Яҡут

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Яҡут
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Көйөргәҙе районы

Координаталар

52°25′42″ с. ш. 55°45′20″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 239 835 009

ОКТМО коды

80 639 435 106

ГКГН номеры

0524374

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Яҡут (Рәсәй)
Яҡут
Яҡут
Яҡут (Башҡортостан Республикаһы)
Яҡут

Яҡут (рус. Якутово) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 364 кеше[1]. Почта индексы — 453365, ОКАТО коды — 80239835009.


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 95 % тәшкил итә[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1900 йыл 527
1920 йыл 26 август 847
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 430
1959 йыл 15 ғинуар 357
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 291
2002 йыл 9 октябрь 344
2010 йыл 14 октябрь 343

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 35 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңы Мораптал): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мурапталово): 6 км

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡут ауылы — Бөрйән улусы Байыулы түбәһе башҡорттарының торамаһы. Уларҙың ере ҡаҙна ҡулына күскән. Унда 1834 йылда — 586, 1859 йылда 841 кеше йәшәгән. Ул XIX быуат уртаһынан Яңы Яҡут ауыл тип аталған. Яңы Мораптал улусы үҙәгенән өс саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.

1842 йылда 622 кешегә 245 сирек (1960 бот) яҙғы иген сәселә. Аҙансы Әбделфәиз Вәлитов бер үҙе 178 бот иген сәскән[3].

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Баян урамы (рус. Баяна (улица))
  • Гагарин урамы (рус. Гагарина (улица))
  • Мәсәғүт урамы (рус. Масягутова (улица))
  • Йылға урамы (рус. Речной (переулок))[4]


Матбуғатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Йәшлек. 14 октябрь 2020. Афарин, Яҡут ауылы халҡы![5]

Видеофильмдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Батҡаҡ күл, Көйөргәҙе районы, Яҡут ауылы[6]
  2. Айыҡ Ауыл 2020 — Яҡут ауылы[7]

Топонимия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡут ауылы Ташлытау итәгендә урынлашҡан. Ташлытау Яҡуттың кешеләренә оҡшай, сөнки ҡышын балалар тау шыуа, ә йәйен бында аттарын ебәрәләр. Тау янында Юшатыр йылғаһы ағып ята. Был тауҙа таштар күп булған өсөн уны Ташлытау тип атағандар. Шулай уҡ Әүлиә тауы ла бар. Ул тауға кешеләрҙе дауалап йөрөүсе әүлиә ерләнгән, тиҙәр. Ҡуянтау тауында ҡуяндар күп булғанға шулай аталған, тиҙәр.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; 2002F төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  3. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 78. 2022 йыл 3 апрель архивланған.
  4. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  5. [1]
  6. YouTube сайтында Видео
  7. YouTube сайтында Видео