Эске бүленеш 13 ауыл биләмәһе
Административ үҙәге Ермолаево ауылы
Ойошторолған 1931 йыл
Хакимиәт башлығы Ҡотлоәхмәтов Әхәт Йәүҙәт улы
Халыҡ һаны 26 259 [1] кеше
Халыҡ тығыҙлығы 11,1
Майҙаны 2 370
Сәғәт бүлкәте MSK+2 (UTC+6)
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 239 000 000
Сайт http://kuyrgaza.tukaeva.ru
Location of Kuyurgazinskiy rayon (Bashkortostan).svg

Көйөргәҙе районы (рус. Куюргазинский район) — Башҡортостан Республикаһы составындағы муниципаль район. Административ үҙәге — Ермолаево ауылы.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Район Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. Көйөргәҙе районының майҙаны 2 370 км² тәшкил итә. Район биләмәһе Дөйөм һырттың Төньяҡ тармағы сиктәрендә 400 метрға хәтле бейеклектә тора. Климаты йылы, ҡоро. Ағиҙел ҡушылдығы Мәләүез, Оло Юшатыр ҡушылдыҡтары Оло Көйөргәҙе һәм Кесе Юшатыр менән гидрографик селтәр барлыҡҡа килтерә. Һелтеләнгән ҡара ер өҫтөлөк итә. Имән, йүкә, ҡайын һәм башҡа төр япраҡлы ағастар урманы райондың 7 % территорияһын биләй. Газ, нефть, һоро күмер һәм башҡа төр файҙалы ҡаҙылмалар киң таралған. Күмерҙең эйәрсәндәре — янған тоҡом (тәбиғи шарттарҙа үҙенән-үҙе янған балсыҡ) һәм кварц ҡомдары — бик ҙур ҡиммәткә эйә. Шулай уҡ гипс, ҡом, балсыҡ, суглинок, агроном рудалары ятҡылыҡтары бар. Был районда сәнәғәт һәм ауыл хужалығы үҫешкән. Ауыл хужалығы менән мәшғүл ерҙәр 190,8 мең. га (район биләмәһенең 80,5%-ты), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр— 124,7 мең. га, көтөүлектәр — 57,9 мең. га, сабынлыҡтар — 8,3 мең. га. Игенселек хужалығы бик үҫешкән. Сөгөлдөрсөлөк, көнбағыш игеү, ит- һөт малсылығы һәм һарыҡсылыҡ.

Район территорияһы аша Өфө-Ырымбур һәм Яңы Мораптал — Түлгән тимер юлы, Өфө-Ырымбур һәм Ира- Мораҡ — Сибай — Магнитогорск, Ермолаево-Федоровка автомобиль юлдары үтә.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Район 1935 йылдың 31 ғинуарында төҙөлгән, үҙәге Ермолаево ауылы .Эреләтеү сәйәсәте нигеҙендә 1962 йылда Мәләүез районы составына күсерелә. 1965 йылда район Күмертау районы составына индерелгән.Үҙәге Күмертау ҡалаһы. 1990 йылдан алып был район үҙәге киренән Ермолаево ауылына күсерелә. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының 1992 йылдың 17 ноябрендәге Указы менән Көйөргәҙе районы итеп үҙгәртелә.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
2002[2]2008[3]2009[4]2010[5]2012[6]2013[7]2014[8]2015[9]
25 58726 41526 36925 12524 95724 55524 18623 798
2016[10]
23 653


5000
10 000
15 000
20 000
25 000
30 000
2010
2016

2002 йылдағы иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса райондың милли составы: башҡорттар — 43,1 %, урыҫтар — 28 %, башҡа милләттәр — 28,9 %.[11]

Административ бүленеш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2008 йылдың ноябрендәге мәғлүмәттәр буйынса район составына 91 ауылды берләштереүсе 12 ауыл советы биләмәһе бар.[12]

  1. Бахмут үҙәге Бахмут ауылы
  2. Ермолаево — Ермолаево ауылы
  3. Илкәнәй — Илкәнәй ауылы
  4. Иҙәк — Ишмәт — Иҙәк — Ишмәт ауылы
  5. Керәүле-Илюшкин — Керәүле-Илюшкин ауылы
  6. Ленин — Бөгөлсән ауылы
  7. Мораптал — Яңы Мораптал ауылы
  8. Отрада — Иҫке Отрада ауылы
  9. Свобода — Свобода ауылы
  10. Таймаҫ — Яңы Таймаҫ ауылы
  11. Шәбағыш — Шәбағыш ауылы
  12. Яҡшымбәт — Яҡшымбәт ауылы

Мәғариф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Районда 57 дөйөм белеем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 17 урта, музыка һәм спорт мәктәптәре, профессилналь училище; 24 китапхана, 47 мәҙәниәт учреждениеһы, 1 үҙәк район һәм 2 участка ауыл хәстәханаһы бар. Башҡорт телендә «Юшатыр» һәм урыҫ телендә «Куюргаза» гәзиттәре нәшер ителә.

Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Район территорияһы буйлап Өфө—Ырымбур тимер юлы, Р-240 «Өфө — Ырымбур» федераль автомобиль юлы үтә.

Күренекле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫтәлекле урындар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кинйә мәмерйәһе
  • Урта Мотал ауылындағы ҡыҙыл еректәр. Улар «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән. Бик һирәк ерҙәрҙә үҫә.
  • Туғай Кинйәһе (Беренсе Кинйәабыҙ) ауылы тарихи-мәҙәни ҡурсаулығы.
  • Ермолаевка ауылындағы 18 быуат ҡарағайҙары. Улар ауылға нигеҙ һалыусы Шотт баяры тарафынан ултыртылған.
  • Бағырлы Усман (әүлиә) ҡәберлеге. Яманһары ауылы.
  • Татырлы (тоҙло)шифалы батҡаҡлыҡ. Яҡут ауылынан 2 км алыҫлыҡта ята.
  • Ҡуяныш йылғаһы һыуһаҡлағысы.
  • Юшатыр йылғаһы һыуһаҡлағысы.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Численность населения Российской Федерации по городам, поселкам городского типа и районам на 1 января 2010 года
  2. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 февраль 2012.
  3. 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
  4. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 ғинуар 2014. 2 ғинуар 2014 тикшерелгән.
  5. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2014. 20 август 2014 тикшерелгән.
  6. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2014. 31 май 2014 тикшерелгән.
  7. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Тәүге сығанаҡтан архивланған 16 ноябрь 2013. 16 ноябрь 2013 тикшерелгән.
  8. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 август 2014. 2 август 2014 тикшерелгән.
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 август 2015. 6 август 2015 тикшерелгән.
  10. Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям. Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 февраль 2016. 21 февраль 2016 тикшерелгән.
  11. Население Башкортостана: XIX—XXI века: статистический сборник/ Территориальный орган Федеральной службы государствеңой статистики по Республике Башкортостан.- Уфа: Китап, 2008.- 448 с.:ил.
  12. Закон Республики Башкортостан «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населеңых пунктов» (Принят Государствеңым Собранием — Курултаем Республики Башкортостан 18 ноября 2008 года)
  13. Недошивин Вениамин Георгиевич — Башҡорт энциклопедияһы (Тикшерелгән 27 сентябрь 2017)
  14. Башҡорт энциклопедияһы — Арыҫланов Нурамбәк Ғиниәт улы (Тикшерелгән 29 июнь 2018)
  15. Башҡорт энциклопедияһы — Фәхретдинова Хәҙисә Сиражетдин ҡыҙы (Тикшерелгән 16 июль 2018)