20 сентябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
20 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 263-сө көнө (кәбисә йылында 264-се). Йыл аҙағына тиклем 102 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Германия: Балалар көнө.
Көньяҡ Осетия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Непал: Конституция көнө.
Таиланд: Йәштәр көнө.
Беларусь: Таможня хеҙмәткәрҙәре көнө.
Ҡырғыҙстан: Эшҡыуарҙар көнө.
Әзербайжан: Нефтселәр көнө.
Япония: Оло йәштәгеләрҙе хөрмәтләү көнө.
Рәсми булмаған
Рәсәй: Рекрутерҙар көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 622: Мөхәммәдтең һәм уның менән фекерҙәш мосолмандарҙың Мәккәнән Мәҙинәгә күсенеүе (һижрәт).
- 1519: Фернан Магеллан үҙенең экспедицияһын башлай.
- 1802: Батша Александр I фарманы менән Рәсәйҙәге коллегиялар министрлыҡтар менән алмаштырыла, уларҙың тәүгеләре һигеҙ була: хәрби, диңгеҙ, сит ил эштәре, эске эштәр һәм полиция, юстиция, финанс, комерция һәм халыҡ мәғарифы министрлыҡтары.
- 1862: Санкт-Петербургта Рәсәй империяһындағы беренсе консерватория асыла.
- 1878: Санкт-Петербургта Юғары Бестужев курстары — Рәсәйҙәге тәүге ҡатын-ҡыҙҙар университеты асыла.
- 1959: Сибай медицина колледжы эш башлай[1].
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәфиәтулла Арыҫланов (1915—5.01.1945), совет-фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. Танк полкы командиры урынбаҫары, гвардия подполковнигы (1944). Советтар Союзы Геройы (1940). Башҡорттарҙан тәүгеләрҙән булып ошо юғары исемде алыусы.
- Ибраһим Абдуллин (1920—9.07.2005), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, драматург. 1949 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1978), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1996). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1980) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1966) ордендары кавалеры.
- Вәлиуллин Рифғәт Абдулла улы (1935—3.01.2007), мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәре. 1966 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры режиссёры, бер үк ваҡытта 1971 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, профессор. 1966 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Үрге Бишенде ауылынан.
- Неволин Аркадий Иванович (1940), инженер-механик. 1963—1996 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатыэшсеһе — вальце-токарь, 1971 йылдан слесарь, 1974 йылдан — цех начальнигы ярҙамсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған металлургы (1981), Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһынан.
- Япаров Инбер Мөхәммәт улы (1950), ғалим-географ, 1982 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 1983—1991 йылдарҙа СССР География йәмғиәте Башҡортостан филиалының ғилми секретары. География фәндәре кандидаты (1990), доцент (1994).
- Һөйөндөков Йәлил Төхвәт улы (1960), ғалим-эколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының (2012) һәм Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2011), биология фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011).
- Мокеева Екатерина Геннадьевна (1975), ғалим-спорт медицинаһы табибы. 1998—2005 йылдарҙа Республика табип физкультура диспансеры хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 2001 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 2010 йылдан П. Ф. Лесгафт исемендәге Милли физик культура, спорт һәм сәләмәтлек университеты (С. Петербург) хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (2010). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аксаков Сергей Тимофеевич (1791—30.04.1859), Рәсәй империяһының Өфө ҡалаһында тыуған яҙыусыһы, дәүләт эшмәкәре, әҙәбиәт һәм театр тәнҡитсеһе.
- Ғәли Хоҙаяров (төп исеме Хоҙаяров Ғәләүетдин Ғәйнетдин улы; 1891—9.03.1966), уҡытыусы, журналист, шағир, дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 1919—1920 йылдарҙа Өфөлә сыҡҡан «Шәреҡ ярлылары» гәзите мөхәррире; 1924—1932 йылдарҙа Ҡазандағы «Спартак» күн аяҡ кейеме комбинаты директоры, Татар АССР-ы Халыҡ Хужалығы Советы Рәйесе урынбаҫары, Ауыл хужалығы кооперацияһы союзы рәйесе, Татар педагогия институты ректоры, Татарстан мәғариф халыҡ комиссары, Ҡазан совет төҙөлөшө институты директоры. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Усманов Юнир Барый улы (1931—2.08.2012), хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1962—1982 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы хәҙерге «Сода» йәмғиәте аппаратсыһы, 1982—1997 йылдарҙа — слесарь‑ремонтлаусы. Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Шәрипов Фәнис Вәғиз улы (1941), хеҙмәт ветераны, ғалим-педагог. 1974 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1999—2013 йылдарҙа Өфө эшҡыуарлыҡ һәм хоҡуҡ техникумы директоры. Педагогия фәндәре докторы (1997), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Сабай ауылынан.
