Моратбаҡыев Фәнит Насип улы
Моратбаҡыев Фәнит Насип улы | |
Тыуған көнө |
20 сентябрь 1961 (63 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, Күмертау районы, Урта Баба ауылы |
Гражданлығы | |
Моратбаҡыев Фәнит Насип улы (20 сентябрь 1961 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһының йәмәғәт советы рәйесе. «Башҡортостандың халыҡ-патриотик хәрәкәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе[1]. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан), Йәмәғәт именлеге, хоҡуҡ һаҡлау һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары[2][3]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнит Насип улы Моратбаҡыев 1961 йылдың 20 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Күмертау районы Урта Баба ауылында тыуа. Күмертау ҡалаһының 1-се урта мәктәбен тамамлай (1979). Аттестат алғандан һуң ике йыл Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә (1979—1981).
Хеҙмәт юлын 1982 йылда Күмертау ҡалаһында «Искра» заводында токарь булып башлай[4].
1993—1997 йылдарҙа «Баштрансгаз» предприятиеһының Ҡансура газды ер аҫтында һаҡлау станцияһы балта оҫтаһы булып эшләй. Һуңынан 2003 йылға тиклем «Апрель» акционерҙар йәмғиәтенең балта оҫтаһы.
2003 йылдан 2007 йылғаса «Майҙан» гәзите редакцияһы яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең хеҙмәткәрҙәр буйынса директор урынбаҫары. Бер үк ваҡытта 2019 йылға тиклем Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Башҡарма комитеты рәйесе кәңәшсеһе.
2019—2023 йылдарҙа — «Юрий» аудитор фирмаһы яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең директор урынбаҫары.
2020—2023 йылдарҙа республиканың Көйөргәҙе районы советы рәйесе.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы[1].
«Клуб регионов» федераль эксперттар селтәре эксперты[5] 2023 йылдан — Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[3][2].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән, улы һәм ҡыҙы бар[2].