Урта Баба
Ауыл | |
Урта Баба Урта Баба | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Урта Баба (рус. Среднее Бабаларово) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 79 кеше[1]. Почта индексы — 453355, ОКАТО коды — 80239865007.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яр буйы урамы (рус. Набережная (улица))
- Быуа урамы (рус. Прудная ((улица))
- Йылға урамы (рус. Речной (улица))
- Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))[2]
Легендаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылыбыҙ тарихы тураһында бик күп легендалар бар. Мин өләсәйем һөйләгәндәрҙе яҙам. Бер ҡарттың өс улы булған. Улдары ир ҡорона еткәс балаларына: «Мин олғайҙым инде. Һеҙгә үҙ тормошоғоҙҙо ҡорорға ваҡыт. Өйләнеп үҙ ауылығыҙҙы ҡороғоҙ. Оло улым һин Үргәрәк менеп ауыл төҙө, һин кесе улым йылғаның теге яғына һал, ул яҡта ла ерҙәребеҙ бар. Һин кинйә улым минең менән Көйөргәҙе йылғаһының тамағында ҡал», тигән. Ошолай итеп бабайҙың өс улы өс ерҙә ауыл ҡорған. Өс Баба шулай барлыҡҡа килгән.[3].
Ауыл тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Ильич юлы» гәзите буйынса, 29 ғинуар 1991 йыл
Урта Бабалар ауылының тәүге исеме Бикҡужа булған. 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышын баҫтырған саҡта генерал Фреймандың каратель отрядтары Ырымбур губернаһы Иманғол ауылынан Стәрлетамаҡ пристаненә тиклем һуҙылған була. Уларҙың казактары Урта Бабалар ауылында ла туҡталып киткән. Халыҡ ярымултыраҡ тормошта йәшәгән, малсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнгән. Ике тирмән эшләүе билдәле.
- Ә.З. Әсфәндиәровтың «Башҡортостан ауылдары һәм сиктәш территориялар тарихы» — Өфө, Китап, 2009. — 744 бит. китабы буйынса.
Николай Рычков Көйөргәҙе йылғаһының һул яҡ ярында 1770 йылда уҡ ике Бабалар ауылын күрһәткән — береһе Үрге, икенсеһе Түбәнге. 1786 йыл картаһында Бабалар исемле бер ауыл ғына күренә. V ревизия шулай уҡ ике ауылдың ихаталарын һәм халҡын берләштергән һәм бер Бабалар ауылын күрһәткән, унда 29 ихатала 102 ир-егет һәм 137 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Үрге Бабалар ауылының икенсе исеме юҡ. Түбәнге Бабаларҙы икенсе Итҡабыл тип йөрөткәндәр.
Башта Урта Бабалар Бикҡужа исеме менән аталған. X ревизияла Бикҡужаның улдары — 73 йәшлек Абдулҡадир, 69 йәшлек Әлмөхәмәт, 57 йәшлек Усман, 54 йәшлек Мәһәҙиә атала. Ул ваҡытта ауылда 128 ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ йәшәгән 35 йорт булған, Үрге Бабалар ауылында — 292 кеше менән 30 йорт, түбәнгеһендә — 258 кеше йәшәгән 44 ихата.
Емельян Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиән һуғышын баҫтырыу барышында Имәнғол ауылынан (Ырымбур өлкәһе) Стәрлетамаҡ пристаненә тиклемге территорияла язалаусы генерал Фрайман ғәскәрҙәре урынлаша. Түбәнге Бабалар ауылында 1774 йылдың октябрендә уның казактары була.
Халҡы башлыса ярым күсмә малсылыҡ менән шөғөлләнгән. 1853 йылда Бабалар ауылында 36 йортҡа (259 кеше) йылҡы — 483, һыйыр малы — 311 баш; Урта Бабалар ауылында (Бикҡужа) 41 йортҡа 348 йылҡы, 213 баш һыйыр малы, 10 умарта тура килгән. Игенселек аҙ үҫешкән була. 1842 йылда Үрге Бабалар ауылында 168 кешегә 102 сирек (816 бот), Урта Бабалар ауылында 169 кешегә — 146 сирек (116 бот), Түбәнге Бабалар ауылында 238 кешегә — 146 сирек (1168 бот) яҙғы иген сәселгән. Ике ауыл эргәһендә — Урта һәм Түбәнге Бабаларҙа — һыу тирмәндәре булған.
Бөтә өс ауыл да Ҡыпсаҡ волосының Байгилде түбәһенеке булған. Ләкин уларҙың халҡы Бөрйән улусының айырым биләмәһе аҫаба башҡорттарының керҙәштәре була[4].
Тарихы, ер-һыу атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күмертау исеме нисек барлыҡҡа килгән? 5 сентябрь 2010
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғиниәт сәсән Бикҡужин — 1917 йылда Мөхәмәтша Буранғолов унан мәшһүр «Аҡбуҙат» эпосын яҙып ала.
- Моратбаҡиев Насир Әхмәҙи улы — хужалыҡ етәксеһе, КПСС-тың Күмертау ҡала комитетының икенсе секретары.
- Моратбаҡыев Фәнит Насип улы (1961) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 40 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яҡшымбәт): 14 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ермолаево): 40 км
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Яҙып алды РПЛИ-ның 8 класс уҡыусыһы Әхмәтова Фәнзилә.
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с., страница 75 2022 йыл 2 апрель архивланған.