Һөйөндөков Йәлил Төхвәт улы
Һөйөндөков Йәлил Төхвәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 20 сентябрь 1960 (64 йәш) |
Тыуған урыны | Үрге Мәмбәт, Ишмырҙа ауыл советы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | эколог |
Эшмәкәрлек төрө | экология, агрофизика[d] һәм тупраҡ тураһында фән[d] |
Эш урыны |
Башҡортостан ауыл хужалығы институты Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Башҡортостан ауыл хужалығы институты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Һөйөндөков Йәлил Төхвәт улы (20 сентябрь 1960 йыл) — ғалим-эколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының (2012) һәм Рәсәй Тәбиғәт ғилеме академияһының мөхбир ағзаһы (2011), биология фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәлил Төхвәт улы Һөйөндөков[1] 1960 йылдың 20 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районының Үрге Мәмбәт ауылында тыуа.
1978 йылда Йәлил Төхвәт улы Баймаҡ интернат-мәктәбен тамамлай һәм Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына инә, уны 1983 йылда отличие менән тамамлай. Институтта Максим Горький исемендәге стипендия алып уҡый.
Институтты тамамлағас, шунда уҡ ассистент булып эшләй, аспирантурала уҡый.
1989 йылда Новосибирск ҡалаһында СССР Фәндәр академияһы Себер бүлексәһе Тупраҡ ғилеме һәм агрохимия институтында «Башҡортостандың дала Урал яръяғында ҡәҙимге ҡара тупраҡлы ерҙәрҙең үҙенсәлектәренә һәм һыу режимына һуғарыуҙың йоғонтоһо» тигән темаға агротупраҡ, агрофизика ғилеме специальносы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Артабанғы эш урындары: 1988—1990 йылдарҙа — Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ер эшкәртеү һәм тупраҡ ғилеме кафедраһы ассистенты, 1990—1994 йылдарҙа — Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының ер эшкәртеү бүлеге өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1994—1996 — Башҡорт дәүләт педагогия институты (БДПИ) Сибай филиалының тәбиғәт ғилеме кафедраһы доценты, өлкән уҡытыусыһы, 1996—1998 йылдарҙа — БДПИ-ҙың Сибай филиалы директоры, 1998—1999 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының (филиалының) социаль-иҡтисади һәм кадрҙар эше буйынса директор урынбаҫары, 1999—2001 йылдарҙа — ошо уҡ институтта тәбиғәт фәндәре кафедраһының өлкән ғилми хеҙмәткәре, агроэкология кафедраһы доценты, 2001—2009 йылдарҙа — ситтән тороп уҡыу бүлексәһе буйынса директоры урынбаҫары, экология кафедраһы профессоры. 2004—2009 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Сибай филиалы директоры, бер үк ваҡытта экология һәм тәбиғәт ресурстарын һөҙөмтәле файҙаланыу лабораторияһы мөдире.
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының «Төбәк тикшеренеүҙәре институты» дәүләт автономиялы ғилми учреждениеһы директоры, «Башҡорт дәүләт аграр университеты» юғары һөнәри белем биреү федераль дәүләт белем биреү учреждениеһының Урал аръяғы филиалы директоры.
2001 йылда Йәлил Төхвәт улы Рәсәй Фәндәр академияһы Волга бассейны экологияһы институтында (Тольятти ҡалаһы) «Башҡортостан Урал аръяғының тупраҡ уңдырышлылығына экологик йүнәлешле идаралыҡ» темаһына «экология» специальносы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Йәлил Һөйөндөков 15 кандидатлыҡ һәм 1 докторлыҡ диссертацияһын яҡлауға әҙерләй.
Төп эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һөйөндөков Йәлил Төхвәт улы — 160-тан ашыу ғилми хеҙмәт авторы, уларҙың 30-ы үҙәк матбуғатта баҫылып сыҡҡан.
- Суюндуков Я. Т. Экология пахотных почв Зауралья Республики Башкортостан / Под ред. чл.-корр. АН РБ Ф. Х. Хазиева. — Уфа: Гилем, 2001. — 256 с.
- Суюндуков Я. Т., Хасанова Р. Ф., Суюндукова М. Б. Фитомелиоративная эффективность многолетних трав на черноземах Зауралья Республики Башкортостан / Под ред. чл.-корр. АН РБ Ф. Х. Хазиева. — Уфа: Гилем, 2007. — 132 с.
- Суюндуков Я. Т., Надежкин С. Н., Хасанов Г. А. Нут в степном Зауралье. — Уфа: Гилем, 2007. — 96 с.
- Синантропная растительность Зауралья Республики Башкортостан: синтаксономия, динамика, фиторекультивационный эффект / Под ред. чл.-корр. АН РБ Б. М. Миркина, д.б.н. Суюндукова Я. Т. — Уфа: Гилем, 2008. — 512 с.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Суюндуков Ялиль Тухватович - Учёные России . Дата обращения: 1 февраль 2013. Архивировано 13 февраль 2013 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һөйөндөков Йәлил Төхвәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 7 сентябрь 2019)
- Суюндуков Ялиль Тухватович . Академия наук Республики Башкортостан. Дата обращения: 26 декабрь 2013.
- http://www.zfbsau.ru/filialzfbsau/rukovodstvo/direktor/item/61-суюндуков-ялиль-тухватович.html(недоступная ссылка)
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 20 сентябрҙә тыуғандар
- 1960 йылда тыуғандар
- Баймаҡ районында тыуғандар
- Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан) кавалерҙары
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары
- Биология фәндәре докторҙары
- Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусылары
- Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары