Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты» федераль дәүләт бюджет ғилми учреждениеһы
(ФГБНУ Башкирский НИИ сельского хозяйства)
Нигеҙләнгән

1910

Президент

Вәкил Мирғәли улы Ширәев

Аспирантура

бар

Урынлашыуы

Башҡортостан Башҡортостан

Юридический адрес

450059, Өфө ҡалаһы, Рихард Зорге урамы, 19

Сайт

http://www.bniish.ru/

Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты — республиканың ауыл хужалығы культураларын селекциялау, һөт малсылығы, продукция биреүсе йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнгән төп ғилми-тикшеренеү учреждениеһы.

1910 йылда Рәсәй империяһының Өфө земство йыйылышы Һамар — Златоуст тимер юлының Шишмә ауылы эргәһендә ауыл хужалығы тәжрибә станцияһы ойоштороу тураһында ҡарар сығара. Станцияла тәжрибә баҫыуы, метеорология станцияһы, лаборатория, ауыл хужалығы ботаника баҡсаһы, баҫыу хужалығы, тәжрибә-туғай участкаһы, вегетация йорто, музей була.

1929 йылда тәжрибә станцияһы — Башҡортостан өлкә тәжрибә станцияһына, 1931 йылда — Шишмә селекция-тәжрибә станцияһына, 1935 йылда — Башҡортостан ер эшкәртеү һәм малсылыҡ ғилми-тикшеренеү институтына, 1937 йылда Башҡортостан дәүләт селекция станцияһына үҙгәртелә. 1956 йылда уның базаһында Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты ойошторола.

1983 йылда институт нигеҙендә Башҡортостан ер эшкәртеү һәм баҫыу культуралары селекцияһы ғилми-тикшеренеү институты һәм Башҡортостан малсылыҡ һәм мал аҙығы етештереү проект-технология ғилми-тикшеренеү институты барлыҡҡа килә.

1998 йылда улар ҡабат Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты итеп берләштерелә.

Институт тарихы дауамында ауыл хужалығы культураларының 235 сорты сығарыла.

Төрлө йылдарҙа институтта ужым арышының, борсаҡтың, виноградтың һәм башҡа ауыл хужалығы культураларының популяр авторҙары селекционерҙар С. А. Ҡунаҡбаев, В. Х. Хангилдин, Л. Н. Стреляева, Р. И. Болотина, Ә. Н. Биктимеров эшләй.

Институттың мәшһүр ҡаҙаныштарына түбәндәге сорттар инә: ужым арышының гектарынан 65-70 центнер төшөм биреүсән сулпан сорты (Социалистик Хеҙмәт Геройы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы С. А.Ҡунаҡбаев һ.б.), иген борсағы (Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы, ауыл хужалығы фәндәре докторы В. Х. Хангилдин һ.б.); 55-се параллелдән төньяҡтараҡ өлгөрөүсән виноград (СССР Дәүләт премияһы лауреаты Л. Н. Стреляеваһ.б.); башҡорт тоҡомло аттың һөтлө һәм итле ирәндек, учалы типтары; балалар аҙығы һәм ҡымыҙ эшләү өсөн бейә һөтөн киптереү технологияһы (ауыл хужалығы фәндәре докторы И. А. Сайгин һ.б.).

Дәүләт Реестрына 20 сорт индерелгән, селекция ҡаҙаныштарына 12 патент алынған: йомшаҡ яҙғы бойҙай — башкирская 26, башкирская 28, экада 66, экада 70; ҡаты яҙғы бойҙай — башкирская 27; борсаҡ — чишминский 229, ҡарабойҙай — илишевская, башкирская красностебельная; судан үләне — чишминская раняя, яҡташ; сорго-судан гибриды — чишминский 84, борсаҡ — «Памяти Хангильдина» сорты.

Әлеге ваҡытта институттың сорттары — Рәсәй Федерацияһы баҫыуҙарының 3 миллион гектарында, Башҡортостанда 1 миллион самаһы гектарҙа сәселә.

Институтта В. К. Ғирфанов, Ш. А. Ғайсин, Д. В. Богомолов, П. И. Смирнов, Г. Н. Лысак, Г. С. Смородин, Н. Р. Бәхтизин, Э. М. Рәхимов, Я. И. Ванюков, Б. П. Шиленко, П. Я. Бульчук, С. А. Әбдрәшитов, Д. Б. Гәрәев, У. Г. Ғосманов, Н. Г. Фенченко, А. М. Ямалиев, Б. Х. Сатыев, В. М. Ширәев, М. Г. Маликова һәм башҡа билдәле ғалимдар етәкселегендәге ер эшкәртеү фәне мәктәптәре эшләй.