- Абакумов Алексей Алексеевич (1946), ғалим-инженер-радиоэлектроник. 1972 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986 йылдан электротехника кафедраһы мөдире; 1987 йылдан хәҙерге МИФИ Ядро милли тикшеренеү университеты филиалы — Обнинск атом энергетикаһы институтының электротехника һәм электроника кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1999 йылдан Интроско үткәргес торбаларҙы диагностикалау үҙәгенең (Обнинск) генераль директоры. Рәсәй Федерацияһы Электротехник фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2000) һәм ағза-корреспонденты (1995), техник фәндәр докторы (1985), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһыының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2013).
- Ҡотлогилдин Наил Закир улы (1946), хеҙмәт ветераны. 1999—2003 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө (2003—2008) һәм дүртенсе (2008—2013) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтехимигы, Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтехимигы, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (2007).
- Яруллина Нурия Кинжәбай ҡыҙы (1951), матбуғат ветераны, уҡытыусы, журналист. 1999—2006 йылдарҙа Салауат районы «Йүрүҙән» гәзитенең баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шапошников Борис Михайлович (1882—26.03.1945), Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың хәрби етәксеһе, дәүләт эшмәкәре. Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Маршалы. Өс Ленин (1939, 1942, 1945), ике Ҡыҙыл Байраҡ (1921, 1944), I дәрәжә Суворов (1944) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1934, 1938) ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө губернаһының Златоуст ҡалаһынан.
- Вәлиуллин Ренат Абдулла улы (1947), рәссам, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997).
- Романов Анатолий Иванович (1947), агроном-агрохимик, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1991). Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Илеш районының ветерандар советы рәйесе, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы. Сығышы менән Баҡалы районы Яңы Маты ауылынан.
- Кәлимуллина Лариса Айрат ҡыҙы (1972), ғалим-тел белгесе. 2000 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡыытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2007).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Звейнек Антонина Ивановна (1903—1985), «Ишембайнефть» нефть промыслыһы идаралығы медик-санитар бүлегенең элекке баш табибы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
- Әминев Хәниф Ҡыям улы (1938), табип-ғалим, фтизиатр, хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1992 йылдан Башҡортостан Фтизиатрҙар ассоциацияһының идара рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1993), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Күсәкәй ауылынан.
- Моратшин Амран Миһран улы (1948), ғалим-инженер-электрик, дәүләт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1987 йылдан Башҡортостан Республикаһының Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге директоры. Рәсәй Сифат проблемалары академияһы академигы, техник фәндәр докторы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған метрологы. Салауат Юлаев ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Мотай ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Семашко Николай Александрович (1874—18.05.1949), дәүләт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. 1918—1921 йылдарҙа РСФСР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары. 1941—1942 йылдарҙа Өфөлә эвакуацияла булған ваҡытында Башҡорт АССР-ы Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариатының Госпиталь советы хеҙмәткәре. СССР Медицина фәндәре академияһы (1944) һәм РСФСР Педагогия фәндәре академияһы (1945) академигы. Ленин (1944) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1943) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Липецк өлкәһенең Задонский районы Ливенская ауылынан.
- Гаврилов Сергей Алексеевич (1914—21.05.1983), ғалим-конструктор. 1955 йылдан Өфө машиналар эшләү конструкторлыҡ бюроһының баш конструктор урынбаҫары, 1962–1983 йылдарҙа — баш конструкторы. Техник фәндәр докторы (1978). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). РСФСР‑ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР‑ының (1969) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1977). Сығышы менән хәҙерге Иваново өлкәһенең үҙәге Иваново ҡалаһынан.
- Сафонов Анатолий Георгиевич (1919—24.06.1944), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған хәрби хеҙмәткәр. Уҡсылар полкының рота командиры, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
- Исмәғилева Эльза Рауил ҡыҙы (1949, ғалим-ветеринар. 1973 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1977—1989 йылдарҙа — ветеринар табип‑рентгенолог. Ветеринария фәндәре докторы (2006). Сығышы менән хәҙерге Ҡарағалпаҡстандың Чимбай ҡалаһынан.
- Шәрипов Наил Надир улы (1949), терапевт, Республика балалар клиник дауаханаһының бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1989).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1842: Джеймс Дьюар, Англия уйлап табыусыһы, беренсе булып термос эшләүсе.
- 1837: Пётр Лесгафт, Рәсәй империяһы анатомы.
- 1934: Софи Лорен, Италия актрисаһы, йырсы.
- 1948: Джордж Мартин, АҠШ-тың фантаст-яҙыусыһы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1863: Якоб Гримм, Германия филологы.
- 1944: Бәҙрүш Моҡамай, башҡорт шағиры.
- 1975: Сен-Жон Перс, Франция шағиры.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]