Ғилми-тикшеренеү институтында заманса тикшеренеү ысулдары ҡулланыла. Мәҫәлән, молекуляр-генетик экспертиза лабораторияһы Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығында аккредитацияланған, һәм институт Хисап һәм контроль ойошмаһы булараҡ Дәүләт Тоҡомсолоҡ Регистры ойошмалары исемлегенә индерелгән. Нәҫел сығышын дөрөҫ билдәләү методикалары үҙләштерелгән. Нәҫел үгеҙҙәре айырыуса ҡиммәтле билдәләр аллелдәре (каппа-казеин генының В аллеле) барлығына һәм төрлө нәҫел ауырыуҙарын йөрөтөүсәнлеккә тикшерелә.

Үҫемлекселектә полимераза сынйыр реакцияһы (ПЦР) сәсеү борсағының төрлө сорттарының ДНК-полиморфизмын тикшереүҙә айырыуса ҙур полиморфизмға эйә сорттарҙы асыҡлау өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда ҡалҡыу культураларҙы ла, йығылғанын да бик аҙ юғалтыуҙар менән йыйыу техникаһы етерлек булғас, ғилми-тикшеренеү институты селекционерҙары әлеге ваҡытта мул уңыш бирә торған киң фотосинтез майҙанлы морфотиптарға өҫтөнлөк бирә.

Институттың структураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Институт директоры — биология фәндәре докторы, профессор Вәкил Мирғәли улы Ширәев. Институтта үҫемлекселек буйынса ике селекция үҙәге — Шишмә үҫемлекселек һәм емеш-еләк культуралары буйынса селекция үҙәге (етәксеһе М. И. Мичурин) һәм Кушнаренко емеш-еләк культуралары һәм виноград буйынса селекция үҙәге (етәксеһе Р. А. Шафиҡов), шулай уҡ үҫемлекселек буйынса инновация-технология үҙәге, 5 ғилми бүлек һәм 18 лаборатория эшләй.

  • А. Н. Прохоров;
  • Хангилдин Васиҡ Хәйҙәр улы — 1961 йылдан;
  • Бәхтизин Нәзиф Раян улы, профессор, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты;
  • Жданов Наил Хәй улы, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты;
  • Петров П. И., иҡтисад фәндәре кандидаты;
  • Минеев М. И., ауыл хужалығы фәндәре кандидаты;
  • Шәйәхмәтов Илдар Тимерғасим улы (1998—2008), иҡтисад фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре;
  • Ширәев Вәкил Мирғәли улы — 2008 йылдан.

«Система ведения агропромышленного производства в Республике Башкортостан» Коллектив авторов. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2012. — 528 с.

«Плодово-ягодные культуры в Республике Башкортостан» В. М. Шириев, М. Г. Абдеева, Т. Г. Демина, Р. А. Шафикова. — Уфа, 2012. — 174 с.

«Эффективность использования земель сельскохозяйственного назначения» Р. У. Гусманов, А. Т. Абдрашитова. — Уфа, 2012. — 184 с.

«Технология производства картофеля в Республике Башкортостан» Коллектив авторов. — Уфа, 2012. — 68 с.

Институтта емеш-еләк культураларының түбәндәге сорттары сығарылған:

  • Алмағастар: 'башкирское зимнее', 'башкирский изумруд', 'башкирский красавец', 'бельфлёр башкирский', 'урал-тау'
  • Груша: 'башкирская осенняя', 'башкирская летняя'
  • Ерләштерелгән виноград: 'александр', 'башкирский ранний', 'юбилейный', 'памяти Стреляевой', 'карагай'
  • Арыш: 'сулпан', 'памяти Кунакбаева'
  • Ҡабаҡ: 'уфимская'
  • Бойҙай: 'башкирская 26', 'башкирская 28', 'эскада 66', 'эскада 70'
  • Ҡарабойҙай: 'башкирская красностебельная'
  • Судан үләне: 'чишминская ранняя', 'чишминский 84', 'якташ'.
  • Картуф: 'башкирский', 'ҡариҙел'.

100 йыл эсендә институтта ауыл хужалығы культураларының бөтәһе 235 сорты сығарылған.

  • Селекционеры сели за парты, журнал «Сельские узоры», № 3, 2012 г.
  • Дорогу большому кумысу, журнал «Сельские узоры», № 3, 2012 г.
  • Шесть урожаев в год? Не вопрос!, газета «Республика Башкортостан», № 28, 2012 г.
  • Добрая память живет!, журнал «Сельские узоры» № 2, 2012 г.
  • БашНИИСХ: итоги года, журнал «Сельские узоры» № 1, 2012 г.
  • Технологияһы — заман талабы, газета «Башкортостан» № 52, 2012 г.
  • Удача жукам не по зубам, газета «Сельская жизнь» № 95, 2011 г.
  • Назвали сорт «Галия», газета «Сельская жизнь» № 93, 2011 г.
  • Навеки с селом, газета «Сельская жизнь» № 70, 2011 г.
  • Создатели новых сортов, газета «Родник» Чишминского района
  • Новые технологии растениеводства. Технология No-till, журнал «Сельские узоры», № 1(109) 2011 г.